6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Киң мәғлүмәт саралары

Үҙгәрештәргә әҙербеҙ!
17.12.10


       Республикала иҫкән үҙгәрештәр елен барыһы ла тойҙо. Төбәккә Рөстәм Хәмитов килеү менән тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, элек һөйләргә ярамаған йәки әйтмәй ҡалдырылған нәмәләр ҙә хәҙер киң йәмәғәтселеккә еткерелә. Башҡортостан журналистары йәнләнде. Тап улар һүҙ азатлығы өсөн көрәшә бит. Һәм ошоно иҫбатлап булһа кәрәк, сираттағы, иҫәп буйынса бишенсе "Матбуғат балы" республикабыҙҙа "Үҙгәрештәр еле" девизы аҫтында үтте.
       "Матбуғат балы" - республика ҡәләм оҫталарының ысын байрамы, журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ул. Сөнки йола буйынса байрам сиктәрендә Башҡортостандың иң яҡшы масс-медиа вәкилдәрен - БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР һәм РФ Журналистар союзы үткәргән һөнәри конкурс еңеүселәрен наградлау тантанаһы ла үтә бит.
       Республика гәзит-журналдары, теле- һәм радиокомпаниялар, шулай уҡ әүҙем блогерҙар (улар ҙа ниндәйҙер кимәлдә жуналист бит) наградаларын алды. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы коллективы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса конкурста беренсе урын яуланы. Мәғлүмәт хеҙмәтенең иҡтисад бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Любовь Колоколова "Рәсәйҙе иҡтисади үҫтереү" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүсе булды, ә "Версия Башкортостана" гәзите хәбәрсеһе Илһөйәр Сәйәхетдинова Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән "Алкоголизмға һәм наркотиктарға юҡ" фондының махсус бүләгенә лайыҡ булды.
       "Матбуғат балы"ында махсус наградалар - "Алтын ҡаурый"ҙар ҙа бар ине. Бер "Алтын ҡаурый"ҙы "Позицияһын нығытҡан өсөн" номинацияһында "Башинформ" агентлығы алды. "Матбуғат балын" ойоштороусылар быны етәкселек, медиаменеджмент алмашыныуы, мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар биреү стиле үҙгәреүе менән бәйләне.
       Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов "Матбуғат балы"ында сығыш яһап, республика киң мәғлүмәт сараларының азатлығы артты, тип билдәләне. Әммә "ирекле" һүҙенең бөтәһен дә бысраҡ менән ҡойондороуҙы аңлатмауын, бының менән дөрөҫ ҡулланырға кәрәклеген әйтеп үтте. Үҙҙәренең гәзит-журналдарын, радио- һәм телетапшырыуҙарын кешеләргә ҡыҙыҡлы итеү өсөн улар үҙ фекерен дә әйтә белергә тейеш, тине ул.
       Ҡыҙыҡһыныуға килгәндә, күптән түгел bashinform.ru сайтында Google.Analytics сервисы нигеҙендә кешеләрҙең ниндәй яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуына тикшереү үткәреп, статистик мәғлүмәттәргә анализ бирелде. Факттарҙан күренеүенсә, Башҡортостанда сәйәси һәм мәғлүмәт режимы үҙгәреүе уҡыусыларҙың дәүләт киң мәғлүмәт саралары яңылыҡтарына ҡыҙыҡһыныуын арттырған. Интернет ҡулланыусылар сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлаған, БР Президенты Рөстәм Хәмитов власҡа килгән осорҙан уҡыусыларҙың республиканың төп мәғлүмәт таҫмаһына иғтибары артҡан.
       Бындай анализды "БАШвестЪ" та үткәрҙе. Беҙҙең сайтҡа уҡыусыларҙың күпләп мөрәжәғәт итеүе июлдә теркәлгән. Аныҡлап әйткәндә, 13 июлдән, тап ошо көндө республиканың экс-президенты Мортаза Рәхимовтың Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин менән Кремлдә осрашыуы үтте. Был арала 13, 22 һәм 27 июлдә сайтҡа инеүселәр күп булған. Был көндәрҙә "БАШвест"та республика етәкселегенең алмашыныуы һәм БР Хөкүмәтендә яңы тәғәйенләүҙәр тураһында мәҡәләләр донъя күрҙе.
       Киләһе иң юғары нөктәләр августҡа һәм унан һуңғы айҙарға тура килә. Был арала гәзиттә Рөстәм Хәмитовтың эш сәфәрҙәре, уның менән ойошторолған матбуғат конференциялары һәм блогерҙар менән осрашыу хаҡында яҙылды.
       "БАШвест"тың ҙур һорау менән файҙаланған мәҡәләләрен ҡарап, уҡыусыларыбыҙ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлаған, тигән һығымта яһарға мөмкин. Беҙҙең баҫмала һәр ваҡыт уҡымлы булған "Салауат Юлаев" хоккей клубы, криминал һәм махсус рубрикалар менән бер рәттән, Башҡортостан Президенты эшмәкәрлеге һәм БР Хөкүмәте эше хаҡындағы репортаждар һәм аналитик материалдар ҙур һорау менән ҡуллана башлаған.
       Шулай уҡ "БАШвест"тың БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә октябрь-ноябрҙә үткәргән "Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ өлкәһенә йәлеп итеү" онлайн-конференцияһы ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙар "Эшҡыуарлыҡ һәм инновациялар өлкәһендә йәштәр инициативаларын үҫтереү һәм ярҙам итеү" программаһы етәксеһе Руслан Ҡазыхановҡа һорауҙар биреп кенә ҡалманы, ентекле яуаптары һәм файҙалы кәңәштәре өсөн рәхмәтен дә еткерҙе.
       Интернет-ҡулланыусыларҙың беҙҙең гәзиткә ҡыҙыҡһыныуы артыуы хаҡында йәнә ошо факт һөйләй: беҙҙең турала мәғлүмәт урынлаштырылған бит һуңғы арала күп уҡылған яҙмалар иҫәбенә ингән. Һуңғы ярты йылда "БАШвест"ҡа рәхмәт һүҙҙәре, хеҙмәттәшлек итеү буйынса тәҡдимдәр, кәңәштәр менән бик күп хаттар килде, шулай уҡ редакцияға шылтыратыуҙар ҙа артты.
       "БАШвест"тың блогерҙар - "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары менән бергә алып барған яңы "БЛОКРОSТ" рубрикаһы ла ҙур резонанс ала.
       Гәзитебеҙҙең минустарының береһе тип уҡыусылар кире бәйләнештең булмауын атай - "БАШвест"тың мәҡәләләренә комментарий ҡалдырып булмай. Бик йыш беҙҙең материалдар комментарий ҡалдырыу мөмкинлеге булған блогтарҙа, социаль селтәрҙәрҙә һәм башҡа сайттарҙа тикшерелә. Яҡын арала беҙҙә лә бындай мөмкинлек асыласаҡ.
       Беҙ үҙгәрештәргә әҙер!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал