6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОST: Башҡортостан Президенты Ирәмәлдә тәртип булдырҙы
14.01.11


       Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңы йыл алдынан үҙен блогында юҡҡа Ҡыш бабай тип атаманы. Сөнки тап Яңы йыл алдынан, 31 декабрҙә, ул Ирәмәл тауына һәм бөтә республика халҡына ысын бүләк эшләне - "Ирәмәл" тәбиғәт паркын ойоштороу тураһында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
       Тәбиғи, был мөһим ваҡиға хаҡында ул үҙенең даими уҡыусыларына - "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыларына бәйән итте. "31 декабрҙә Яңы йылға Ирәмәлгә бүләк эшләнем, тәбиғәт паркы дирекцияһын ойоштороу тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙым, - тип хәбәр итте Президент. - 21 кеше хәҙер законлы нигеҙҙә Ирәмәлдә һәм эргә-тирәһендә тәртип булдырасаҡ һәм уны һаҡлаясаҡ. Шулай ҙа бергәләп парк булдырыу идеяһын ахырына еткереүгә өлгәштек. Ошоноң менән, дуҫтар, һеҙҙе лә, Ирәмәлде лә ҡотлайым! Хәҙер барыһын да тиҙ генә ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Бының менән проблемалар булмаҫ, тип ышанам!"
       Ысынында "Ирәмәл" тәбиғәт паркын ойоштороу мәсьәләһе күптән кәрәк ине. Уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы - гүзәл Ирәмәл тауын Башҡортостан халҡының электән изгеләштереүе бер кемгә лә сер түгел. Был бихисап халыҡ риүәйәттәре һәм легендаларында, атап әйткәндә, башҡорт эпосы "Урал батыр"ҙа сағылыш тапҡан. Ирәмәл тауының үҙенсәлекле энергетикаһы (был турала бик күп китаптар яҙылған) йыл һайын бер беҙҙең республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә меңәрләгән туристарҙы йәлеп итә. Бик йыш бында сит ил халҡы ла килә.
       Бер яҡтан ҡарағанда, был бик ҙур плюс. Әммә, икенсе яҡтан, Ирәмәл тауы һәм уның тирә-яғы ҡырағай туризмдан ҙур зыян күрә. Сүп-сар һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмө - бына нәмә ҡалдыра туристар "рәхмәт" урынына. Өҫтәүенә, ҡайһы бер экстрим һөйөүселәр юл ыңғайы Ҡыҙыл китапҡа ингән тундра мүген һәм башҡа төрлө үҫемлектәрҙе юҡ итеп, тау буйлап квадроциклдарҙа һәм юлһыҙ урындарҙан йөрөүҙә махсуслашҡан машиналарҙа елдереп, күңел аса. Иртәме-һуңмы был тәбиғәт ҡомартҡыһының тулыһынса юҡҡа сығыуына килтереүе ихтимал.
       Әммә хәҙер "Ирәмәл" тәбиғәт паркы ойошторолоуы арҡаһында республика халҡында был тәртипһеҙлеккә сик ҡуйылыуына өмөт уянды. Бынан ары, республика Хөкүмәте постановлениеһына ярашлы, "Ирәмәл" тәбиғәт паркы Башҡортостандың ҡурсаулы тәбиғәтте һаҡлау, рекреацион һәм экология-мәғрифәтселек учреждениеһы булып тора. Уның биләмәһе һәм акваторияһы махсус экологик, тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм эстетик ҡиммәткә эйә тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын үҙ эсенә ала. Тәбиғәт паркы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағында һанала һәм Белорет менән Учалы райондары ерендә урынлашҡан. Уның ерҙәренең дөйөм майҙаны 50 мең гектар самаһы тәшкил итә.
       Тәбиғәт паркы дирекцияһына тәбиғәт комплекстарын, үҙенсәлекле тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын, уларҙағы күп төрлөлөктө, шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Бөтә саралар ҙа тәбиғәт һаҡлауҙың һөҙөмтәле алымдарын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә һәм тәбиғәт паркының экологик балансын һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
       Постановлениеға ярашлы, "Ирәмәл" тәбиғәт паркы биләмәһендә экологик яҡтан хәүефле сәнәғәт производстволары, ағас ҡырҡыу, шулай уҡ юлдар ярыу маҡсатында урман ҡырҡыу, ыҫмала әҙерләү, һунар һәм балыҡсылыҡ, урмандағы аҙыҡ ресурстарын әҙерләү һәм дарыу үләндәре йыйыу тыйыла. Тәбиғәт комплекстарына, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарына, рекреацион тәғәйенләнештәге һәм ғилми объекттарға зыян килтерерлек һәр төрлө эшмәкәрлек сикләнә.
       Тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында туристик туҡталҡалар ойоштороу, палаткалар ҡуйыу, усаҡ яғыу, автомобилдәр ҡуйыу урыны, коммерция турҙары, спорт һәм ғилми экспедициялар үткәреү маршруттары парк дирекцияһы тарафынан билдәләнәсәк. Ә уҡытыу-туристик, экскурсион һуҡмаҡтарҙы, трассалар, маршруттарҙы (шул иҫәптән һыуҙа) файҙаланғанда, тейешле килешеү төҙөп, тәбиғәт паркында билдәләнгән режимды күҙәтергә тура киләсәк.
       Өҫтәүенә, тәбиғәт паркы биләмәһендә айырым һаҡланасаҡ ҡурсаулыҡ зонаһы билдәләнгән. Ул тәбиғәт паркы биләмәһенең 20 процентын тәшкил итә. Атап әйткәндә уға Кесе Ирәмәл, шулай уҡ Төлөк, Ҡарағужа һәм Септин һаҙлыҡтары ҡарай. Йәғни был тәбиғәтте һаҡлау һәм ғилми йәһәттән ҙур ҡиммәткә эйә яҡшы һаҡланып ҡалған экосистемалы ландшафттары булған урындар. Мәҫәлән, Кесе Ирәмәл тауы флора йәһәтенән күп төрлө һәм бай тау-тундра экосистемалары менән айырылып тора, Төлөк һаҙлығы Көньяҡ Уралдың уникаль биокомплекслы иң ҙур мүкле һаҙлығы, ә Ҡарағужа һаҙлығында һаҙлыҡ экосистемаларының һирәк осраусы төрҙәре урынлашҡан, һәм өҫтәүенә ул Ағиҙел йылғаһының үрге ағымының тәбиғи гидрологик режимын һаҡлауға булышлыҡ итә.
       Ҡурсаулыҡ зонаһында сикләнгән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы объекттарын тергеҙеү генә рөхсәт ителә. Шул уҡ мәлдә бындай эшмәкәрлек тәбиғәт объекттарының бөтөнлөгөн боҙмаҫҡа тейеш. Был территориянан үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләрен һәм зоология коллекцияларын сығарыу тыйыла.
       Бынан тыш, "Ирәмәл" тәбиғәт паркы биләмәһендә тағы ла дүрт функциональ зона бүленә: көйләнгән рекреация зонаһы, рекреацион файҙаланыу зонаһы, сикләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге зонаһы һәм экологик коридор зонаһы.
       Республика башлығынан "Ирәмәл" тәбиғәт паркы ойошторолоуы хаҡында белгәс, күп блогерҙар ихлас шатланды. Мәҫәлән, "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһында әүҙем яҙышыусы Евгения Куцуева (evakutsueva) ихлас күңелдән Президентҡа рәхмәтен белдерҙе: "Ирәмәл өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Бөйөк тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡларға һәм тәртиптә тоторға кәрәк".
       Башҡортостан Республикаһының хәҙер Ирәмәлдең хужаһы булыу факты andreosh исеме аҫтындағы блогерҙы ла ҡыуандырҙы: "Был дөрөҫ ҡараш. Шәхси милекселәр тейешле кимәлдә һаҡлай ҙа, тәртип булдыра, янғын хәефһеҙлеген күҙәтә лә алмаясаҡ, улар өсөн иң мөһиме - табыш. Быны ни бары дәүләт йәки йәмәғәт ойошмалары ғына эшләй аласаҡ".
       Шулай ҙа "Ирәмәл" тәбиғәт паркы ойошторолоуы хаҡындағы яңылыҡты бөтә блогерҙар ҙа бер төрлө генә ҡабул итмәне. Ҡайһы берәүҙәренең һорауҙары тыуҙы. Атап әйткәндә, yurikgl нигы аҫтында теркәлгән блогер Төлөк ҡасабаһында Ирәмәл тауы эргәһендә базаһы булған туристик ойошмаларҙың хәҙер нисек эшләйәсәге менән ҡыҙыҡһынды: "Әгәр уларға төркөмдәрҙе тауға йөрөтөргә рөхсәт бирмәһәләр, бик йәл буласаҡ. Уларҙың күпселеге намыҫлы эшләй, сүп-сарҙы йыя (үҙенекен дә, икенселәрҙән ҡалғанды ла), сәләмәт тормош алып барыуҙы һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты пропагандалай. Шуға өҫтәп, төҙөлгән ял йорттары бик йыш ҡарлы-ямғырлы көндәрҙә осраҡлы туристарға ярҙам итә. Мин махсус рәүештә был өлкәлә эшләгән бер фирманы ла атарға теләмәйем, әммә паркка инеү ҡағиҙәләрен әҙерләгәндә улар башҡарған эштәр һәм уларҙың ҡарашы иҫәпкә алынмаһа, бик насар буласаҡ. Шулай уҡ "Ирәмәл дәүләт унитар предприятиеһы"на парк буйлап туристар йөрөтөргә ярай, ә башҡалар быны эшләй алмай, тигән кеүек "ике төрлө стандарттар" булмаһын ине. Берлектә һәм килешеп эш иткәндә генә юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, ә айырым парк хеҙмәткәрҙәре көсө менән түгел".
       Әммә Рөстәм Хәмитов уны тынысландырҙы: "Турфирмаларҙың паркка ярҙамы артыҡ булмаҫ, тип уйлайым. Тик бергәләп эшләргә кәрәк буласаҡ". Ә khamatshinim нигы аҫтында теркәлгән блогер Илшат Хаматшин: "Парк та, үҙ сиратында, турфирмаларға һәр яҡлап ярҙам итер, тип ышанғы килә," - тип билдәләне.
       Ҡайһы бер блогерҙар, ябай туристар постановление ҡабул ителгәндән һуң ҡаршылыҡһыҙ тәбиғәт паркына инә, изге тауға күтәрелә алмаясаҡ, тип ҡурҡа. "Ирәмәл" тәбиғәт паркы ойошторолғас, унда ябай туристарға эләгеүе ауырлашасаҡ, тип хафаланам, - тип яҙа блогер rais_com. - Мәҫәлән, ул ойошторолған төркөмдәр өсөн генә асыҡ буласаҡ. Тимәк, түләүле. Проблема шунда, һеҙ иң яҡшы ниәттән сығып эш итәһегеҙ, ә проектты башҡарыусылар үҙҙәренең ҡағиҙәләренән сығып эш итәсәк". Әммә был осраҡта ла республика башлығы үҙенең уҡыусыларын тынысландырырға ашыҡты: "Туристарҙың паркка инеүе тәртипкә һалынасаҡ. Был Ирәмәл ябыласаҡ тигәнде аңлатмай. Ни бары тәртип булдырыласаҡ".

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал