6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Блогерҙарҙы гемблинг борсой
15.12.10


       Ҡомарлы бизнес тыйылһа ла, уйынсылар ҡалды. Хоҡуҡ һаҡлаусылар йәшерен казиноларҙы асыҡлағансы һәм ғәйепһеҙ интернет-кафе исеме аҫтындағы уйын салондарын фаш иткәнсе, медиктар лудомания менән көрәшә. Беҙ Өфө психиатры-наркологы, "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-комьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыһы Артур Ҡудашевтан был эштә ниндәй уңыштарға өлгәшеүҙәре хаҡында һөйләүен һораныҡ.
       - Игромания, лудомания, гемблинг... Медицина берләшмәһендә ҡомарлы уйынсыларға ҡарата ниндәй төшөнсә ҡулланыла?
       - Бөтә өс термин да - синонимдар. Русса беҙ "игромания" тип әйтәбеҙ, инглиз телле илдәрҙән беҙгә "гемблинг" һүҙе килде, лудомания - латин теленән. Ә халыҡ-ара ауырыуҙар классификаторында шундай белешмә бар, унда "а"нан "я"ға тиклем бөтә ауырыуҙар ҙа һанап кителгән - Ғ63.0 шифры аҫтында "ҡомарлы уйындарға патологик тартылыу" тигән сир билдәләнгән.
       - Нимәгә ҡарап кешегә бындай диагноз ҡуйыла? Был диагноз бит?
       - Эйе, дөрөҫ. Һәм уның төп дүрт билдәһе бар: йыл дауамында ҡабатланған уйын эпизодтары, матди файҙа алмаһаң да, йәки финанс һәм башҡа төрлө зыян була тороп уйнау, кешенең уйнау теләген еңә алмауы, даими фиксация - һәр ваҡыт уйын менән бәйле нәмәләр хаҡында уйлау. Әйткәндәй, был патологияны ҡайҙа индерергә - психиатрияғамы, әллә наркологияғамы - медицина әле һаман белмәй, һәм был мәсьәлә менән кемдәр шөғөлләнергә тейеш, тигән һорау ҙа яуапһыҙ ҡала.
       - Һәм һөҙөмтәлә уның менән кем шөғөлләнә? Ғөмүмән, шөғөлләнәләрме?
       - Әгәр наркодиспансерға йәки психоневрология хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһәгеҙ, бар ерҙә лә һеҙгә, эйе, беҙ был патология хаҡында беләбеҙ, әммә бындай ауырыуҙарға консультация, диагностикалау, дауалау ярҙамы күрһәткән билдәле хеҙмәт, айырым белгестәр юҡ, тип яуап бирәсәктәр.
       - Уйынһыҙ тора алмаған кешеләр булғас, бигерәк тә улар был сирҙән арынырға теләгәс, - тимәк, дауалау өсөн тейешле шарттар ҙа булдырырға кәрәк, тип уйламайһығыҙмы?
       - Беләһегеҙҙер, әле һаман дауаһы табылмаған, үлемгә килтереүсе етди ауырыуҙар күп. Улар фонында лудомания әллә ни ҡурҡыныс булып күренмәй.
       - Шулай булһа ла, әлеге мәлдә дауалап булмаған ауырыуҙарҙан дарыу эҙләйҙәр бит, уйын манияһынан эҙләмәйҙәрме икән ни?
       - Әгәр ҡомарлы уйындар менән әҙерәк мауыҡһындар өсөн нимә эшләргә, тигән һорау ҡуйыла икән, был дауалауға ҡағылған һорау түгел, ә булдырмау, профилактика. Уйнай башламаһындар өсөн нимә эшләргә, тигән һорау дөрөҫөрәк булыр, ә нисек дауаларға - быныһы инде техник һорау. Донъяла был проблема күптән билдәле, махсус үҙәктәр, методология, дарыуҙар һәм башҡалар бар. Шуныһы ла билдәле: наркомания төрөндәге патология формалашҡан икән, кеше унан бер ҡасан да ҡотола алмаясаҡ. Элекке наркомандар булмаған кеүек, элекке уйынсылар ҙа юҡ. Ләкин уларҙы нисектер контролдә тоторға, үҙенә лә, башҡаларға ла зыяны әҙерәк булһын, тип тырышырға кәрәк.
       - Һеҙ күптән психиатрияламы? Уйынға тартылыуҙан ҡотола алмағандарҙың күпләп мөрәжәғәт итеүе ҡасан теркәлде?
       - Психиатрияла мин 1995 йылдан бирле, әммә уйынсылар һәр ваҡыт булған. Әгәр Рәсәйҙә беҙ йәшәгән ваҡытты ҡараһаҡ, бында илдә ижтимағи-сәйәси формация алмашынған осорҙо күрһәтергә кәрәктер, моғайын. Кешеләр был мауығыу, ҡомар, ярҙамында аҡса эшләргә мөмкин икәнен, лотереялар, казино, уйын автоматтары табышлы бизнес була алыуын аңлаған осор. Ә һеҙ шул уҡ "МММ"ды хәтергә төшөрөгөҙ - ул да шул уҡ уйын бит. Аҡса һалаһың да, тейешле мәлдә, асыҡлап әйткәндә, тап улар артҡан ваҡытта кире сығараһың, - был да бит лудомания! Нимә һуң ул уйын? Хәүеф барлығын белә тороп, мәҫәлән, матди нәмә юғалтыу хәүефе, берәй төрлө эшмәкәрлеккә тәүәккәлләү. Был эшмәкәрлектең нисек бөтөрө билдәле түгел, әммә нимәлер отоуға өмөт бар.
       - Ләкин аҡсаға уйнау менән компьютер уйындарының тәбиғәте бер иш түгел бит. Беренсе осраҡта кеше матди яҡтан байыуға ынтыла, ә икенсе осраҡта уны уйын процесы ылыҡтыра...
       - Бында уйын тәбиғәте ысынында бер үк: патологияның дүрт билдәһен иҫкә төшөрөгөҙ. Лудомания, эшкә мөккибән китеү, диеталар, спорт, селтәр маркетингы менән мауығыу, биржала уйнау - былар барыһы ла бер төрҙәге күренештәр. Ара-тирә лотерея билеты һатып алаһығыҙ, ҡайһы ваҡыт компьютер уйындары уйнайһығыҙ икән, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Әммә һеҙҙең мауығыуҙарығыҙ гипертрофик форма алһа, әгәр һеҙ һуңғы аҡсағыҙҙы биреп, бурысҡа батып, йәшерен уйын йорттарында уйнаһағыҙ, эш криминалға барып етһә, - был, әлбиттә, патология.
       - Әңгәмәбеҙ башында һеҙ был ҡомарҙан дауаланып булмай, тинегеҙ. Ысынлап та барыһы ла шулай насармы? Әгәр кеше һуңғы сигенә етеп тә, әлегә ғаиләһен, дуҫтарын юғалтмаған һәм дауаланырға килгән икән, уға бер нисек тә ярҙам итеп булмаймы ни?
       - Дауаланыу, профессионалдарға мөрәжәғәт итеүҙәренә мин ике ҡуллап ризамын. Өфөлә, мәҫәлән, психолог, психотерапевт, психиатрҙарҙың ҙур штаты бар - береһе булмаһа, икенсеһе ярҙам итәсәк. Әлегә тәжрибә булмаһа ла, - уны бит тупларға мөмкин: һорау бар икән, тәҡдим дә буласаҡ.
       - Ҡомарлы уйынһыҙ тора алмау сире ниндәй методикалар ярҙамында дауалана?
       - Бында барыһы ла кешенән тора. Төрлө алымдар бар - медикаментоз, физиотерапевтик, психотерапевтик һәм башҡалар. Белгестәребеҙҙең квалификацияһы ла ярайһы юғары, шуға ла уларға мотлаҡ барырға кәрәк.
       - Бындай проблема менән нигеҙҙә кемдәр килә?
       - Аныҡ ҡына әйтә алмайым, махсус рәүештә анализлағаным юҡ. Әммә иң тәүҙә йәштәр өсөн борсолорға кәрәктер. Иң мөһиме, был хәтәр уйындар менән мауығырға ирек бирмәҫкә. Иң йоғонтоло алым - альтернатива тәҡдим итеү. Кешеләр ниңә виртуаль донъяға китә һуң? Тимәк, ысынбарлыҡта үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек юҡ. Патология үҫешенән нисек ҡотолорға, тигән һорауға аныҡ яуап юҡ, әммә шуныһы билдәле, бында бер тыйыу ғына ярҙам итмәйәсәк. Уйын криминаль формалар ала барасаҡ, подпольеға китәсәк. Йәнә бер социаль килешмәүсәнлек тигән төшөнсә бар: мәҫәлән, тәмәке тартыу - был насар, зарарлы, әммә йәмғиәттә ул ғәҙәти ҡабул ителә, тәмәке тартыу урындары, тәмәке тартҡандар өсөн залдар бар. Елем еҫкәү ҙә - насар, әммә был осраҡта тирә-йүндәгеләргә был хаҡта һөйләмәйҙәр.
       - Социаль килешмәүсәнлеккә килгәндә. Автоматтарҙа уйнау электән үк кире яҡтан баһалана. Был мауығыуҙы йәшерергә тырышалар, ә бына лотерея билеттарын алып ҡарайыҡ. Лотерея һатып алыусыларға беҙ бер ниндәй кире тойғолар кисермәйбеҙ, әммә ул да шул уҡ ҡомарлы уйын, тик закон менән тыйылмаған, тигән фекер бар.
       - Лотереялар элек тә бар ине, әммә ул ваҡытта унда уйнатылған аҡсалар ҙур түгел ине, реклама кимәле лә икенсе булды. Бөгөн лотереяларҙы ойоштороусыларға, кеше психологияһына ныҡ баҫым яһайһығыҙ, кешене психологик тотороҡлоҡ хәленән сығарыуға һәләтле сифаттар үҫешен ярһытаһығыҙ, тигән дәғүәләр белдерергә мөмкин.
       - Хәҙерге торошонда лотереяларҙың бизнес икәнлеге аңлашыла. Күптән уларҙы тыйыу йәки дәүләт ҡулына биреү тураһында һөйләшеүҙәр бара...
       - Лотереяны ниндәй яҙмыш көтәлер, күрәҙәлек итмәйек. Борсолоуҙың урынлы булыуын кешеләр белергә тейеш: лотерея менән мауығыу тәбиғәтен ваҡытында аңлап, үҙ-үҙеңде тотошоңдо тәртипкә килтерергә кәрәк. Әйткәндәй, ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекерҙәрегеҙ менән "Йәнле журнал" битендә уртаҡлашырға мөмкин, - тип билдәләне әңгәмә һуңында artur_kudashev.
       Фото subscribe.ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал