6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Уҡыусылар "болалары"
21.12.10


       Мәскәүҙә йәштәр бәрелештәре туҡтамай. Башлыса Кавказдан һәм Урта Азиянан килеүселәргә ҡаршы һуғышалар. Бер юлы шунда Мәскәүҙеке булмағандар ҙа зыян күрә - ә ниңә ваҡланып торорға. Эске эштәр министрлығы иғтибарын арттырҙы, көсәйтелгән нарядтар, һөҙөмтәле тентеүҙәр, ҡулға алыуҙар. Сығышы менән Кавказдан булған студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла яуап акциялары планлаштыра - әле бында, әле тегендә үҙ-ара һуғыштар күҙәтелә, бәхеткә күрә, әлегә тиклем бер рәсми киң мәғлүмәт сараһы ла ауыр йәрәхәттәр һәм үлем осраҡтары хаҡында хәбәр итмәй.
       Властар быны тиҙ арала һәм еңел генә хәл итә алмай. Сөнки был мөмкин дә түгел. Ул әле генә башланмаған, оҙаҡ йыйылып килгән һәм шуға ла тиҙ генә тамамланмаясаҡ. Бындай проблемалар оҙаҡ йылдар дауамында тыныс граждандарҙы ла хафаланырға мәжбүр итер, моғайын.
       Бындай ғауғаларҙың туҡталмауы тәртип һаҡлаусыларҙың көсһөҙлөгөн аңлатмай. Киреһенсә, ҙур погромдар һәм үлтерештәргә юл ҡуйылмай - ошоноң өсөн генә лә милицияға рәхмәт әйтергә кәрәк.
       Әммә Эске эштәр министрлығы барыһын да контролдә тота алмай. Илдә билдәле азатлыҡ бар, һәм ул интернетта, йәштәр компанияларында, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса барлыҡҡа килгән йәштәр клубында йәшәй. Был ҡыҙыҡһыныуҙар ҡайһы ваҡыт законлы ла түгел, әлбиттә, һәм һөҙөмтәлә беҙ ике яҡтан да бер-береһенә ҡаршы сығыуҙарҙы күрәбеҙ.
       Әлеге болалар - ул мәктәп уҡыусылары сыуалыштары. Юғары кластар, һөнәри техник училищелар уҡыусылары, студенттар махсус тәғәйенләнештәге милиция отрядтарынан ҡыҙҙар менән бергә парктарға ҡаса, берәүҙәр һуғыша һәм ҡысҡыра, икенселәр, улар кеүек булмағыҙ, күмәкләп туҡмарға ярамай, тип һөрәнләй. Ололар бындай болаларҙан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Офистарында ултырып, митингыға сығыусылар хаҡында шаярыу ҡатыш һөйләшеү алып бара, ә урамға сыҡҡас, хәүефле урындарҙы урап үтә.
       Кавказ һәм Урта Азия йәштәрен уларҙың оло ағай-олатайҙары ла тынысландырырға тырыша. Уларҙа ойоштороу көслө, йәштәр араһында тәғәйенләнгән лидерҙар бар һәм, һөҙөмтәлә, ололар әйткәнде тыңларға тырышалар. Әммә икенсе яҡтан Ингушетия Президенты Юнус-бек Евкуров дөрөҫ әйтә: әгәр ятаҡтың бер ҡатында Кавказдан килгән егеттәр йәшәй икән, һәм чечендар дағстанлылар менән яуап акцияһы итеп урамға сыҡҡанда, ингуштар тороп ҡалһа, был электән барлыҡҡа килгән "корпоративтан" ситкә тайпылыу кеүек ҡабул ителәсәк. Йәғни ситтән килеүселәр яғынан да хәүеф һаҡлана.
       Икенсе яҡтан Юнус-бек Евкуров, әле Кавказ йәштәре араһында ололар һөйләшеүҙәр алып бара, герой булып ҡыланмаһын, бәрелештәргә ҡыҫылмаһын, хәүеф янаған урындарҙы урап үтһен, күберәк өйҙә ултырһын өсөн тырыша, тип билдәләй.
       Бынан тыш, Ингушетия Президенты Кавказ йәштәренең Рәсәй ҡалаларында үҙен агрессив тотоуын хупламай. Юнус-бек Евкуров яҡынса ошолай тине:
       - Беҙҙә Назрандә рустар майҙанда гопак бейемәй. Ниңә беҙҙең егеттәр Рәсәй ҡалаларында беҙҙең бейеүҙәрҙе бейергә тейеш? Был барыһына ла ҡаршы сығыу бит, үҙеңде улай тоторға ярамай. Әгәр янынан ҡыҙ үтеп бара икән, егет ниңә уға башына килгән теләһә ниндәй һүҙҙе әйтергә тейеш? Беҙҙә әйтем бар, кемдең арбаһында бараһың - шуның йырын йырлайһың. Ул борон уҡ ата- бабабаларыбыҙ менән уйлап табылған. Уны үтәргә кәрәк.
       Ингушетия Президенты дөрөҫ нәмәләр һөйләй, әлбиттә, ул тәртипкә һәм толерантлыҡҡа өйрәтә. Ләкин икенсе яҡта бер ниндәй толерантлыҡ та, түҙемлек тә ҡалмағанда, ҡыҙыу Кавказ йәштәре түҙеп тора алырмы икән? Йәшерергә лә теләмәгән күрә алмаусанлыҡ бар бит.
       Проблема шунда: бөгөнгө йәштәр иртәгә ололар рәтен тулыландырасаҡ һәм йыйылып килгән бөтә күрә алмаусанлыҡ хистәре күпкә етди һәм ҡурҡыныс ҡаршы тороуға әүереләсәк. Кемдер түҙемлерәк булырға, башҡаларҙың йолаларын хөрмәт итергә өйрәнәсәк, әлбиттә, әммә барыһы ла түгел.
       Бөгөн, һис шикһеҙ, йәш баштарҙа ниндәй уйҙар ҡайнағанын белгән блогер-психолог менән һөйләшеүгә сират етте. Беҙ Рина Микрюкованы (блогер rina_mikrjukova) һайланыҡ һәм ул бына нимә тине:
       - Төркөм психологияһынан беҙгә шул билдәле - деструктив элементтар йәштәрҙең ябай һәм матур лозунгыларға тиҙ ышаныуы, быуындары нығынмаған балаларҙың сит кешеләр фекеренә бирешеп барыуы менән оҫта файҙалана. Йәштәр өсөн донъя яҫы һәм аҡлы-ҡаралы кеүек. Улар сит кешеләр уйҙарын һәм идеалдарын тиҙ һеңдерә. Был улар өсөн ябай һәм аңлайышлы - быныһы дошман, ә быныһы дуҫ. Ололар тирә-яҡ донъяны улай ҡабул итмәй.
       Проблема хәҙер шунда, йәштәр берекмәләре исеме аҫтында (мәҫәлән, футбол берекмәләре) бөтөнләй ҡапма-ҡаршы нәмәләр көсләп тағыла. Футбол команда рухы тыуҙырырға, бөтә донъя халҡын уйын тирәләй берләштерергә тейеш, ә беҙ киреһен күрәбеҙ - үҙ-ара бүленеш, агрессия.
       Милләтселәр бындай хәлдә тотороҡлоҡто ҡаҡшатыу өсөн нығынмаған аҡыл менән файҙалана.
       Толерантлыҡ темаһы мәктәптәрҙә насар уҡытыла - этнология юҡ, интернациональ тәрбиәгә етди иғтибар бүленмәй. Мәктәптәрҙә Кавказ этностары темаһы бик аҙ яҡтыртыла, ә Кавказ үҫмерҙәре Рәсәй ҡалаларында үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре менән таныш түгел.
       Ир-егет үҙен нисек тоторға тейеш, ҡатын-ҡыҙ - Кавказ халҡының был осраҡҡа ҡағылышлы аныҡ ҡағиҙәләре бар. Рәсәйгә килгән кавказлылар ниңә был ҡағиҙәләрҙе үтәмәй, үҙҙәрен агрессив тота һуң? Тәүҙә шуны әйткем килә, Рәсәйгә Кавказдың иң яҡшы йәштәре генә киләлер, тип уйлайым. Икенсенән, ҡорбан комплексы. Һеҙ беҙҙе рәнйеттегеҙ. Һеҙ ғәскәр алып килдегеҙ, һәм һуғыш булды. Бында етемдәргә хас проблема килеп сыға - "минең фажиғәм өсөн һеҙ миңә бурыслы". Был йәһәттән, әлбиттә, Кавказда эшләргә кәрәк, һәм мин был эш алып барылалыр, тип ышанам. Бер-беребеҙҙе аңлап, ғәфү итер өсөн, бергә йәшәргә өйрәнер өсөн ни бары ваҡыт кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал