6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Борсоулы хәл

"Ҡояшлы"ны төҙөүсе һауа һатҡан
16.12.10


       Өфөлө Эльвира Орлова оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте менән үҙе менән улына фатирға аҡса эшләгән. Мөмкин булғандың барыһын да "Йәшел яр" торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә һалған.
       - 2008 йылдың майында килешеүҙе теркәп, өс миллион һум аҡса индерҙем, ә 2009 йылда беҙ яңы фатирға күсергә тейеш инек. Әле 2010 йыл тамамлана, әммә әлегә тиклем йорто ла юҡ! - ти ул "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә алданған төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар проблемаһы буйынса Республика Йортонда үткән ултырыштан һуң. Беҙҙең әңгәмәсебеҙ ҙә ошо категорияға эләккән кешеләр иҫәбенән.
       Уның кеүектәр "Йәшел яр" торлаҡ комплексында 90-дан ашыу кеше. Дөйөм алғанда Башҡортостан буйынса ике меңдән ашыу өлөшсө аҡсаһыҙ, торлаҡһыҙ ҡалған, ә проблемалы йорттар иҫәбе 25-кә етә. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен 13 декабрҙә етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн етәкселегендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының вклад яһаусылар һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш төркөмө вәкилдәре барып ҡараны. Ә иртәгәһенә улар күргәндәре менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт ултырышында ҡатнашыусылар менән уртаҡлашты. Алданған кешеләргә нисек ярҙам итеү һәм ғәйеплеләрҙе нисек яуапҡа тарттырыу буйынса власть вәкилдәре төҙөлөшкә аҡса индереүселәрҙең үҙҙәре һәм төҙөүселәр менән кәңәшләште. Кәңәшмәнең маҡсатын Александр Хинштейн аныҡ билдәләне - алданған өлөшсөләр категорияһындағы граждандарҙы нисек бәхетле фатир хужалары рәтенә күсерергә.
       Төп доклад менән Өфө мэры Павел Качкаев сығыш яһаны:
       - Оҙаҡҡа һуҙылған 25 төҙөлөштөң 19--ы Өфөлә урынлашҡан. Ике йорт йыл аҙағына тиклем сафҡа индерелергә тейеш, туғыҙ йорт - 2011 йылда, ҡалған һигеҙе - күп тигәндә 2012 йылда, - тип белдерҙе ҡала башлығы.
       Ул иң ауырҙары - "Йәшел яр", "Етенсе күк", "Каскад" һәм "Ҡояшлы"ға айырым баҫым яһап, һәр объекттағы хәлдәр торошо хаҡында ентекләп һөйләне. Мәскәү ҡунаҡтары ла тап ошо иң ҡатмарлы төҙөлөштәрҙе барып күргәйне.
       Үрҙә билдәләнгән торлаҡ комплекстары буйынса бар гонаһтарын төҙөүселәр иҡтисади көрсөккә япһара алмай: күпселек йорттар төҙөлөшө 2004 йылға тиклем башланған һәм көрсөк башланырҙан күпкә алдараҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Әлеге ваҡытта ғәйеплеләргә ҡарата бер нисә йөҙ енәйәт эше асылған, әммә алданған граждандарҙы тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһе борсой: ҡасан улар, ниһайәт, үҙҙәренең фатирҙарын аласаҡ?
       - Беҙ көрсөккә килеп тығылдыҡ, - тип белдерҙе "Ҡояшлы" комплексына аҡса һалыусыларҙың инициатива төркөмө вәкиле Андрей Столяров. - Әлеге ваҡытта төҙөлөштө дауам итер өсөн аҡса алыр инек, бөтә фатирҙар һатылып бөткән. Унан тыш, булмаған фатирҙарҙы һатыу осраҡтары бар! Дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр һауа һатып алған булып сыға. Улар төҙөүсе түгел, ә ысын енәйәтселәр төркөмө!
       Бер үк бәләгә дусар булғандар исеменән Столяров төҙөүсене алмаштырыуҙы, ә элеккеһен закон буйынса хөкөмгә тарттырыуҙы талап итте.
       - Ысынбарлыҡта булмаған фатирҙарҙы һатыу - ысын мәғәнәһендә енәйәт ул, - тип белдерҙе Александр Хинштейн.
       Компания-төҙөүсенең ултырышта ҡатнашыусы вәкиленә мөрәжәғәт итеп, ул был объектҡа булған бар дәғүәләрҙән хәҙер үк баш тартыуҙы талап итте, бының менән "Стройпроектцентр" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Наил Зарипов ризалашырға мәжбүр булды. Уға тиклем ул булмаған фатирҙарҙы һатыуҙы йорттоң ҡаттарын арттырырға ҡарар итеүҙәре менән аңлатырға тырышты, әммә уның дәлилдәре нигеҙһеҙ тип табылды.
       Президент Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға, төҙөлөштән баш тартыу буйынса бар юридик формаллектәр ҡағыҙҙа теркәлеп бөтмәйенсә, Зарипов Хөкүмәт бинаһынан сыҡмаясаҡ, тип вәғәҙәләне.
       Хәҙер "Ҡояшлы"ға инвестор табырға кәрәк буласаҡ. Павел Качкаев әйтеүенсә, кандидаттар бар, һәм был декабрь-ғинуарҙа уҡ эшләнәсәк. Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, бындай объекттарҙы республика бюджеттан финанслай алмай, ләкин яңы төҙөүселәргә бөтә мөмкин булған преференциялар бирергә әҙер. Өлөшсөләрҙе иһә ул, уларҙың проблемаларын республика етәкселеге өҫтөнлөклө тәртиптә хәл итәсәк, тип вәғәҙәләне:
       - Беҙ һеҙҙең менән баррикаданың бер үк яғында, һәм был баррикаданы беҙ булдырманыҡ. Республика етәкселегенең бурысы - һеҙгә фатир биреү һәм ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу, уларға ҡарата беҙ айырыуса ҡаты ҡарашта торабыҙ.
       - Был тиклем юғары кимәлдә беҙҙең менән тәүге тапҡыр осрашыу үткәрҙеләр, - тине "БАШвест"ҡа Эльвира Орлова. - Бығаса беҙ ведомство-ара комиссия ултырыштарында ҡатнаштыҡ, әммә улар, үҙегеҙ күрәһегеҙ, бер нәмәгә лә өлгәшә алманы. Һәр эштең нәтижәлелеге һөҙөмтәһе менән билдәләнә, ә һөҙөмтә юҡ икән, тимәк, эш файҙаһыҙ. Аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителгән бөгөнгө ултырыштан һуң, әлбиттә, өмөт тыуҙы. Әммә был ҡарарҙар ҡабул ителеүҙән тыш, үтәлһен инде, тип көтәбеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал