6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Егерме икенсе апрель башҡалала караптар йөрөшө асыла
20.04.04


       Егерме икенсе апрель башҡалала тантаналы рәүештә карапта р йөрөшө сезоны асыла.
       "Бельское речное пароходство" асыҡ акционерҙар йәмғиәтене ң генераль директоры Рәйес Мингазов был байрам алдынан респу блика баҫмалары вәкилдәре менән осрашты. Ул навигацияға әҙер лектең графикка ярашлы барыуы, ремонтҡа мохтаж булған парах одтарҙың барыһы ла ремонтланыуы тураһында хәбәр итте. Был маҡсатта барлығы 40 миллион һум аҡса тотонолған.
       Һуңғы осорҙа яңы параходтар ҡайтарылғаны юҡ, шуға ла бул ғанын һаҡсыл ҡулланыу талап ителә. Бөгөн иһә паркта 180-гә
       яҡын үҙйөрөшлө һәм үҙйөрөшлө булмаған караптар иҫәпләнә. Рәсәйҙең 23 эрк компаниялары араһында предприятие иң яҡшы а лты ойошма иҫәбенә керә. Беҙҙең судноларҙы Мәскәү, Санкт -П етербург, Нижнекамск ҡалаларының арендаға алыуы ла шатлыҡлы
       хәл.
       Быйыл да параходство элек үтәгән эш төрҙәрен дауам итәсә к: йөк ташыу (уларҙың күләме быйыл артырға тейеш), туристик маршруттар, ял көндәре маршруттары, теплоходтар ойоштороу.
       Туристик путевкаларға хаҡтар тураһында һөйләгәндә, Рәйес Мингазов улар былтырғы йыл кимәлендә ҡаласаҡ, тип белдерҙе.
       Хәйер, металлға, яғыулыҡ - майлау материалдарына булған хаҡ тарҙы иҫәпкә алғанда, уларҙың бер аҙ үҙгәреүе лә ихтимал. Б ынан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү ҙә планлаштырылған . Әлеге ваҡытта ул уртаса 5 мең тәшкил итә. Кадрҙарҙың етешм әүе ошо факт менән аңлатыла ла инде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал