6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудовты ел һуҡҡан
10.12.10


       Халыҡ-ара миҙгелдең тәүге старттары Швецияла рәсәйлеләр өсөн ауыр үтте. Күптән түгел саңғы-роллерҙарҙа юғары оҫталыҡ күрһәткән Максим Чудов бик үк яҡшы сығыш яһаманы - шәхси уҙышты 17-се ваҡыт менән тамамланы, спринтта 26-сы булып килде, ә эҙәрлекләү уҙышында - 55-се.
       Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Михаил Ткаченко Максимдың һуңғы уҙыштағы уңышһыҙ атыуы хаҡында "Евроспорт"тағы коллегаларыбыҙға бына нимә тине:
       - Тикшерербеҙ. Яҡшылап тоҫҡай алмаған, күрәһең. Йәкшәмбе иртән үк уның күҙҙәре ҡыҙыл ине, унан алдағы көндә тауҙан төшкәндә күҙлек аҫтынан ел һуҡты, ти ине. Хаталарының сәбәбен асыҡларбыҙ...
       Чудов беренсе этаптан уҡ көрәшергә вәғәҙә бирҙе. Һәм Швециялағы этапта ул тәүге унау исемлегендә булыуҙы үҙе өсөн яҡшы һөҙөмтә буласаҡ тип иҫәпләй ине. Әлегә унда эләгеү планы килеп сыҡманы. Әммә был трагедия түгел. Бында, күрәһең, әлеге лә баяғы "рустар оҙаҡ егә лә, һуңынан тиҙ елә" тигән уҫал ҡағиҙә эш итә.
       Чудов мәсьәләһе буйынса "БАШвестЪ" уның шәхси тренеры, БР йыйылма командаһының остазы Виктор Никитин менән бәйләнешкә инмәйенсә булдыра алманы. Бына уның һүҙҙәре:
       - Чудов әлегә формала түгел. Йәйгеһен ул үҙен бик яҡшы тоя ине, әммә сираттағы көсөргәнешкә әҙерләнеп өлгөрмәгән. Артабан нисек китер - ҡарарға кәрәк. Әҙерләнә ул. Донъя чемпионатында сағыу сығыш яһау - төп бурыс. Әлегә нимәлер һөйләү иртәрәк. Формаға инһен һәм юғары класс күрһәтә башлаясаҡ. Һуңынан һөйләрбеҙ.
       - Күҙҙәре менән проблема, тигән мәғлүмәт бар.
       - Эйе, тауҙан төшкәндә ел һуҡҡан. Күҙ өшөгән, тип әйтеп булмай, әммә барыбер яҡшы нәмә түгел. Унда бит 20 градус һыуыҡ ине. Шулай тип яҙығыҙ - "ел һуҡҡан".
       - Биатлонсыларға һәм тренерҙарға президент стипендиялары менән мәсьәлә хәл ителдеме?
       - Эйе, барыһы ла һәйбәт. Дүрт ай өсөн барыһын да бер юлы бирҙеләр. Ҡаҙаныштарына ҡарап, егеттәр айына алты меңдән 25 меңгә тиклем аласаҡ. Алты мең дә - беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Башҡортостан Президентына һәм беҙҙең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрына барыбыҙҙан да ҙур рәхмәт!..
       Һаман да беҙҙеке, Башҡортостандыҡы булған, шул уҡ ваҡытта беҙҙеке лә түгел Ольга Вилухина был миҙгелдә Рәсәй йыйылма командаһына эләкте, әммә шәхси уҙышта ғына ҡатнашты. 21-се урын - тап уның өсөн. Эйе, сағыу түгел, әммә дебют өсөн насар, тип тә булмай.
       Тиҙҙән Германияның Хохфильценында икенсе этап башлана. Һәм унда бөтөнләй икенсе коленкор килеп сығыуы ихтимал. Әлегә был ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен яҡшы яҡтан Чудовтың яңыраҡ асылған рәсми сайтында уның көйәрмәне белдерҙе:
       - Максим! Һинең барыһы ла һәйбәт буласаҡ! Пасьютта 55-се урын алыуыңа ҡарамаҫтан, минең өсөн һин барыбер иң яҡшы биатлонсы булып ҡаласаҡһың. Хохфильценда уҡ һин, бөтә командабыҙ кеүек, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәсәкһең. Сәскәләргә эләгеү генә түгел, призлы урындар һәм еңеүҙәр ҙә буласаҡ. Мин һәр ваҡыт һиңә ышанам. Эйе, Остерсундтағы беренсе этап һинең өсөн яҡшы үтмәне, әммә ҡыуып етәсәкһең һәм иң яҡшыһы буласаҡһың! Ҡайғырма, барыһы ла килеп сығасаҡ! Ҙур-ҙур уңыштар һиңә, еңел саңғы юлы һәм атыуҙа теүәллек! Бары тик алға!!! Һин башлыһың бит!
       Әгәр был мөрәжәғәттә яҙылғандарҙы ҡыҫҡаса һәм хис-тойғоларһыҙ әйткәндә, хәҙер Максимды әрләргә түгел, ә уға ышанырға һәм ярҙам итергә кәрәк.
       Фото аif.ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал