6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Блогер тәмәкегә һуғыш иғлан итте
09.12.10


       Тәмәке ташлауҙың әллә күпме ысулдары бар. Ҡайһы берәүҙәре һөҙөмтәле, ҡайһыныһы, киреһенсә, никотинһыҙ тора алмау теләген көсәйтә генә. Тәмәке тартыуҙы ташлауҙың еңел һәм хәүефһеҙ юлы бармы һуң? Был мәсьәләлә "БАШвестЪ" уҡыусыларына "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-комьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыһы, Өфө табибы психиатр-нарколог Артур Ҡудашев ярҙам итәсәк.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты блогында ул тәмәкеһеҙ тора алмауҙан дауалау һәм профилактика проблемаһын күтәрҙе. "БЛОГРОSТ"тың алдағы сығарылыштарының береһендә табип Башҡортостанда тәмәкеселәрҙе дауалау өсөн махсус клиника асыу кәрәклеге хаҡында һөйләне. Хәҙер беҙ, вәғәҙәләгәнсә, "artur_kudashev" никнеймы аҫтында таныш булған блогер менән әңгәмәбеҙҙе дауам итәбеҙ.
       - Артур, ниңә һеҙ тәмәке тартыу проблемаһы менән шөғөлләнә башланығыҙ?
       - Тәмәкеселәр менән эшләүе ҡыҙыҡ. Һәр төрлө кешеләр менән даими осрашыуҙар үткәрәһең, уларҙың проблемаларын хәл итеүҙең икенсе варианттарын эҙләйһең. Бындай эш камиллашыуға этәрә, тынысланырға бирмәй. Белгес булараҡ был миңә - көсөңдө һынап ҡарауға сәмләндергән саҡырыу кеүек. Беҙҙең ҡалала бының менән берәү ҙә шөғөлләнмәй тиерлек. Ҡалала махсус никотинға ҡаршы хеҙмәт юҡ. Мин был эш менән шөғөлләнергә әҙер. Был проблемаға иғтибар йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
       - Тәмәкегә психологик һәм физик бәйлелек тигән төшөнсәләр бар. Һеҙ ошолай бүлеп ҡарау менән ризаһығыҙмы?
       - Тәмәкеһеҙ тора алмау кешелеккә борондан билдәле булһа ла, был сир тулыһынса тикшерелмәгән. Һәм кемдә ниндәй бәйлелек икәнен аныҡ ҡына билдәләп булмай. Бик йыш кешелә уларҙың икеһе лә була. Өҫтәүенә, психологик бәйлелектең дә төрлөсә булыуы ихтимал. Берәүҙәр нервыларын тынысландырыр өсөн тарта. Икенселәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән сигаретҡа үрелә. Мәҫәлән, ашағандан һуң. Өсөнсөләр спиртлы эсемләктәр ҡулланғандан һуң ғына тарта. Физик бәйлелектең дә төрлөһө бар. Мәҫәлән, тәмәке тартмайынса туалетҡа бара алмаған тәмәкеселәр бар. Улар өсөн никотин моторика стимуляторына әйләнгән. Тәмәке тартмауҙан тәне һыҙлаусылар ҙа була.
       - Һуңғы арала электрон сигареттар рекламалай башланылар. Тәмәке тартыуҙы ташлауҙың был ысулы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
       - Был мәсьәләлә үҙемде экспертмын, тип әйтә алмайым. Әммә, миңә билдәле булыуынса, был да никотин алыуҙың үҙенсәлекле юлы, бында тәмәке төтөнө генә етешмәй. Электрон сигареттарҙа тәмәке ыҫмалалары юҡ. Никотин алыу алымы икенсе төрлөрәк эшләнгән. Сигареттарҙа махсус никотин капсулалары бар. Тимәк, асылда, улар никотинһыҙ тора алмау сиренән ҡотҡармай, уны ни бары икенсе формаға күсерә. Электрон сигареттарҙы никотин пластырҙар һәм һағыҙ менән сағыштырырға мөмкин. Әлбиттә, әгәр кеше тәмәке тартыуын ташлай икән, ул тәмәке төтөнөндә булған зарарлы матдәләрҙе ҡулланыуҙан туҡтай. Был ҙур плюс. Әммә никотин - тәмәкеһеҙ тора алмауға килтереүсе матдәнең үҙе. Шулай итеп, электрон сигарет ҡулланып, кеше тәмәке тартыуҙы хәүефһеҙерәк итә, әммә тәмәкегә бәйлелектән ҡотола алмай. Өҫтәүенә, белгестәр менән һөйләшеүҙән шуны асыҡланым: сигареттарҙағы никотин тәмәке төтөнөндә булғандағынан да бәләкәйерәк күләмдә бирелә. Тимәк, ул үпкәгә төпкәрәк үтеп инеү һәләтенә эйә. Һөҙөмтәлә организмға никотин да күберәк бара.
       - Аллен Каррҙың "Тәмәке тартыуҙы ташлауҙың еңел ысулы" тигән китабы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
       - Ысынлап та, был китап ярҙамында никотинһыҙ тора алмауҙан арынған кешеләр бар. Аллен Каррҙың кешеләргә нимә әйтергә теләүен аңлар өсөн, үҙем дә уны ике тапҡыр уҡып сыҡтым. Кешеләр тәмәкене ташлауҙы ҡорбан биреү кеүек ҡабул итә, тигән ул, ә был ни бары бәйлелектән ҡотолоу ғына. Әле бөтә донъя буйынса үҙәктәр асыла, улар Аллен Карр методикаһы буйынса тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итә. Унда эшкә тәмәкеһен ташлаған кешеләр ҡабул ителә. Мин дә бындай үҙәкте Өфөлә асыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһындым. Бының үтә ҡиммәт булыуы асыҡланды. Франчайзинг өсөн ("Аллен Карр үҙәге" алтаҡтаһын ҡуйыу өсөн) 15 мең фунт стерлинг түләргә, артабан биш йыл дауамында табыштың 20 процентын үҙәк офисҡа күсереп барырға кәрәк. Йәнә бындай үҙәктәрҙә дауаланыу курсы ла арзандарҙан түгел.
       - Кеше бер ниндәй ярҙамһыҙ тәмәке тартыуҙы ташлай аламы?
       - Ала. Статистика буйынса, беҙҙеке түгел, әлбиттә, американлылар статистикаһы, тәмәкеселәрҙең ун проценты тәмәке тартыуын үҙ аллы ташлай. Минең уйымса, иң мөһиме - быны кеше үҙе теләргә тейеш. Әгәр уны мәжбүр итһәгеҙ, бынан бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Әгәр кешеләрҙең икеләнеүен күрһәм, мин яҡшылап уйларға һәм һуңыраҡ тағы килергә кәңәш итәм.
       - Ә һеҙ үҙегеҙ берәй ҡасан тарттығыҙмы?
       - Бер ҡасан да тәмәкесе булманым, әммә ара-тирә тарта торғайным. Тәмәкеһеҙ тора алмау тойғоһо булманы. Һирәкләп компания өсөн тарта торғайным. Ә һуңынан нисектер башҡаса тартмаҫҡа ҡарар иттем.
       - Бик күп ҡыҙҙар һимереүҙән ҡурҡып, тартыуын ташламай...
       - Эйе, бындай хәлдәргә осрағаным бар. Әммә төшөнсәләрҙе бутарға кәрәкмәй. Эйе, никотин матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. Уның йоғонтоһонда аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар тиҙ тарҡала һәм организмдан да тиҙерәк сығарыла. Кеше тәмәке тартыуҙы ташлаһа, матдәләр алмашыныуы нормаһына ҡайта. Әгәр кеше күп ашарға, шул уҡ ваҡытта аҙ хәрәкәт итергә күнеккән икән, элек тиҙ арала тарҡалып, организмдан сығарылған матдәләр май булып ултырасаҡ. Ләкин никотинға бәйлелектән ҡотолоу һимереүгә килтермәй. Физик көсөргәнеш булмағанда өс-биш килограмм йыйырға мөмкин. Әгәр кеше үҙенең фигураһын һәм һаулығын ҡайғыртһа, тәмәкенән тыш ябығырға кәрәклеген аңларға тейеш. Бының өсөн башҡа төрлө бихисап ысулдар бар.
       - Беҙҙең илдә алып барылған тәмәкегә ҡаршы кампанияны нисек баһалайһығыҙ?
       - Ике йыл элек Рәсәй Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәке менән көрәш буйынса конвенцияһына ҡул ҡуйҙы. Алға ҡарай бик ҙур аҙым яһалды. Әлбиттә, әлегә Рәсәйҙә сиктән тыш күп тәмәке продукцияһы етештерелә, тәмәке күп ҡулланыла. Сигареттар арзан һәм уны һәр урында һатып алырға мөмкин. Әммә үҙгәреш башланды. Күренеүенсә, дәүләт был проблема менән шөғөлләнергә әҙер.
       - Тәмәке менән нисек көрәшергә мөмкин?
       - Һәр кемдең үҙенең бурысы булырға тейеш. Табиптар тәмәкенең зыяны тураһында мәғлүмәт бирергә, унан дауаларға тейеш. Ә дәүләткә тәмәке баҙарын контролдә тотоу бурысы һалына, һәм башҡалар. Һорауҙы һәм тәҡдимдәрҙе кәметеү буйынса комплекслы эш алып барылыуы мөһим.
       - Пассив тәмәкеселәр проблемаһын нисек хәл итеп була?
       - Минең ҡарашҡа, пассив тәмәкеселәр икеләтә пассив. Беренсенән, тәмәкеселәр булараҡ, икенсенән, граждандар булараҡ. Ҡағиҙә булараҡ, әгәр кеше тәмәке тартмағандар араһында тарта икән, һуңғылары түҙә һәм өндәшмәй. Был дөрөҫ түгел. Асылда, тәмәке тартмаған һәм тәмәкегә насар ҡарашта булған кешеләр күп беҙҙең ҡалала. Барыбыҙға ла билдәле йәмғиәт мәнфәғәттәре тигән нәмә бар. Барыһы ла үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтә башлаһа, яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, ҡағиҙә буйынса, автобус водителдәре руль артында тартырға тейеш түгел. Әммә ғәмәлдә был ҡағиҙәләр күҙәтелмәй. Бик ҙур проблема был. Шулай уҡ тартыуҙы сикләү тураһында закон ҡабул ителеүе хаҡында ла күптәр белмәй. Был закон буйынса кемделер яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Мин - юҡ. Ә был ҡаты закон бит. Әммә, үкенескә күрә, ул эшләмәй. Һәм күп осраҡта быға граждандарҙың пассивлығы сәбәпсе... Холҡом менән мин боласы һәм революционер түгел. Ләкин быларға күҙ йоморға ярамай.
       Фото аif.by сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал