6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОSТ: Башҡортостан блогерҙары Ҡыш бабайға ышана
31.12.10


       Яңы йыл алдынан "Йәнле журнал" блогындағы мөрәжәғәтендә Башҡортостан Президенты үҙен Ҡыш бабай тип атаны. Рөстәм Хәмитовтың яҙмаһы матур тойғолар ҡалдыра. Республика башлығы вазифаһында нимәләр эшләргә өлгөрөүе хаҡында яҙып, ул уҡыусыларҙың кәйефен күтәрә, блогерҙар менән Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылаясағы, сәғәт ун икене һуҡҡанда ниндәй теләктәр теләргә йыйыныуы хаҡында уйҙары менән уртаҡлаша.
       Башҡортостан Президенты һүҙ башында Яңы йыл яҡынлашыуын тоймауы хаҡында яҙа: "Эштәр һәм мәшәҡәттәр баштан ашҡан. Дөрөҫ, ихатала 40 йыл ултырған шыршыны биҙәнек. Кистәрен минең эштән ҡайтыуыма гирлянданы ҡабыҙалар. Алыҫтан осоусы тәрилкәне хәтерләтеп, төрлө төҫтә инеп емелдәп, шыршы-һылыуҡай мине сәләмләй".
       Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, былтыр ул Яңы йылды сит илдә ҡаршылаған - Швейцария ҡалаһында саңғыла шыуған һәм Аҡ юлбарыҫ йылы уның өсөн үҙгәрештәр алып киләсәк, тип бөтөнләй уйламаған.
       "Беҙ бергәләп яңы ситуацияла ҡалдыҡ, һәм хәҙер барыһы ла үҙебеҙҙән, ғәҙеллек, намыҫлылыҡҡа таянып, йәмғиәттәге процестарҙы ойоштора белеүебеҙҙән тора, - тип мөрәжәғәт итә ул блогерҙарға. - Иҡтисадты ғына т үгел, власть һәм йәмғиәтте модернизацияларға кәрәк. Артыҡ сәйәсиләштереүҙән китеп, кешеләргә ғәҙел тормошҡа өмөт бирергә, ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә, фәҡирлек һәм ярлылыҡ иҙеүен бөтөрөргә. Власть үҙе һәм халыҡ араһында ҡаршылыҡтар булдырыу урынына, халыҡҡа яҡын торорға, уларға ярҙам итергә тейеш".
       Президент блогерҙарға яҙмалары һәм комментарийҙары менән уға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте: "Беҙ блогта тормошобоҙҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе бойомға ашырыу варианттарын тикшерәбеҙ һәм ғәмәлдә нимәгәлер өлгәшә лә башланыҡ. Ә беҙгә тап ошо кәрәк тә инде. <...> Беҙгә тиҙлекте арттыра барырға, яңы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ҡотолғоһоҙ итергә кәрәк. Был бер миңә кәрәкмәй. Был бөтәбеҙгә лә кәрәк".
       Һүҙ аҙағында Рөстәм Хәмитов: "Үтеп барған 2010 йылға рәхмәт! Етеп килгән һәйбәт, изге һәм ғәҙел, шулайҙыр тип ышанам, 2011 йыл менән!"
       Республика башлығының Яңы йыл алдынан яҙылған мөрәжәғәтенә бер нисә йөҙ кеше комментарий ҡалдырған. Улар араһында "Рөстәм Хәмитов" блогы ЖЖ-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары, "БЛОГРОSТ" рубрикаһының даими геройҙары ла бар.
       Блогерҙар, быйылғы йылда Башҡортостан Президенты Яңы йылды нисек ҡаршылаясаҡ, сәғәт ун икене һуҡҡанда ул ниндәй теләк теләйәсәк һәм ғаилә ағзалары менән сәкәшеп, шампан шарабы эсерме-юҡмы, тип ҡыҙыҡһына. Республика башлығы бынан сер яһап торманы һәм Яңы йыл төнөнә пландары менән уртаҡлашты.
       Асыҡланыуынса, 2011 йылды Рөстәм Хәмитов республикала ҡаршылай һәм байрам көндәрен Башҡортостанда үткәрә: "Байрамдарҙа республикала буласаҡмын. Ситкә китмәйем. Ике-өс көн саңғы шыуырға, йәнә райондар буйлап йөрөп, эштәрҙең нисек барыуын ҡарарға теләйем".
       Рөстәм Хәмитовтың Яңы йыл теләге президенттарса килеп сыҡты: "Ғөмүмән, мин эсмәйем. Йәш саҡта була торғайны - байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә. Хәҙер - юҡ. Ҡыҙыҡ түгел. Бөтөнләй. Хатта бер бокал шарап та ҡыҙыҡ түгел. Минең янымдағы бар кешеләр ҙә был хаҡта белә. Мин килгәс, Аҡ Йортта бөтә рәсми табындар ҙа бөтөрөлдө. Шым ғына ҡулланаларҙыр, бәлки, әммә мин белмәйем. Әгәр белһәм - язаһын бирәсәкмен, сөнки эскеселәргә ышанмайым. Беҙҙең Хөкүмәттә эскән кешеләр юҡ. Эшкә алғанда был минең өсөн төп критерийҙарҙың береһе. Тартыусылар ҙа юҡ. Эшкә бирелгән, һөҙөмтәгә ынтылғандар ғына бар. Бындай кешеләр миңә кәрәк".
       Блогерҙар Рөстәм Хәмитовҡа бихисап йылы һүҙҙәр яҙған. Нимә генә теләмәгәндәр Президентҡа. gab_valerij никнеймы аҫтындағы блогерҙың яҙмаһы бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Ул 2011 йылдың бәхетле һан булыуын телгә алған: "Ҡасандыр 1981 йыл аҙағында Андрей Вознесенский "Голубой огонек" тапшырыуында Яңы 1982 йыл хаҡында "Бәхетле һан" шиғырын уҡығайны. 2011 йыл да бәхетле, сөнки тәүге ике һәм аҙаҡҡы ике һандың суммаһы бер үк. Әгәр 82 йылдан башлап беҙҙең бөйөк держава тарҡала башлаһа - Брежнев һәм уның фекерҙәштәре вафат булды, артабан үҙгәртеп ҡороу башланды, һуңынан иҡтисад көрсөккә терәлде, идеология юҡҡа сыҡты, шулай ҙа киләһе йыл республикабыҙҙың, дөйөм алғанда илдең тергеҙелеүенең башы булһын".
       Ә julekjulek исеме аҫтында теркәлгән блогер Президента традицион Яңы йыл мөрәжәғәте тураһында иҫкә төшөрҙө: "Был һеҙҙең халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәте түгелдер бит? Яңы йыл төнөндә осрашырбыҙ әле. Зәңгәр экран аша булһа ла".
       Республика башлығы әлегә Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт яҙып өлгөрмәүе хаҡында әйтте: "Мөрәжәғәт яҙмағанмын әле. Уйлайым".
       Әүҙем блогер, бер үк ваҡытта шахмат буйынса тренер v_startsev республика халҡының дөйөм фекерен белдерҙе: "Бер йыл элек кенә, өйҙән дә сыҡмайынса, шулай еңел генә республика Президентына мөрәжәғәт итеп, проблема хаҡында һөйләргә йәки байрам менән ҡотларға мөмкин булыр, тип күҙ алдына ла килтермәй инем". Быға Рөстәм Хәмитов: "Ә мин ошо рәүешле республика кешеләренең күбеһе менән аралашырмын, тип күҙ алдына ла килтермәнем", - тип яуап ҡайтарҙы.
       "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыһы, юрист Гүзәл Иҫәнғолова (isangulova) ҡыҙыҡлы тәҡдим менән сығыш яһаны: "Һеҙ үҙегеҙҙе, Рөстәм Зәки улы, Ҡыш бабай тип атағас, ул ваҡытта Яңы йыл теләктәрен дә үтәргә тейешһегеҙ инде".
       Президент был идеяны дәртләнеп ҡабул итте. "Теләктәр теләгеҙ! Мин тырышырмын", - тип яуап бирҙе ул. Һәм блогта теләктәрҙең оҙон теҙмәһе барлыҡҡа килде. Гүзәл Иҫәнғолова үҙе иһә "БЛОГРОSТ"ҡа киләһе йылдан нимәләр өмөт итеүе хаҡында һөйләне:
       - Республикала власть һәм йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары яйға һалынһын ине, тип теләйем. Был механизмдар әүҙем гражданлыҡ позицияһында торған кешеләргә үҙенең потенциалын республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Был үҙгәрештәр һәм өмөттәр йылы булды. Яңы йыл да ошондай уҡ матур һәм һөҙөмтәле булыр, тип ышанам!
       Фото notepaper.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал