6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Астролог фаразы: Башҡортостандың баш ҡалаһын уңышлы йыл көтә
11.01.11


       2011 йыл ниндәй буласаҡ? Үҙенең тәпәйҙәрендә аҡ ҡуян ниндәй яңылыҡтар алып киләсәк? Беҙгә уңыш йылмайырмы? Һәм иң йәшерен теләктәребеҙ тормошҡа ашырмы? Был һорауҙар күптәрҙе борсой торғандыр. Әммә уларға яуап табыуы еңел түгел. Киләсәкте алдан күреп булмай бит... Әгәр һеҙ күрәҙәсе, экстрасенс йәки астролог булмаһағыҙ, әлбиттә.
       Әйткәндәй, ә ниңә беҙгә лә уларға мөрәжәғәт итмәҫкә? Бигерәк тә "БАШвест"тың үҙенең таныш астрологы булғанда. Ирина Винюкова беҙҙең менән һәр ваҡыт ихлас хеҙмәттәшлек итте һәм әле лә гәзит уҡыусыларыбыҙға йондоҙҙар серен асырға әҙер.
       - Дөйөм алғанда 2011 йыл Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы өсөн уңышлы буласаҡ, - ти астролог. - Өфөлөләр тормошонда бер аҙ ҡытыршылыҡтар ҙа буласаҡ, әлбиттә, әммә уларһыҙ тормош буламы. Ижад кешеләре һәм хеҙмәт һөйөүселәр өсөн йыл айырыуса уңышлы булмаҡсы. Йыл символы, аҡ ҡуян, быға булышлыҡ итә.
       Ғинуар быйылғы йылда иң тыныс ай буласаҡ. Өфөлөләрҙең оҙайлы Яңы йыл каникулдарынан эш режимына күсеүе оҙаҡ ваҡытты аласаҡ. Ни бары 17-19 ғинуарҙа ғына эш кәйефе барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә күптәр ниндәйҙер мөһим бер нәмәгә төшөнәсәк, ә кемдер яҙмышы өсөн хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Был ҡала етәкселегенә лә ҡағыла.
       - Һүҙҙәрегеҙ һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе контролдә тотоғоҙ, - тип иҫкәртә астролог. - 17 һәм 19 ғинуар араһында уйлағандарыбыҙ тормошҡа ашасаҡ, ә һүҙҙәр тылсымлы көскә эйә буласаҡ.
       20, 22 һәм 23 ғинуар - Өфө халҡы өсөн иң уңышлы көндәр. Ә ай аҙағында барлыҡ ҡала халҡында эшләү теләге уянасаҡ, кешеләр юғары әүҙемлек күрһәтәсәк.
       Йылдың икенсе айы ҡатмарлы булмаҡсы. Беренән 10 февралгә ҡәҙәр мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәүегеҙ хәйерлерәк, ашығырға ла ярамай. Астролог иғтибарлы булырға һәм ҡарарҙарығыҙ өҫтөндә ныҡлы уйларға кәңәш итә.
       - 14 һәм 15 февралде уңышлы көндәр тип атарға мөмкин, - тип билдәләй Ирина Винюкова. - Ә 16-18 февраль - алдатҡыс көндәр. Ҡала халҡы ысынбарлыҡта ни барғанын күрмәйәсәк.
       19-21 февралдә айырыуса һаҡлыҡ күрһәтергә кәрәк. Был көндәрҙә Ҡояш Балыҡтар йондоҙлоғона күсә, һәр төрлө ҡатмарлыҡтар көтөлә. Ә бына 26 февраль уңышлы буласаҡ, айырыуса ижади һәм интеллектуаль һөнәр кешеләренә. Был көндө өфөлөләргә гениаль уйҙар киләсәк, улар артабан мотлаҡ ғәмәлгә ашырыласаҡ.
       Мартта барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Ай башы һәм ай аҙағы бик үк шатландырмаясаҡ. Бигерәк тә 3, 4, 17-26 март көндәре ауыр буласаҡ. Ә бына 21-ендә өфөлөләр ғәҙәти булмаған асыштар эшләй ала, уларҙа күптән моронлаған креатив уйҙар һәм ҡарарҙар тыуыуы ихтимал.
       - 21 март бар йәһәттән үҙенсәлекле көн буласаҡ, - тип иҫәпләй астролог. - Беренсенән, Ҡояш Ҡуҙы билдәһенә инә, икенсенән, был яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көн. Астрологияла был билдәле бер көс нөктәһе. Йәғни, әгәр теләһәң, был көндө күп нәмәгә ирешергә мөмкин. Шуға ла барыһына ла 21 мартта әүҙем эш итергә кәңәш бирәм.
       26 һәм 27 мартта уйламайынса бер нәмә лә һатып алмағыҙ. Эшҡыуарҙарға етди килешеүҙәр төҙөүҙе 29 мартҡа тиклем ҡалдырып тороу яҡшыраҡ булыр. Был барыһы өсөн дә, бар нәмәлә лә иң яҡшы көн буласаҡ. Өҫтәүенә, 28-енән алып Өфө халҡының эшкә һәләте артасаҡ.
       Апрелдә лә тынысланырға иртәрәк. 24-енә тиклем бар эштә лә иғтибарлы һәм йыйнаҡ булырға кәрәк. Айырыуса документтар тултырғанда һәм килешеүҙәр төҙөгәндә. Ҡағыҙ менән бәйле мәшәҡәттәргә бәйләнмәүегеҙ ҙә яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә.
       23 һәм 24 апрелдә барыһына ла хис-тойғоларын контролдә тоторға кәңәш итәм, - тип иҫкәртә уҡыусыларыбыҙҙы Ирина Винюкова. - Мөнәсәбәттәрҙә киҫкен үҙгәрештәр булыуы мөмкин, кешеләргә артығын һөйләп ташлауығыҙ ихтимал, артабан бының өсөн үкенергә тура килер.
       Әммә апрель аҙағына көсөргәнеш кәмеп, өфөлөләрҙең эштәре үргә китәсәк. Был ыңғай осор май буйына дауам итәсәк.
       - Алтынсы майҙан 18-енә тиклем уңыш йүнсел кешеләргә юлдаш булыр,- тип билдәләй астролог. - Өфө халҡы яҡшы хәбәрҙәр аласаҡ, ә кемделер эш хаҡына өҫтәмә көтә. Ауыр көндәр майҙа бөтөнләй булмаясаҡ! Ә иң уңышлы көндәр - 23, 24 һәм 25 май.
       Был айҙа ял һәм байрам көндәренең күп булыуы арҡаһында, кешеләр яҡшылап ял итергә лә, ауыр, көсөргәнешле апрелдән һуң хәл йыйырға ла өлгөрәсәк.
       Июнь айы ла насарҙарҙан булмаясаҡ. Тәүге дүрт көнө, шулай уҡ 21 һәм 28 генә ауыр булмаҡсы. Ә бына 8 июндән 11-енә тиклем өфөлөләргә уңыш юлдаш буласаҡ. Кешеләргә һәр нәмәлә уңыш йылмайыр. 24 һәм 25 июндә уңыш үҙенең иң юғары нөктәһенә етәсәк.
       - 15-енән 16 июнгә ҡарай төндә тулыһынса ай тотолоуы көтөлә, - ти Ирина Винюкова. - Был арала баш яҡшы эшләйәсәк. Ә 1 июлдә өлөшләтә Ҡояш тотоласаҡ. Ул ғаилә мөнәсәбәттәренә йоғонто яһаясаҡ. Мин барыһына ла хис-тойғоларҙы контролдә тоторға һәм өҙә һуҡмаҫҡа кәңәш итәм. Юғиһә оҙаҡ ваҡыт төҙөгәнде емереүегеҙ ҙә бар.
       5 июлде аҡыл көнө тип атарға мөмкин. Был көндө төплө, шул иҫәптән бар ҡала өсөн әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Ә 6-13 июль йоғонтоло матур көндәр буласаҡ, был арала күптәр яҙмышында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итәсәк.
       Август башында дуҫ-туғандар, яҡындар, хеҙмәттәштәр менән күберәк аралашырға кәрәк. Был ара, шулай уҡ, конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү өсөн уңайлы ваҡыт. Аралашыу барышында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүе һәм бәхәсле мәсьәләләр буйынса килешеүгә өлгәшеү мөмкинлеге бар.
       Айҙың иң беренсе көндәрендә магазиндар буйлап йөрөргә, гардеробты яңыртырға мөмкин, ә бына 5 августа, киреһенсә, бер нәмә лә һатып алырға кәрәкмәй: был көн юғалтыуҙар вәғәҙә итә. 3-26 августа һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Был көндәрҙә бер ниндәй ҙә килешеү төҙөмәүең хәйерлерәк. Ә 31августа сиктән тыш борсоулы көн буласаҡ. Яңы уҡыу йылын көтөп, ата-әсәләр һәм балалар тынысһыҙланыр, моғайын.
       Сентябрь аҡ һәм ҡара һыҙаттарҙан торасаҡ. Ҡатмарлы көндәр 7-10 сентябрҙә буласаҡ. Уңышһыҙ көн - 12 сентябрь. 17 һәм 18 сентябрь бизнес алып барыу өсөн уңайлы көн булмаҡсы, ә 19 һәм 20 сентябрҙә клиенттар менән аралашыуҙы яйға һалып булмаясаҡ. Йәнә дуҫтар менән дә был көндө низағлашмауың яҡшыраҡ. Ә бына 22 һәм 23 сентябрь барыһы өсөн дә уңышлы көндәр буласаҡ.
       Октябрҙә Өфө халҡының депрессияға бирелеүе ихтимал, тип иҫкәртә астролог:
       - Өсөнән 8 октябргә тиклем эшҡыуарҙарҙың ауырлыҡ кисереүе ихтимал. 7 һәм 8 октябрҙә Өфө халҡына бер-береһе менән арашалыуы ҡыйын буласаҡ. Был көндәрҙә яңғыҙ булыуың яҡшыраҡ. 11-15 октябрҙә ҡала халҡы бөтөнләй депрессияға тиҙ бирелеп барасаҡ. Ләкин ай аҙағына уңыш өфө халҡына йөҙө менән боролор. 17-һенән 19 октябргә тиклем уңышлы көндәр көтөлә. Ә 24-21 октябрҙә өфөлөләргә уңыш юлдаш буласаҡ. Күптәребеҙҙең хыялдары тормошҡа ашасаҡ.
       Был процесс ноябрҙә лә дауам итәсәк. Ай башында бик күп хыялдарыбыҙ бойомға ашасаҡ. Айырыуса 1 һәм 2 ноябрь уңышлы буласаҡ, тип көтөлә. Ә бына 6-8 ноябрҙә иғтибарлы булырға һәм нимә етте, шуны ашарға кәңәш ителмәй. Был көндәрҙә ағыуланыу мөмкинлеге юғары.
       9-ынан 15 ноябргә тиклемге көндәр һөйөү-наҙға тулы буласаҡ. Өфө халҡы һәр нәмәгә, һәр кешегә һөйөүен белдерәсәк. Был көндәр уҡыусылар өсөн дә уңышлы һанала.
       Декабрь башында ла һауала мөхәббәт еле иҫеүе һиҙеләсәк. Өфөлөләр ғашиҡ буласаҡ, ижад кешеләренә илһам киләсәк, элекке мөнәсәбәттәрҙең тергеҙелеүе лә мөмкин.
       - 10 декабрҙә тулыһынса ай тотолоуы көтөлә, - тип билдәләй астролог. - Һығымталар яһауҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә ашығырға ярамай. Йәнә 13 декабрҙә лә тынысланырға ашыҡмағыҙ. Бик үк уңышлы көн булмаясаҡ.
       Яңы йыл кәйефе, Ирина Винюкова әйтеүенсә, Өфөгә 19 декабрҙә киләсәк. Бүләктәр һәм байрамға матур кейем эҙләп, кешеләр магазиндар буйлап йүгерә башлаясаҡ. 24 һәм 25 декабрҙә байрам алды көндәренә хас көсөргәнеш булып алыуы ихтимал, әммә ул оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ. 29 декабрҙә үк бер-бер артлы бәхетле көндәр һуҙыласаҡ.
       Фото salon-podarkov.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал