6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Кешеләрҙе күрергә кәрәк
10.12.10


       Ҡайһы берәүҙәрҙең тормош юлының ни хәтле боролошло һәм һикәлтәле булыуына тағы бер инандым! Берәҙәккә әйләнеүе - ҡыйын түгел, әммә киренән кешесә тормошҡа ҡайтыу - күберәк әкиәткә оҡшаған...
       Әммә мөғжизәләр була! Быға сағыу миҫал - 43 йәшлек Рафаэль Сәхәпов, уны көн элгәре сәйле өҫтәл артында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
       Ай ярым элек аяҡһыҙ Рафаэль Үҙәк баҙар янындағы ер аҫтынан үтеү юлдарының береһендә хәйер һорап йөрөгән. Ә Республика Йортонда ул бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә ине, беҙ костюм кейгән ыҫпай ир-егетте күрҙек.
       Берәҙәк Сәхәповты тәрән упҡындан Земфира Байбулатова тартып сығарған. Ҡатын бына 13 йыл дауамында урам һепереүсе булып эшләй, урамды, шул иҫәптән Рафаэль көн иткән ер аҫты үткәргесен таҙалыҡта тота. Быйылғы йылдың октябрендә, тәүге һыуыҡтар башланғас, Земфира Байбулатова берәҙәкте өйөнә алып ҡайта. Йыуындыра, өҫ-башын рәтләй, ризыҡ, кейем һәм... өмөт бирә. Барыһы ла үҙгәреүенә өмөт, бер аҙ тырышырға ғына кәрәк...
       Һәм башлана! Рафаэлде фатирҙа айырым бүлмәгә урынлаштыралар, Земфира уны тәрбиәләй, ә был арала уның иптәше - Ғизәр Байбулатов ҡунаҡтың документтарын тергеҙеүҙе, инвалидлыҡ юллау һәм ҡарттар һәм инвалидтар йортона урынлаштырыу өсөн белешмәләр юллай башлай.
       Иғтибарлы чиновниктар ярҙамында бөтә документтар ҙа тиҙ арала - бер айҙан әҙ генә күберәк ваҡытта йыйыла. Рафаэль Сәхәпов хәҙер документһыҙ һәм йәшәү урыны булмаған урам кешеһе түгел. Рафаэлдең ҡиәфәте генә үҙгәрмәгән, ул яңы паспортлы ла булған, уны 1-се төркөм инвалиды итеп танығандар, пенсия алыуға документ юлланған, Өфөнөң халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәктәренең береһенә урынлаштырылған. Ул әле шунда йәшәй, ҡарттар һәм инвалидтар йортона күсергә сират көтә...
       Тормош яйға һалына. Кисәге берәүгә лә кәрәкмәгән берәҙәктең бәхетен күреп, Земфира һәм Ғизәр Байбулатовтарға ҡарата күңелдә һоҡланыу тойғоһо ярала. Был ваҡиғала төп геройҙар, һис шикһеҙ, улар. Әгәр ошо кешеләр булмаһа, Рафаэль берәй ерҙә туңып ҡалғансы хәйер һорап йөрөр ине, биллаһи.
       Рафаэлдең үҙе әйтеүенсә, ҡасандыр заводта бергә эшләгән дуҫтарына йоҡларға ул һирәк йөрөгән. Ә нимәһенә ғәжәпләнергә: берәҙәкте кемдең өйөнә индергеһе килһен? Йәйгеһен ир күп ваҡыт эскәмйәлә йоҡлаған, ҡышҡыһын - подвал, подъездарҙа...
       Ҡан тамырҙарының тарайыуы арҡаһында аяҡтарҙы ҡырҡтылар, тигән Рафаэлде бер аҙ хәйләләйҙер, тип уйлайым. Йәнәһе, аяҡтарға ҡан бармаған, барыһы ла аяҡҡа күп көс төшөүҙән - зарарлы производствола фальцовкалаусы булып эшләгән. Йәнә биатлон менән дә шөғөлләнгән. Аяҡ менән проблемалар шунан, тип аңлата... Барҙыр. Әммә былар ғына түгелдер. Минең уйымса, аяҡтарын да ул бер генә туңдырмағандыр.
       - Ер йөҙөндә сит кешеләрҙең әрнеүҙәрен күргән, фажиғәһендә ярҙам иткән кешеләрҙең булыуы яҡшы, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Байбулатовтарға мөрәжәғәт итеп. - Бәхетһеҙҙәр иҫәбе бер кешегә кәменә - һәм былар барыһы ла - һеҙҙең арҡала. Һеҙ үҙегеҙҙе миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек хас булған ысын кешеләр итеп күрһәттегеҙ. Әле беҙ яңы-яңы Хөкүмәт машинаһын кешелек һәм кешелеклелек рельстарына борорға тырышабыҙ. Кешеләрҙе күрергә кәрәк. Һәм уларҙы әле үк күреүегеҙ өсөн рәхмәт.
       Был изгелектең һирәк осрағы, - тип дауам итә төбәк башлығы. - Һеҙ әле нимә эшләүегеҙҙе лә аңламайһығыҙ. Барыһы ла ихлас күңелдән башҡарылғанда, кеше был турала уйламай. Һәм һеҙ үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа изгелектең үҙ урынында булыуын күрһәттегеҙ. Рәхмәт һеҙгә бының өсөн!
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал