6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Башҡортостан блогерҙары балалар өҫтөнән тәжрибәне туҡтатты
28.12.10


       Мәскәүҙең Манеж майҙанында булып үткән ваҡиғалар барыһын да балалар һәм йәштәрҙе тәрбиәләү хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Сөнки, беҙҙең йәмғиәт толерантлы, рәсәйлеләр һәр төрлө милләткә түҙемле ҡарашта, тип раҫлауҙары, үкенескә күрә, мифҡа оҡшаған. "Беҙҙең эшләйһе эштәребеҙ байтаҡ", - тип бер тауыштан һүҙ күтәрҙе сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, педагогтар һәм үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре.
       Һәм бына ошо ваҡиғалар фонында Өфөлә ата-әсәләр форумында бер нисә мәктәп уҡыусыларына тәҡдим ителгән бик ҡыҙыҡлы анкета килеп сыҡты. Башланғыс класс уҡыусыһының әсәһе үҙенең ризаһыҙлығы хаҡында форумсылар менән уртаҡлашҡан. Асыҡланыуынса, уның һигеҙ йәшлек улына, Өфөнөң 94-се лицейы уҡыусыһына, шулай уҡ уның класташтарына Башҡортостан мәҙәниәте дәресендә анкеталар таратылған. Был анкетала сетерекле һорауҙар бирелгән. Атап әйткәндә, балаларға, күрә алмау тойғоһо тыуҙырған милләттәр бармы, дуҫтар һайлағанда милләтен иҫәпкә алаһығыҙмы, тиҫтерҙәр һәм класташтарҙың милләтен нисек билдәләйһегеҙ, тигән һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителгән. Әммә ата-әсәләрҙе иң ныҡ асыуландырған һорау ошо булған: "Киләһе милләт вәкилдәренә һин нисек ҡарайһың: башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва, еврейҙар". Һорауға яуап варианттары ла бирелгән: симпатия менән, битараф, антипатия менән, яуап бирергә ҡыйынһынам.
       "Ғөмүмән, нимә был? - тип яҙа ҡатын форумда. - Беҙ бала булғанда, кемдең ниндәй милләттән булыуы хаҡында уйлап та бирмәнек, яҡшы һәм насар кешеләр генә була торғайны! Ә бында бит һигеҙ йәштән барыһын да аныҡ билдәләп ҡуялар: әйҙә әле, дуҫ, уйлап ҡарайыҡ, милләт буйынса беҙҙең кемебеҙ яҡшыраҡ... Дөрөҫөн әйткәндә, анкетаның күсермәһен эшләп, милләт-ара дошманлыҡ сәсеү тураһында ғариза менән бергә уны прокуратураға алып барырға теләк бар ине".
       Өфө мәктәптәрендә бындай анкетаның барлыҡҡа килеү фактын форумдың икенсе ҡатнашыусыһы ла раҫланы: "Беҙҙең 18-се мәктәптә лә ошондай уҡ анкета тараттылар!"
       Был фактты "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Шуларҙың икәүһе lina_seregina һәм vladshar үҙҙәренең постарын БР Президенты блогында урынлаштырҙы. Республика башлығының яуабы көттөрмәне. lina_seregina никнеймы аҫтындағы блогер шундай пост ҡуйған: "Мәктәптәрҙә нимә эшләнә??? Мин аптырап ҡалдым. Ә ҺЕҘ?" Рөстәм Хәмитов: "Эйе-е-е. Асыҡларға тура киләсәк. Тикшерергә күрһәтмә бирҙем инде, әгәр бында материалдар таратыу факты бар икән, кисекмәҫтән анкета тултырыуҙы туҡтатырға". Ә vladshar нигы аҫтындағы блогерҙың яҙмаһын уҡығас, Президент: "Кем бындай әйберҙе уйлап табып, мәктәптәргә алып барған - язаһын аласаҡ", - тип яҙҙы.
       Өфө мәктәптәрендә шикле анкета таратылыуына ҡарата башҡа блогерҙар ҙа үҙ фекерен белдерҙе. Төрлө фекерҙәр булды, ҡайһы берәүҙәрен генә килтерәбеҙ. Cosmobashkiria шулай тип яҙа: "Асылда беҙҙә төрлө милләттәге ябай кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә бер ҡасан да проблемалар булманы. Әммә "Бүл дә хаҡимлыҡ ит" тигән борондан билдәле сәйәсәткә эйәреп, дошманлыҡ сәсеүҙе үҙҙәре өсөн файҙалы күргән кешеләр һәр ваҡыт булып торҙо. Бына хәҙер балаларға ла барып еттеләр. Был анкетала бирелгән һорауҙар хатта ололар араһында, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында кисекмәҫтән милләтселек башланғысы яралыуға һәм формалашып бөтмәгән үҙаңда уның яйлап нығыныуына килтерә. Һорауҙар үҙҙәре лә, уларҙың төҙөлөү логикаһы ла анкета төҙөүсенең фекерен, уҡыусыларҙы ла был фекергә килтерергә ынтылыуын бик яҡшы асып һала. Һәм быны күрер өсөн социаль психолог булырға кәрәкмәй". ufa_ufa никнеймы аҫтында теркәлгән блогерҙың да был хәлгә ҡарата үҙ фекере бар. "80 йыл дауамында бер-береһенән айырылмаған, бер йөҙлө совет халҡына баҫым яһау шул хәлгә килтереп еткерҙе: беҙҙең балалар хәҙер үҙенең ниндәй милләттән булыуын, башҡа халыҡтарҙан нимәһе менән айырылыуын, уларҙың йолалары, теле ниндәй икәнлеген дә әйтә алмай. Милләт-ара ҡаршылыҡты пропагандалау тигән нәмә юҡ бында. Был статистик һорау алыу. Бында һеҙҙе нимә ҡурҡытты?"
       Балалар һәм йәштәргә анкета үткәреү ҡағиҙәләре менән яҡшы таныш блогер-психолог Рина Микрюкова (rina_mikrjukova) был уңайҙан ҡара-ҡаршы әңгәмәлә "БЛОГРОSТ"ҡа бына нимә тине:
       - Толерантлыҡ, башҡа мәҙәниәттәргә ихтирам тәрбиәләү буйынса системалы эш алып бармай тороп, балаларҙан уларҙың милләте хаҡында һорарға, бындай анкеталар менән эшләргә ярамай. Әгәр балаларҙың интернациональ клубтарға йөрөргә мөмкинлеге булмаһа, мәктәптәрҙә һәр төрлө милләт вәкилдәре һәм башҡа диндәргә ҡарата толерантлы мөнәсәбәт буйынса дәрестәр, семинарҙар һәм тренингылар үткәрелмәһә, айырыуса башланғыс кластар араһында, бындай анкеталар тултырыу урынлы түгел. Улар быдай төшөнсәләрҙе аңламай ҙа. Башта балаларға төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында һөйләргә, уларҙа башҡа мәҙәниәттәргә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләргә кәрәк.
       Ә был анкета үткәреүгә килгәндә иһә, һорауҙарҙың нисек ҡуйылыуын ҡарап, уларҙың ололар өсөн булыуын билдәләргә мөмкин. Балаларға, ғәҙәттә, икенсе төрлөрәк һорауҙар бирелә. Был анкетаны үткәргән мәктәп психологтарының һәм социаль педагогтарҙың компетентлығын шик аҫтына ҡуйырға мөмкин. Тап улар һорауҙарҙың балаларға аңлайышлылығынан, тикшеренеүҙең балалар һаулығына ниндәй йоғонтоһо булыуынан, ҡуйылған һорауҙарҙың әҙәплелегенән сығып, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ тикшеренеүҙәргә эксперт баһаһын бирергә тейеш. Ғөмүмән, мәктәпкә эләгер алдынан бөтә тикшеренеү материалдары ла БР Мәғарифты үҫтереү институтының психология кафедраһында экспертиза үтергә тейеш. Күрәһең, ҡайҙалыр еренә еткереп эшләп бөтөрмәгәндәр.
       Өфө мәктәптәрендә бындай анкета үткәреүҙең инициаторы кем булған һуң? Форумда был теманы күтәргән һигеҙ йәшлек уҡыусының әсәһе, анкета балаларға "ниндәйҙер Башҡортостан институты инициативаһы буйынса таратылды", тип яҙҙы. Әммә бер аҙҙан ситуация асыҡланды.
       Башҡортостан Президенты блогында һәм ата-әсәләр форумында йәйелдерелгән ҡыҙыу дискуссия openufa.com сайтында донъя күрҙе. Ә һуңынан сайт редакцияһына анкета авторынан хат килде. Ул педагогия фәндәре кандидаты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зөлфиә Мөбинова булып сыҡты. Үкенескә күрә, беҙҙең баҫма уның менән бәйләнешкә инә алманы. Университетта, ул Мәскәүҙә командировкала һәм мобиль телефонының номерын берәүгә лә бирмәүен һораны, тинеләр. Шуға күрә беҙ педагогтың үҙенең хатында хәбәр иткәндәрен генә еткерә алабыҙ.
       Зөлфиә Мөбинова үҙенең 2004 йылдан алып Башҡортостандың 22 уҡыу йортонда эшләп килгән "Күп милләтле мәктәптәрҙә поликультур тәрбиә биреү" тәжрибә майҙансығының авторы һәм ойоштороусыһы булыуы хаҡында яҙған. "Сәләмәт милли үҙаңды һәм милләт-ара толерантлыҡты тәрбиәләү, педагог әйтеүенсә, был майҙансыҡтарҙың төп маҡсаты булған. Мәктәп уҡыусыларына анкета үткәреү, асылда, глобаль эксперименттың бер өлөшө генә.
       Анкеталарҙың урта һәм өлкән класс уҡыусыларына тәғәйенләнеүен билдәләй педагог (уларҙың һигеҙ йәшлек балаларға эләгеүе бөтөнләй аңлашылмай - автор иҫкәрмәһе). "Анкета алдынғы Рәсәй ғалимдары анкеталары нигеҙендә әҙерләнде һәм этнос-ара толерантлыҡты тикшереү һәм баһалау буйынса инструментарийҙарҙың береһе булып тора, ул экспертиза һәм күп тапҡыр апробация үтте, - тип яҙа Зөлфиә Мөбинова. - <...> Һеҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һорауҙар фәндә төрлө йәштәге уҡыусыларҙа толерантлыҡ һәм интолерантлыҡ эволюцияһын тикшереүҙең мотлаҡ индикаторҙары булып сығыш яһай, улар фәнни нигеҙләнгән һәм етерлек дәлилләнгән. <...> Улар бер нисек тә милләт-ара ҡаршылыҡтарға килтермәй, ни бары был ҡаршылыҡтың потенциалы кимәлен баһалай".
       Ләкин блогерҙар һәм Рөстәм Хәмитов үҙе икенсе төрлө ҡарашта. Бына нимә һөйләнеләр "БАШвест"ҡа Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә:
       - Был факт буйынса беҙ тикшереү үткәрҙек. Был анкеталарҙың ысынлап та республиканың 24 мәктәбендә таратылыуы асыҡланды. Уларҙа бирелгән һорауҙар дөрөҫ төҙөлмәгән. Анкета үткәреүҙең инициаторы - Зөлфиә Мөбинова, уның һөҙөмтәләрен артабан үҙенең докторлыҡ диссертацияһында файҙаланырға йыйынған. Башҡортостан Мәғариф министрлығына хәбәр итмәйенсә, анкеталарҙы мәктәптәргә үҙе таратҡан. Был эшмәкәрлек әле туҡтатылған, әлбиттә, бөтә анкеталар ҙа алынған, мәктәп директорҙарына иҫкәрмә яһалған. Асылда, педагогия фәндәре кандидаты уҡыусылар өҫтөндә законһыҙ эксперимент үткәргән. Тикшеренеү үткәреүгә был балаларҙың ата-әсәләре ризалыҡ бирмәгән. Бындай тәжрибә үткәрелеүе хаҡында күптәр белмәгән дә хатта. Әгәр был хаҡта Президент блогына яҙылмаһа, бер кем дә белмәй ҡалыр ине.
       Мәҡәләбеҙ аҙағында өҫтәп үтәйек: Зөлфиә Мөбинова хатында тағы, һорауҙарҙың бер өлөшө төрлө сайттарҙа баҫылып сыҡҡас, "уның тиҫтәләгән коллегалары - уҡытыусылар БР Прокуратураһына мәғлүмәт биреүгә саҡыртылды", тип яҙа, тимәк, эшһеҙ ҡалыуҙары ла ихтимал. Әммә "БАШвест"ҡа прокуратураның үҙендә был фактты раҫламанылар.
       Фото deti-budushego.com сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал