6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Башҡортостандың йәш ғалимдарына гранттар кәрәк
30.12.10


       Башҡортостанда йәш ғалимдарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, һәр төрлө гранттар алыуға конкурстарҙа, ғилми конференцияларҙа, башҡа төрлө сараларҙа барыһы ла ҡатнашмай. Шундай проблемаға осраны Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе.
       - Республиканың һәр юғары уҡыу йортонда йәш ғалимдар советы эшләп килә, - тип билдәләне Башҡортостан йәш ғалимдары көнө сиктәрендә үткән "Һәләтле йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Әлиә Ғарипова. - Һәләтле студенттарға, аспиранттарға, йәш уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә төрлө кимәлдәге йәш ғалимдар өсөн ойошторолған һәр төрлө конкурстар үткәрелеүе, стипендиаль программалар, гранттар, стажировкалар хаҡында мәғлүмәт еткереү - уларҙың төп бурысы. Был эште әүҙемләштерергә кәрәк, йәш ғалимдарыбыҙҙың фәнни конкурста еңеүен, гранттар алыуын беҙ ҡайһы ваҡыт иң һуңғыларҙан булып ишетәбеҙ.
       Әлиә Ғарипова әйтеүенсә, йәш тикшеренеүселәр үҙен күрһәтә алырлыҡ фәнни конкурстар күп үткәрелә. Башҡортостанда ғына йыл һайын гуманитар һәм техник фәндәр өлкәһендә республика йәштәр премиялары, йәш ғалимдарға һәм йәштәр коллективтарына гранттар, сит илдә белем алыуға Башҡортостан Президенты гранттары тапшырыла. Аспиранттарҙың ғилми эштәренә республика конкурсы үтә. Юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, аспиранттар һәм докторанттар өсөн БР Президенты стипендиялары, исемле стипендиялар булдырылған. Бынан тыш, 2011 йылда Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе менән республика вуздары һәм фәнни учреждениелары йәш ғалимдарының иң яҡшы ғилми эшенә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс булдырылды. Шулай уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарында үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү конкурстары үткәрелә. Быларҙан тыш Рәсәй һәм сит ил конкурстары, программалар һәм гранттар ҙа бар, беҙҙең йәш ғалимдарыбыҙ уларҙа ла ҡатнаша ала. Йәштәрҙе ваҡытында иҫкәртергә генә кәрәк.
       - Беҙҙең төбәк бүлексәһе өсөнсө йыл рәттән "Нисек грант алырға" курсын ойоштора, - тип өҫтәне Әлиә Ғарипова. - Бындай курстар Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Ырымбур дәүләт университетының Күмертауҙағы филиалында үтте. Был курстарҙа беҙ йәш ғалимдарҙы фән буйынса белемдәрен коммерциялаштырыу нигеҙҙәренә өйрәтәбеҙ. Был бик мөһим, сөнки аҡыллы һәм һәләтле йәштәребеҙҙең барыһы ла быны аңлап бөтмәй.
       Был эште көсәйтеү өсөн Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе киләһе йылда Башҡортостан йәш ғалимдары эшләнмәләренең берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырырға, шулай уҡ йәш ғалимдар һәм бизнес-берләшмә вәкилдәренең берлектәге проекттарын бойомға ашырыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн даими рәүештә түңәрәк өҫтәлдәр
       үткәрергә ниәтләй. Бөгөнгөн көндә был йүнәлеш техник вуздарҙа - Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетында ныҡ үҫешкән.
       Әлиә Ғарипова әйтеүенсә, йәш ғалимдарҙың хоҡуҡи грамоталылығы кимәле элеккесә түбән булып ҡала. Уларҙың күбеһе патент тураһындағы закондар йыйылмаһы менән таныш түгел һәм интеллектуаль милкенә хоҡуҡтарын яҡлай алмай. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ҡарамағында Юридик клиника ойошторолдо, уның белгестәре йәш ғалимдарға бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтә.
       Башҡортостандан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән йәш ғалимдар ҙа ҡатнаша алырлыҡ ҙур сара йәш ғалимдарҙың Бөтә Рәсәй йәйге мәктәбе үткәрелә башланы. Беҙҙең республикала Башҡорт дәүләт медицина университетының "Ирәмәл" республика тау-туристик лагеры базаһында ул икенсе тапҡыр үтте. Ғалимдар өсөн күсмә дәрестәр ойошторолдо, унда улар ғилми-тикшеренеү эштәре үҙенсәлектәре менән таныша алды.
       - Бындай саралар беҙҙә йыл һайын ойоштороласаҡ, тип ышанабыҙ, - ти Әлиә Ғарипова. - Улар уҡыуҙы, төрлө ғилми-тикшеренеү институттары һәм вуздарынан килгән йәш ғалимдарҙың аралашыуын, тәжрибә уртаҡлашыуын да үҙ эсенә ала бит. Бындай сараларҙан һуң берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр башлана ла инде.
       Рәсәй йәш ғалимдары союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең федераль инновацион ғилми-тикшеренеү программалары етәксеһе, Башҡорт дәүләт аграр университетының йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире Наталья Ҡорамшина түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың фәнни потенциалы үҫеше проблемаһын күтәрҙе:
       - Һәр йыл һайын был проблемаға иғтибар арта бара. Фән менән бәйле карьера һайлаған йәштәр күбәйә. Йәш ғалимдарҙың күренекле фән эшмәкәрҙәре менән танышыу һәм аралашыу мөмкинлеге булыуы мөһим. Улар алдында һәр ваҡыт ыңғай өлгө булырға тейеш. Ә беҙ йәштәргә уларҙың проекттары һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә тейешбеҙ.
       БР Мәғариф министрлығының юғары һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Венера Алғышаева йәш ғалимдарҙы күберәк инициатива күрһәтергә саҡырҙы:
       - Беҙ бына бер нисә йыл рәттән республика етәкселеген йәш ғалимдарға грант күләмен кәм тигәндә йөҙ меңгә тиклем еткереү кәрәклегенә ышандырырға тырышабыҙ. Әммә әлегә бындай мөмкинлек юҡ. Грантты күтәреү инициативаһы менән үҙегеҙ сығыш яһап ҡарағыҙ. Шулай уҡ стипендияны күтәреү һәм башҡа уңайлыҡтар һорау ҙа үҙегеҙҙән тора. Үҙегеҙ хаҡында йышыраҡ хәтерләтегеҙ.
       Йәнә Венера Алғышаева үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда Башҡортостанда йәш ғалимдар иҫәбенең өс тапҡырға артыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта йәш ғалимдарҙың күбеһе техник фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
       Һүҙ ахырында өҫтәп үтәйек, Башҡортостанда йәш ғалимдар көнө программаһы бының менән генә бөтмәне. Артабан "Йәш ғалимдарға комплекслы ярҙам - Башҡортостандың инновацион үҫеше нигеҙе" тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл һәм "Йәш ғалимдарға халыҡ-ара һәм Рәсәй ярҙам программалары һәм гранттар" асыҡ семинары үтте. Уны ойоштороусыларҙың береһе булып БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал