6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Депутаттарҙан сағыу буяуҙар
24.12.10


       - Яңы йыл яҡынлаша. Ул миндә һәр ваҡыт таҙа ҡағыҙ бите менән ассоциациялаштырыла. Йыл аҙағына был биттең сағыу буяуҙар менән биҙәлеүен теләр инем. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, иртәгәһе көнгә ышаныс! - шундай теләктәрен әйтте кисә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев сираттағы, 33-сө ултырыш тамамланғандан һуң.
       Депутат коллегаларын парламент спикеры көҙгө сессияның тамамланыуы, БР Конституцияһы көнө һәм, әлбиттә, етеп килгән Яңы 2011 йыл менән дә ҡотланы. Шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы ҡаҙаныштар һәм иң йәшерен теләктәренең дә үтәлеүен, һаулыҡ, сабырлыҡ, тәрән аҡыл, тыуған Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына ижади эшләүҙәрен теләне.
       Ләкин эш традицион Яңы йыл алды теләктәре менән генә тамамланманы, депутат эшендәге етешһеҙлектәр ҙә билдәләнде. Парламентарийҙар рәтендә бурыстарына һалҡын ҡараған, ултырыштарға йөрөмәгәндәр ҙә бар. Толкачев улар хаҡында ла әйтеп үтте.
       - Әгәр теге йәки был депутат, аҡларлыҡ сәбәптәре булмай тороп, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырыштарын бер нисә тапҡыр ҡалдырған икән, бының өсөн законда уның вазифа биләүенең маҡсатҡа ярашлылығын тикшерергә мөмкинлек биргән норма бар. Мин комитет рәйестәренә депутаттарҙың ни сәбәпле ултырышта ҡатнашмауҙарына тейешле анализ үткәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәм. Һәм законлы дәлилдәре булмаһа, теге йәки был коллегабыҙҙың депутаттар корпусында артабан ҡалыуҙарының маҡсатҡа ярашлығы тураһындағы мәсьәләне тикшереүгә сығарыуҙы һорайым. Беҙҙе халыҡ һайлаған, әйҙәгеҙ намыҫлы эшләйек, ултырыштарға йөрөйөк!
       Парламентарийҙарҙың был ултырышында 60-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, 18 закон проекты закон статусын алды.
       Бынан тыш, көҙгө сессия йомғаҡтары буйынса депутаттар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт әҙерләнде.
       Әлеге сессия үтә мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар фонында үтте, - тиелә был документта. - Дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 29-сы (сираттан тыш) ултырышында Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдиме менән Рөстәм Хәмитовҡа вәкәләттәр йөкмәтелде һәм ул Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үтәүгә тотондо. Башҡарма властың республика органдары системаһында һиҙелерлек кадрҙар һәм структура үҙгәрештәре булып үтте. Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең 3-сө съезы үтте.
       Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына өсөнсө Мөрәжәғәтнамәһе киң йәмәғәтселеккә еткерелде. РФ Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән төп темалар "Берҙәм Рәсәй" бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында тикшерелде. Был ултырышта эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре хаҡында төп доклад менән "Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзаһы, БР Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
       Көҙгө сессияла БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың алты пленар ултырышы үткәрелде (шул иҫәптән миҙгел-ара осорҙа ике сираттан тыш ултырыш), 71 закон проекты ҡаралды, 54 закон ҡабул ителде, шуларҙан әлеге ваҡытта 34-енә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡул ҡуйған. Бынын тыш, 16 закон проектын беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡарау тәьмин ителде, улар алдағы яҙғы сессияның яҡынса закон проекты эше программаһына индерелде.
       Даими комитеттар менән сессия дауамында 33 ултырыш үткәрелгән, һығымталар һәм тейешле баһаламалар йүнәлтеү юлы менән 236 федераль закон проекты, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайланған дәүләт власы органдарының 40 закондар сығарыу инициативаһы һәм мөрәжәғәте ҡаралған. Комитеттарға 820 документ килгән, шуларҙың 711-е аҙаҡҡы тапҡыр тикшерелгән, ә 109-ы артабан закондар сығарыу эшендә ҡулланыу өсөн иҫәпкә алынған.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал