6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

Ейәнсура кәзәһе ниңә асыулана?
12.01.11


       Бында беҙ йөн иләү өсөн кәрәк булғандың барыһын да күрҙек, - иләүесте, орсоҡто, йөн тетеү өсөн тараҡтарҙы, һәм, әлбиттә, дебеттең үҙен. Йөн алтын түгел әле. Был дебет ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яурынында алтын һәм көмөшкә әйләнәсәк. Әйҙәгеҙ беҙгә йөн биреүсе кәзәләр аҫраған, был йөндән йомшаҡ йылы әйберҙәр - шәл, палантин, косынкалар бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тыңлайыҡ.
       Күптән түгел булып үткән республика башҡорт шәле конкурсында беҙгә кәзәләрҙе нисек аҫрарға, дебеттең сифатын нисек билдәләргә, кәзәләрҙе ҡасан тарауы яҡшыраҡ икәнлеге хаҡында һөйләнеләр. Кәзәне тарағас, дебетте ҡаҡҡылап, сүп-сарҙан таҙарталар. Артабан ике тараҡ менән уны тетәләр - тараҡтың береһендә дебет, икенсеһе менән тарайһың. Дебет тарау процесы беҙгә ҡыҙыҡ күренде - бындайҙы көн һайын күреп булмай. Бәләкәй генә сүбәктәр, йомшаҡ шарҙар килеп сыға. Иләүгә ҡуйып, ҡул менән һуҙып, ошо таҙа дебеттән еп иләнә. Уны йәнә йөн сиратыу тиҙәр. Өләсәйемдең дә шулай еп сиратҡаны иҫемә төштө әле... артабан орсоҡ эшкә ҡушыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ептең осон орсоҡҡа бәйләй. Йоҡа иләйһең - оҙаҡ көтәһең! Бына шулай йомғаҡ та йомарлана. Ә һуңынан бәйләргә лә мөмкин.
       Әйҙәгеҙ әле, ҡарайыҡ, еп иләүсе апайҙар баш ҡалаға конкурсҡа ниндәй ҡул эштәре алып килде икән? Сауҙәгәр тауарын сығарып һалған: мантоға оҡшаған затлы йомшаҡ палантиндар, жилеттар, бейәләйҙәр, ойоҡбаштар. Һыуыҡта сабыйҙы дебет шәлгә урауҙан да яҡшыраҡ нәмә булмауын барыһы ла белә. Ә кәзә мамығынан бәйләнгән бейәләй һәм ойоҡбаштар барыһын да йылытасаҡ. Был йәрминкәлә беҙ "йырсы" кәзәне лә, шәлдәрен ҡарарға саҡырып уйнаған ҡумыҙсыны ла күрҙек. Күңелһеҙ булманы!
       Бына Белорет районынан Рәхилә Рәхимованың эше - селтәр ырғағы менән бәйләнгән косынка. Краснокама районынан Таисия Гусева һәм Надежда Масаева пончо, жилет, шәлен тәҡдим итте. Барыһына ла Ейәнсура районынан Фәтхиямал Ишемғолованың аҡ дебет жилеты оҡшаны. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Әлфиә Дәүләтшина селтәрләп бәйләнгән шәлдәрен күрһәтә. Роза Кәлиеваның үҙенсәлекле әйберҙәрен дә билдәләмәйенсә үтеп булмай.
       Федоровка районының экспозицияһы бай - хатта райондың алтын хәрефтәр менән яҙылған исеме лә үҙенә йәлеп итә. Денискино ауылынан килгән "Гөлдәр" хореографик ансамбле шәлдәр менән бейеүен бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Бәләкәй Ынйы Хәлитова бейей ҙә, бәйләй ҙә. Уның бәйләй башлауына өсөнсө йыл, уны был шөғөлгә әсәһе өйрәтә. Һәм бына өс йылдан һуң ҡыҙ бала заказдар ҙа ала башлаған. Ысын мәғәнәһендә "ынйы бөртөгө" менән беҙ был конкурста таныштыҡ.
       "Рощинский" совхозынан Абдрахмановтар ғаиләһе сеймалды ғәҙәттә Волгоградтан ала, улар быны, яҡшы кәзәләр республиканың һәр районында аҫралмай, тип аңлата. Улар, мәҫәлән, Ейәнсура һәм Стәрлебаш райондарында бар. Ғаилә башлығы Мансур нимә һөйләгәнен беләлер, моғайын. Улар был эш менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнә. Мансурҙың туғандарында барыһы ла бәйләгән: атаһы ла, ҡартатаһы ла. Өләсәһе һарайҙа эшләһә, ҡартатаһы энәгә тотонған. Бына Мансур ҙа белгәндәрен онотмай...
       Бәйләнгән әйберҙәрҙе тотоп ҡарап, беҙ һаман, ҡул эшеме - түгелме был, тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Әлбиттә, ҡул эше, тип ышандыра шәл бәйләүсе апайҙар. Күптәр Өфө оҫтабикәһенең бәйләм кәрәк-яраҡтары менән ҡыҙыҡһына.
       Шул уҡ ваҡытта икенсе майҙанда командалар конкурсы - үҙенсәлекле КВН башлана. Дүрт батыр команда ярыша - Күмертауҙан, Мәләүез, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарынан. Хәтерегеҙҙәлер? Иң яҡшы кәзәләр тап уларҙа, Ейәнсура районында, тиҙәр. Ейәнсура оҫталары иң яҡшылары булырмы һуң?
       Райондың визит карточкаһы. Күмертау районы - ҡыҙҙар аҡ күлдәктәрҙә, яурындарына аҡ селтәр шәл һалған. "Күмертау оҫтабикәләре ҡулында еңел нәҙек еп ҡабатланмаҫ биҙәктәр булып үрелә, - тигән комментарий яңғырай. - Ул йылылыҡ, изгелек сығанағы, халыҡ аҡылының сағылышы булып, халыҡтарҙы һәм быуындарҙы бәйләй, берләштерә". Барыһы ла халыҡтарҙың рухи бәйләнеше хаҡында йырлай. Мәләүез командаһына баянсы ҡушыла. Көйөргәҙе районы командаһы - өләсәһе янында матур күлдәк кейгән ҡыҙыҡай тора, бәләкәй Зөлфиә бәйләү серҙәренә генә түгел, йыр-бейеү нескәлектәренә лә төшөнә.
       Ейәнсура районы командаһы - ул "Ете ҡыҙ". Сәхнәгә улар билдәле ғәскәровсыларҙың бейеү көйөнә сыға. Ҡыйыу аҙым! Тимәк, иң яҡшы кәзәләр ҡайҙа, иң ҡыйыу оҫтабикәләр ҙә шунан булып сығамы?
       Икенсе конкурс - оҫталыҡҡа ярыш.
       Команда дебет тарай, еп сирата, бәйләй... хатта күҙҙәрен бәйләп, ә бармаҡтар һәм энәләр хәрәкәте һиҙелмәй ҙә. Еңеүсене жюри билдәләһен әйҙә. Беҙҙең өсөн бөтә оҫтабикәләр ҙә бер тигеҙ шәп кеүек. Ҡулдары шәп эшләй. Бына, ниһайәт, тел менән эшләргә лә ваҡыт етте.
       Киләһе конкурс - "Әсе тел". Бына Күмертау ҡыҙҙарынан таҡмаҡтар:
       Кумертауские шали
       В целом мире знают -
       Киев, Питер, Волгоград
       В пухе отдыхают.
       Ә бына Ейәнсураның "Ете ҡыҙы" таҡмаҡтарҙы башҡорт телендә йырлай:
       Ейәнсура кәзәләре "кәзәләнә":
       Ниңәлер беҙҙең дебетебеҙ
       Ырымбур шәлдәренә әйләнә.
       Кәзәләрҙең ризаһыҙлығы аңлашыла. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Ейәнсура районы Ырымбур өлкәһенә сиктәш. Ни эшләтәһең, ҡасандыр Ейәнсура кәзәләренең мамығы күршеләребеҙгә оҡшап ҡалған. Оҫталар араһындағы бәхәс тә бер ваҡыт ошолай килеп сыҡҡандыр, моғайын. Ижади бәхәс, күреүебеҙсә, әле лә туҡтамай. Кемдер Өфөлә үткән конкурстарҙың береһендә ҡатнашҡан Ырымбур өлкәһенән Люция Тойғонованың биҙәкле шәлдәрен хәтергә алды.
       Ә хәҙер - командаларҙан реклама роликтары. Күмертауҙыҡылар Көлһылыу һәм тылсымлы йомғаҡ тарихын һөйләй. Мәләүез ҡыҙҙары һалҡын тейҙергәндә һәм артрозда горчичник һәм банкалар урынына шәл йылыһы менән дауаланырға тәҡдим итә. Ҡатнашыусыларҙың береһе миңә йыл һайын Германиянан ҡайтҡан ҡунағы хаҡында һөйләй, кире киткәндә ул һәр ваҡыт ҙур шәл, йә селтәр шәл алып китә икән. Көйөргәҙе командаһы шәл тураһында бейеү һәм йыр теле менән һөйләй. Ейәнсура ҡыҙҙары шәл ярҙамында гармунсының йөрәген яулай һәм... командалар ярышында беренсе урын ала.
       Әммә бының менән сара тамамланманы әле. Беҙ башҡорт шәле йәрминкәһендә бушҡа булдыҡмы ни - бында райондар иң яҡшы эштәрен генә алып килгән бит. Жюри автор эштәрен баһаланы. Наградлау алдынан Әлмира Йәнбухтина, сәнғәт фәне докторы, быялаға биҙәктәрҙе Ҡыш бабай төшөрә, ә был биҙәктәрҙе ҡул эше оҫталары селтәр шәлгә күсерә, тине.
       "Дебет шәл" номинацияһында Гран-приға Зөлфиә Бикбулатова лайыҡ булды (Ейәнсура районы), "Селтәрләп бәйләнгән шәл" номинацияһында - Нурия Солтанова (Көйөргәҙе районы), "Халыҡ кәсебендә йолаларҙы һаҡлаған өсөн" номинацияһында Рәсилә Вәлиева еңде (Әбйәлил районы). Бөтә оҫтабикәләр ҙә бүләккә йорт һәм ғаилә өсөн кәрәкле әйберҙәр алды. Был бүләктәр Золотое руно (Алтын йөн) орденына ҡарағанда мөһимерәк булғандыр, моғайын.
       Автор фотоһы.

Людмила Воробьева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал