6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Күргәҙмәләр

Йылы йомшаҡ башҡорт шәле
14.12.10


       Ҡышҡы һыуыҡтар етеү менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йылы шәлгә урана башлай. Тура тәғәйенләнешенән - һалҡындан һаҡлауҙан тыш, ул эйәһенә ҡабатланмаҫ матурлыҡ һәм йәм биреүсе сағыу аксессуар ҙа була ала. Быға Өфөлә өсөнсө тапҡыр үткән Республика башҡорт шәле фестивалендә инанырға мөмкин ине.
       Республиканың 22 районынан иң оҫта бәйләүселәр Ҡала мәҙәниәт һарайында йыйылды, улар бында селтәрләп бәйләнгән иң яҡшы мамыҡ шәлдәрен, палантиндарын, косынка, башлыҡтар һәм башҡа төрлө изделиеларын алып килгән. Шулай ҙа шәлдәр күргәҙмә - йәрминкәнең төп биҙәге булды, уларға һоҡланырға ғына түгел, оҡшағандарын һатып алырға ла мөмкин ине. Күргәҙмәгә килеүселәр бер быуатлыҡ тарихы булған шәлде лә күрә алды, был реликвия әле Башҡортостандың Хәйбулла районында крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана.
       Көньяҡ Уралдың далалы райондары дебет шәлдең тыуған ере иҫәпләнә. Башҡорт шәлдәренең даны Ырымбур шәлдәренекенән бер ҙә кәм түгел. Ырымбур шәлдәре - йоҡа һәм йомшаҡ, ә башҡорт шәлдәре - йылы, йомшаҡ һәм ебәк кеүек. Йомшаҡ матур шәлдәрҙе ошоноң менән бала саҡтан шөғөлләнгән иң яҡшы оҫтабикәләр генә бәйләй ала.
       - Беҙҙең "Биҙәктәр" ("Узоры") коллективы фестивалгә Мәләүез районынан килде, - тине "БАШвест"ҡа Бельский ауылынан Рима Сәйетбатталова. - Һигеҙ оҫтабыҙ һигеҙешәр эшен күрһәтергә ҡарар итте, бөтә изделиелар ҙа - ентекләп башҡарылған ҡул хеҙмәте, һәм һәр бәйләүсе үҙенең шәлен биҙәге буйынса башҡа эштәрҙән айырмалы итергә тырышҡан.
       Уртаса күләмдәге бер шәл өлгөртөү өсөн ике аҙнанан ашыу ваҡыт кәрәк, ә ҡатындар башлыса ҡышҡы осорҙа бәйләй, сөнки йәйгеһен баҡса, бесән менән бәйле мәшәҡәттәр күп. Ҡыш миҙгелендә 12 әйбер бәйләп өлгөрәбеҙ. Тәжрибәлерәк һәм осҡорораҡтар күберәгенә лә өлгөрә. Бәйләмде улар эштән һуң, өйҙәге бихисап мәшәҡәттәрҙән һуң ғына ҡулға ала.
       Ауылда кис ултырыуҙар, ғәҙәттә, шау-шыулы үтә: ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйыла, иләү ҡабаһын, орсоҡ сығара. Һәм, әлбиттә, кәзәләрҙе лә онотмай. Шәлдең ниндәй булыуы тоҡомло кәзәләрҙең нисек аҫралыуына бәйләнгән бит. Дебеттең сифаты һәйбәт булһын тиһәң, тиктормаҫ малҡайҙарҙы яҡшылап ашатырға кәрәк, мәҫәлән, мамыҡ ялтырап торһон, ебәк кеүек булһын өсөн кәзәләр рационына көнбағыш өҫтәйҙәр. Кәзәләрҙе ғәҙәттә февраль аҙағы - март башында тарайҙар. Был ваҡытта дебете ҡалын һәм тығыҙ була. Бәйләр алдынан уны таҙарталар һәм иләйҙәр. Ә биҙәктәр һәм орнаменттар тулыһынса шәл бәйләүселәрҙең фантазияһынан тора. Һәр оҫтабикә эшен күңел һалып башҡарғанға ла, шәлдәр шулай йылы булалыр, моғайын. Дебет шәл шифалы йылытыусы эффектҡа эйә, уны һалҡын тейҙергән ваҡытта һәм ревматизмдан яфаланғанда билде һәм быуындарҙы йылытыу өсөн файҙаланалар.
       Хәҙер шәлдәрҙе олораҡ ҡатындар ғына ябына. Беҙ уларға һәм матурлыҡты баһалаусыларға заказ буйынса бәйләйбеҙ. Йәнә косынкалар, ир-егеттәр өсөн шарфтар, төрлө орнаменттар менән йылы бейәләйҙәр, бирсәткәләр, дебет ойоҡбаштар һәм балаларға костюмдар бәйләйбеҙ. Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек, һәм дүрт ҡыҙҙың барыһын да, шул иҫәптән мине лә, өләсәйем менән әсәйем был хәйләле һөнәргә өйрәтте, ә ағайҙарым кәзә тарай торғайны. Үҙем ун йәштән бирле бәйләйем. Минең өс улым бар, белгәндәремде шуға ла килендәремә еткерергә тырышам, ә улдарым кәзә тарарға ярҙамлаша. Ҡул хеҙмәте арзан түгел. Ҙурлығына һәм сифатына ҡарап изделие хаҡы 3500 һумға тиклем етә ала. Бөтә туғандарымды ла шәлдәр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр менән тәьмин итәм, хатта үҙемә машинаға ла аҡса эшләй алдым, - тип дауам итә "БАШвест"тың әңгәмәсеһе.
       "Биҙәктәр" бер нисә тапҡыр район фестивалдәрендә ҡатнашҡан, әле республика форумына барырға ҡарар иткән. Үҙҙәренең изделиеларын башҡа райондарҙан килгән оҫтабикәләрҙең шәлдәре менән сағыштырып, башҡаларҙан бер ҙә ҡалышмауҙарын күргәндәр, әммә бындай тәжрибә уртаҡлашыу - кәрәкле һәм файҙалы эш, тиҙәр. Мәҫәлән, әгәр киләһе фестиваль ойошторолһа, күргәҙмәгә шәлдәрҙе генә түгел, дебет изделиеларҙың киңерәк гаммаһын да сығарырға ниәтләйҙәр.
       Һәр ижади команда тамашасыларға хеҙмәт емештәрен күрһәтеүҙән тыш, фольклор номерҙары менән ҡыуандырырға ла тырышты. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың билдәләүенсә, башҡорт дебет шәле - республиканың милли байлығы, ә ҡатнашыусыларҙың барыһын да еңеүсе тип иҫәпләргә мөмкин.
       - Әлбиттә, әгәр традицион кәсеп әкренләп бизнесҡа трансформацияланһа, насар булмаҫ ине. Әгәр беҙ кәсепте һаҡлап ҡала алмаһаҡ, уның менән бергә милли үҙенсәлектең бер өлөшөн юғалтасаҡбыҙ, осһоҙ сит ил ширпотребы тулҡынына ла ҡаршы тора алмаясаҡбыҙ. Билдәле иҡтисади шарттар, етештереү процесын тиҙләтеү өсөн матди-техник база кәрәк, әлбиттә. Кәсеп бизнес булып үҫә ҡалһа, етештереүселәр араһында конкуренция тыуасаҡ, ә уның менән бергә конкурентлыҡҡа һәләтле продукция ла, һөҙөмтәлә беҙ бөтәбеҙ ҙә отасаҡбыҙ. Изделие миңә үҙенең матурлығы менән оҡшаны, айырыуса Әбйәлил оҫтабикәләренең стилле һәм заманса шәлдәре шәп, - тип билдәләне БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ғәлим Яҡупов.
       Йәрминкәгә билдәле бер маҡсат менән килеүселәр ҙә булды. Үҙе менән ейәнсәре Әминәне алып килгән Өфө пенсионеры Ғәлиәбаныу Төхвәтуллина беҙгә бына нимә тине:
       - Әле мин Өфөлә йәшәйем, ә балалыҡ һәм үҫмер йылдарым Ейәнсура районында үтте, унда элек-электән бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бала саҡтан шәл бәйләй һәм уларҙы күрше Ырымбур өлкәһенә һатырға алып йөрөй. Бында мин хәҙерге шәл бәйләүселәр ҡулланған яңы орнаменттар һәм биҙәктәрҙе күрергә килдем. Музыкала ни бары ете нота, ә күпме моң! Бына бында ла бер үк күҙ алыуҙар кеүек, әммә барыһы ла улай уҡ еңел дә түгел. Ошо уҡ биҙәкте ҡабатлап ҡара әле. Сатлама һыуыҡтар башланғас, шәл ябынасаҡмын - уға күнегелгән дә, йылы ла. Әле бәйләү сәнғәтенә әкренләп ейәнсәремде ылыҡтырам.
       - Мин әле ҡатмарлы әйберҙәр бәйләй белмәйем, ә шәлдәр - бигерәк матур, - ти иғтибарҙан оялып башын эйгән Әминә.
       - Оҫтабикәләрҙең эше ныҡ оҡшай. Хатта уларға ҡағылғанда ла экологиктан яҡтан таҙа тәбиғи материалдан етештерелгән изделиеларға хас көслө энергетика һиҙелә. Был милли мәҙәниәттең бер ҡатламы, минең уйымса, һәр ғаиләлә бындай бер нисә әйбер булырға тейеш. Һыуыҡта яурынға шәл һалып йөрөргә яратам, ул бик ныҡ йылыта, - тип дауам итте Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Анна Бикбулатова.
       Фестивалдә күрһәтелгән һәр шәл үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ, был предмет яҡындарға иң ҡәҙерле бүләк була ала, бер һүҙ менән әйткәндә, йылы башҡорт дебет шәлен иҫәптән сығарырға иртә әле.
       Автор фотоһы.

Ирек Мөхәмәҙиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал