6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
23.12.10


       Республикала балалар өсөн Яңы йыл байрамдары башланды. Һәр төрлө театрлаштырылған тамашаларға Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән республиканың Төп Шыршы байрамы старт бирҙе. Төп шыршы байрамы тип ул юҡҡа аталмаған, сөнки ҡупшы Яңы йыл һылыуҡайы тирәләй барған тамашала балалар менән бергә Башҡортостан Президенты үҙе лә ҡатнаша. Республика балалары тап ошо шыршы байрамында ҡатнашыуҙы уҡыуҙағы һәм спорттағы ҡаҙаныштары өсөн иң юғары награда тип иҫәпләй. Быйыл бындай бәхеткә Башҡортостандың 39 районынан 780 бала лайыҡ булды. Республиканың йыраҡ райондарынан бер төркөм балалар баш ҡалаға бер көн алдан килде. Уларҙы Өфө шифаханаларының береһе ҡабул итте. Башҡа балалар, теүәлерәк әйткәндә һәр төрлө төлкө, тейен балалары, уҫал бүреләр, матур принцессалар, Яңы йыл балы башланыуға килде.
       Тамаша башланыуын көтөп, бала-саға кеше һынлы ҡурсаҡтар менән фотоға төштө, бер-береһе менән танышты, аралашты. Байрамса биҙәлгән зал балаларҙа һоҡланыу йәки ҙур ҡыуаныс тойғоһо тыуҙырманы тиерлек. Заман вундеркиндтары Президент менән аралашырға план ҡорҙо һәм, ысын блогерҙар һымаҡ, уға көтөлмәгән һорау бирергә әҙерләнде. Шыршы байрамында ҡатнашыусыларҙың күбеһе костюмдарына тиҙ күнекте һәм иркә принцесса, оялсан Көлһылыу, вайымһыҙ күбәләктәр ролен ихлас башҡарҙы.
       Ә Ишембайҙан Ислам Төхвәтуллинға маскарад костюмын кейергә лә тура килмәне. Ул балға, етди кавалер кеүек, кадет формаһында килгән. Йәш ҡыйпысыҡтар унан күҙен алманы, егет уларҙың күңелен шиғыр һөйләүе менән әсир итте. Асыҡланыуынса, Ислам - "Урал батыр" эпосын һөйләүселәрҙең ҡала конкурсы еңеүсеһе икән. Үҙенең 13 йәшендә ул Мостай Кәримдең бихисап әҫәрҙәрен яттан белә.
       - Президенттан ҙур йомшаҡ ҡуян һорағым килә, - тип хыялы менән бүлешә Яңауылдан килгән Алина Хәсәнова.
       Ул бындай күләмле байрамда беренсе тапҡыр һәм, тиҫтерҙәре араһында үҙенә күрә сатраш королеваһы булһа ла, ныҡ уңайһыҙлана. Быйыл ул "Мөғжизә-шашкалар" республика ярыштарында еңгән.
       Бөгөнгө төп Ҡыш бабайҙы - Башҡортостан Президентын көтөп, балалар өмөтләнеп ишеккә ҡараны. Һәм бына ул. Яңғыҙ түгел.
       Байрамда бер юлы ике Президенттың - Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановтың ҡатнашыуы юбилейлы шыршы байрамына (быйыл ул 15-се тапҡыр үтә) символик бүләк булды. 1-се Балалар йортона һәм Өфөнөң 13-сө махсус коррекцион интернат-мәктәбенә микроавтобустарҙан асҡыс тапшырып, икеһе лә балаларҙың өмөттәрен аҡланы. Башҡортостан Президенты республиканың һәр йәһәттән иң-иң яҡшы уҡыусыларын етеп килгән Яңы йыл менән тәбрикләне.
       - һеҙҙең республикабыҙҙың ысын патриоттары булып үҫеүегеҙҙе теләйем, - тине Рөстәм Хәмитов.
       Ә Татарстан Президенты балаларҙы, ике Рөстәм араһында торғас, уларҙың барыһы ла яңы йылда бәхетле буласаҡ, тип ышандырҙы.
       Алина Хәсәнованың хыялы ла тормошҡа ашты. Тәм-том һалынған ҙур Яңы йыл ҡабы менән бергә ул Рөстәм Хәмитовтан ҙур йомшаҡ уйынсыҡ алды. Байрам "Бесәй Ҡуянға ҡаршы, йәки Яңы йылды ҡотҡарығыҙ" тип аталған театрлаштырылған тамаша менән дауам итте.
       Олег Яровиков фотоһы.

Ғәлиә Нәбиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал