6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Саксофон һәм "шоколадлы баритон"
11.12.10


       Олег Кирәев һәм Джейми Дэвис шунда уҡ сәхнәгә сыҡты. Көттөрмәнеләр, бындай кимәлдәге концерттарға хас булғанса, йәш башҡарыусылар ҙа сығыш яһаманы. Был алым матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки дуҫтарса атмосфера, хатта ниндәйҙер кимәлдә тет-а-тет тойғоһо булдырҙы. Музыканттар тамашасыны беренсе аккордтарҙан уҡ әсир итте.
       Сәхнә һәм залдың сиге юғалды - әйтерһең, йондоҙҙар һәм уларҙы тыңлаған тамашасылар түгел, ә дуҫтарса компания йыйылған. Олег Кирәев ҡунаҡтарҙы шәхсән үҙе ҡаршы алды, улар араһында республиканың бидәле кешеләре лә бар ине. Тамашаға бынан бер көн алда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә "Кенәз Игорь" спектаклендә сығыш яһаған Башҡортостандың мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов та килде.
       Күптән түгел БР Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы итеп тәғәйенләнгән билдәле музыкант тамашасыларҙы ҡаршыларға ла, үҙен концертҡа көйләргә лә өлгөрҙө. Һуңғы минутҡа тиклем фойела торһа ла, 19.30-ҙа ул сәхнәлә ине - өҫтөндә модалы жилет, ҡулында саксофон.
       Олег Кирәев һәр ерҙә һәм һәр нәмәлә нисек өлгөрә икән? Иртәгә ул йәштәр менән берлектә музыкаль импровизация менән шөғөлләнер өсөн "Индиго" йәштәр рок-студияһы ҡатнашыусылары менән осраша. Йәкшәмбе Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үҙенең "Jazz утрауы" тигән яңы проектын тәҡдим итәсәк, унда джаз тарихына, джаздың төрлө йүнәлештәренә һәм стилдәренә, легендар башҡарыусылар ижадына арналған программалар циклы ингән. Дүшәмбе Конгресс-холда республика театрҙары һәм музыкаһының хәҙерге торошона арналған түңәрәк өҫтәл үткәрә.
       Олег Кирәев кеүек, Джейми Дэвис та шундай уҡ алсаҡ һәм аралашыусан булып сыҡты. Концерт башланғансы Американан килгән вокалсы менән теләге булғандарҙың барыһы ла һөйләшә алды. Кемдер туранан-тура үҙе аралашты, кемдер тәржемәсе аша һөйләште, һәм Джейми Дэвис бар һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе, һаулыҡ һорашыр өсөн үҙе башлап ҡулын һуҙҙы. Концерт алдынан Америка джазмены ябай ғына кейенгәйне - ҡара свитер, еңел салбар, кроссовкалар. Музыкант булыуын бер генә аксессуар менән билдәләгән - клавишалар төшөрөлгән шарф таҡҡан. Уны Тверҙә үткән концертта бүләк итеүҙәре тураһында лә бәйән итеп өлгөрҙө. Өфө сәхнәһенә иһә Джейми Дэвис ҡиммәтле костюмда һәм ҡулына сәғәт тағып сыҡты.
       Концерт алдынан унан, рус һүҙҙәрен беләһегеҙме, тип һорағайнылар, ул: "No", - тине йылмайып. Бер аҙ хәйләләне, сөнки бер аҙҙан тамашасыларға: "Сәләм!" - тип мөрәжәғәт итте. Сығышын импровизациянан башланы:
       - Мин Өфөгә килеп,
       Бында йырлайым блюз...
       Инглиз телен белгәндәр американдың тапҡырлығын баһаланы һәм оҙаҡ алҡышланы. Ғөмүмән, концерт дауамында тамашасыларҙың тик ултырған ваҡыттары һирәк булды - музыка тактына эйәреп ҡул саптылар.
       - Беренсе тапҡыр Рәсәйгә килгәс, күп кешеләрҙең инглиз телен белеүенә, джазды яратыуына һәм аңлауына ғәжәпләндем, - тине "БАШвест"ҡа Джейми Дэвис. - Рустар һәм афроамерикандар араһында уртаҡ нәмә күп - тегеләрҙең дә, быларҙың да генетик кодында азатлыҡҡа ынтылыш һалынған. Ошо тойғо уларҙың джазға булған һөйөүен аңлата.
       Джейми Дэвис Өфөлә беренсе тапҡыр. Мәскәүҙә, Олег Кирәевтың клубында, ул йыш була. Рәсәйҙә гастролдәрҙә генә йөрөмәй, АҠШ һәм Европаға ла концерттар менән йыш сыға, бөтә абруйлы халыҡ-ара фестивалдәрҙә лә ҡатнаша. Уның ижады күптәргә таныш.
       - Мин священник ғаиләһендә етенсе бала һәм тәүҙә сиркәү хорында йырлай башланым, - тип дауам итә Джейми Дэвис. - Апайҙарым джаз һәм блюзды яратты, һәм уларға эйәреп, мин дә был йүнәлештәр менән мауыға башланым. Әлбиттә, музыкала минең кумирҙарым бар - Дайана Ривз, Джим Смит һәм башҡалар.
       Джаз һөйөүселәр билдәләүенсә, Джейми Дэвис әле ижад юлының шундай матур стадияһында - үҙенең стиле формалашҡан, әммә клишеға әйләнмәгән. Бихисап "концептуаль" вокалсыларҙан айырмалы, Дэвис - классик джаз вәкиле - матур кейенә һәм үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә белгән бәрхәт тауышлы мөләйем кеше. Һәр джаз быуынында музыкаль доминанта иҫәпләнгән йырсы бар. Джейми Дэвис бөйөк джаз-вокалсылар пантеонында тора, ул үҙенең һәләте һәм тәрән йомшаҡ баритоны менән дан алған. Джейми Дэвис 2007 йылда Лондонда Би-Би-Си оркестры менән бергә сығыш яһағандан һуң, Дэвистың тауышы халыҡ-ара джаз фестивале арбитры менән "шоколадлы баритон" тип нарыҡлана.
       Концерт эшмәкәрлегенән тыш, джаз-вокалсы Африка һәм Америка тарихына арналған документаль фильмдарға тауыш яҙҙырыу менән дә шөғөлләнә. Һәм үҙе әйтеүенсә, сәйәсәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, бар көсөн һәм ваҡытын ижадҡа бирә.
       Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Олег Кирәев менән түңәрәк өҫтәл алдынан аралашырға мөмкинлек сыҡҡас, БР Президенты советнигын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ниндәй проблемалар нығыраҡ борсоуы хаҡында һораны. Олег Кирәевтың яуабы ҡыҫҡа булды: "Барыһы ла". Ул түңәрәк өҫтәлдәр серияһын үткәрергә йыйыныуы, фекер алышыуҙы республика театрҙары һәм музыка үҫеше мәсьәләләренән башлаясағы хаҡында һөйләне.
       - Түңәрәк өҫтәл эшендә республиканың мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡовтың, төп театрҙарҙың художество етәкселәре Михаил Рабинович, Рифҡәт Исрафилов, Олег Хановтың, теманы яҡшы аңлаған кешеләр - билдәле музыканттарҙың булыуы күҙаллана. Әүҙем, иң мөһиме, аныҡ тәҡдимдәр индерергә һәләтле блогерҙар саҡырыласаҡ, - тине Олег Кирәев.
       Башҡортостан Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы билдәләүенсә, түңәрәк өҫтәлдә конструктив һөйләшеү үткәреләсәк һәм ул кемделер фаш итеү характерында булмаясаҡ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал