6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Блогерҙар - башҡорт футболы үҫеше өсөн
08.12.10


       Рәсәй футбол буйынса донъя чемпионаты үткәреү хоҡуғын алды. Халыҡ ҡыуана. Айырыуса спорт һөйөүселәр һәм, һис шикһеҙ, төҙөүселәр шат. Ә кемдер мыҫҡыллы йылмая. Рәсәй йыйылма командаһына һайлап алыу уйындарында ҡатнашырға тура килмәйәсәк йәнәһе. Һәм был сарказм уҫал, әсе, әммә дөрөҫ. Юҡ беҙҙең илдә суперфутболсылар, хатта бер командаға етерлек тә юҡ. Академиялар һәм спорт мәктәптәре лә уларҙы үҫтерә алмай. Рәсәйҙең иң яҡшы клубтарында ҡара һәм һары йөҙлө сит ил халҡы уйнай, һәм футбол нескәлектәренә төшөнгәндәрҙең бик аҙы ғына бының өсөн тренерҙар һәм менеджментты ғәйепләйәсәк. Футбол начальниктары хаҡлы - хаҡлы, сөнки Африка, Азия, Көньяҡ Американың бик үк көслө булмаған спортсылары ла беҙҙең Рәсәй йәштәренә конкурент була ала.
       Ете йылда йыйылма команда әҙерләп буламы? Мөмкинлектәр ҙур түгел. Ваҡыт күп булһа ла, быны эшләүе еңел булмаясаҡ. Футболды йәшәү асылы итеп күргән илдәрҙе нисек еңергә? Бразилия, Испания, Африка малайҙары бар буш ваҡыттарында туп тибә, ә беҙҙекеләр секциялар буйлап саба - берсә йөҙөү, берсә гимнастика, берсә бейеү йә музыка мәктәбе, күптәр футболды уйын приставкаларында йәки компьютерҙа ғына уйнай. Спорт төрҙәре күп, ә ата-әсәләр икеләнә. "Әйҙә уны көрәшкә йәки каратэға бирәйек - егет буласаҡ!" Һәм малай кешеләрҙе туҡмарға, танау емерергә, теш ҡойорға өйрәнә, ә беҙ быны милләт сәләмәтлегенә өлөш индереү тип атайбыҙ.
       Футбол, хоккей, волейбол һәм биатлон үҙенең популярлығы, команда рухы, тамашаларының матурлығы, йыш үткәрелеүе, тәрбиәләнеүселәр өсөн сағыштырмаса хәүефһеҙлеге арҡаһында йәмғиәт өсөн ысынлап та милли уйындар кимәленә күтәрелә алыр ине. Ләкин был төрҙәр сәскә атһын тиһәк, етди эш итергә кәрәк.
       Беҙ, әлбиттә, хәҙер үк әҙерләнә башлаясаҡбыҙ. Һәм Сочи ла, футбол чемпионаты ла бик сағыу һәм матур буласаҡ. Бик күп аҡса китәсәк. һәм быны үҙгәртеү мөмкин түгел. Һәр ихатала футбол майҙандары төҙөү өсөн тотонорға мөмкин булған аҡса ҙур стадиондарға китәсәк. Әлеге ваҡытта беҙҙә ундай стадиондар аҙ түгел, әммә улар туламы икән? Һәр ваҡыт түгел. Ә был оло майҙандар 2018 йылдан һуң халыҡ менән тулыр микән? Ниңәлер бөтөнләй шикләнә башланым...
       Беҙгә барыбыҙға ла көйәрмәнлек мәҙәниәте өҫтөндә эшләргә кәрәк. Ә көйәрмәнлек мәҙәниәте йәмғиәт мәҙәниәте менән бергә киләсәк. Фанаттарыбыҙ бөтә стадион менән матур йырҙар йырлай башлағас, әйткәндәй, ижадтарының поэтик кимәле Блок, Высоцкий һәм Шевчук кимәлендә булырға тейеш, ә "Бремен музыканттары" мотивына һалынған оятһыҙ һүҙҙәрҙән торған мәғәнәһеҙ текст түгел. Арбитр адресына әйтелгән "судья..." урынына көслө, әммә матур һүҙ ҡулланыла башлағас. Улар менән хатта әҙәбиәтселәр һоҡланырға, ә филологтар был турала һөҡланыулы мәҡәләләр яҙырға тейеш.
       Футбол фанатизмы уның сиктән тыш формаларында хулиганлыҡ күренеше ул, шуға күрә сәләмәт һәм аҡыллы йәмғиәттә ундайҙың булмауы яҡшы. "Башһыҙ" фанаттарға аҡыл кереп, ундайҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡһа - тап шул саҡта донъя чемпионаты үткәрергә ваҡыт етәсәк. Бындай ваҡыт ҡасан етер һуң? Кешелек цивилизацияһы алға бара, әммә уның ҡайһы бер вәкилдәре урта быуаттарҙа тороп ҡала, унан да боронғораҡ заманда булмаһа әле.
       Нисек кенә булмаһын - буласаҡ чемпионат беҙгә лә ҡағылды. Башҡортостан Президенты үҙенең блогында шулай тип яҙа:
       " Һәм футбол тураһында. Өфөлә һәйбәт команда булдырасаҡбыҙ. Эштәр башланды. Билдәле тренерҙар һәм белгестәр менән һөйләшеүҙәр башланды. Уйынсылар һайлау бара. Бурыс - 2011 йыл миҙгеле, дөрөҫөрәк әйткәндә, яңы йыл ярымлыҡ миҙгел һөҙөмтәләре буйынса беренсе лигаға сығыу. Артабан, ике-өс миҙгелдә, - премьер-лига. Һәйбәт стадион өсөн урын эҙләйбеҙ. Был төҙөлөшкә федералдарҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ. 2018 йылғы донъя чемпионаты матчтары өсөн Өфөнө мотлаҡ тәҡдим итәсәкбеҙ. Мотлаҡ бының өсөн көрәшәсәкмен! Бәләкәй генә мөмкинлек булһа ла, эләгергә тырышасаҡбыҙ. Беҙ "донъя чемпионаты-2018"ҙе ҡабул итергә лайыҡлы. Юлдар, ҡунаҡханалар, аэропорт - барыһын да рәткә килтерәсәкбеҙ. Ә беҙҙең халыҡ - донъяла иң яҡшыһы: аҡыллы, толерантлы, ғәҙел, асыҡ һәм ҡунаҡсыл. Һәм ҡыйыу көйәрмән. Мин хаҡлы түгелме ни? Берҙәм яуап, - әлбиттә, хаҡлы!
       Постың был өлөшө әллә күпме комментарийҙарға сәбәпсе булды. Күптәр яңы стадион урынын тәҡдим итә. Үҙен defo7 тип атаған уҡыусынан башҡа мөһим проблемаларҙы хәл итеү кәрәклеге тураһында ла уйҙар бар, vzavтың аҡыллы фекерҙәре лә урын алған, andreosh ихата футболының кәрәклеге хаҡында яҙған, irina_kamalieva балалар футболын бер Өфөлә генә түгел, бөтә республикала үҫтерергә кәрәк, тигән.
       Ғөмүмән, уйлана кешеләр, һәм уйҙарын башҡаларға ла алып барып еткерергә теләй. Өфөнөң футболға бик һуңлап тотонғанын аңлайҙар, һәм уның 2018 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашыуға ла өмөттәре ҙур түгел. Быны блогер rkhamitov та төшөнә:
       "Поезд киткән. Был турала һөйләүе ауыр. Бәлки исемлектәге ҡалаларҙың береһе менән тотҡарлыҡтар булыр? Беҙ коллегаларыбыҙға бер ниндәй ҙә насарлыҡ теләмәйбеҙ, әммә...?"
       Тағы mixerstrҙың посын айырым билдәләмәй булмай:
       "Футбол буйынса команда Өфөлә? Башҡорт футболының тыуған ере - Стәрлетамаҡ (минең фекерем). Тап беҙҙең "Содовик" 1-се лигаға сығып ҡына ҡалманы, беренсе миҙгелдә (хәтеремдә булһа)унда алтынсы урын алды! Ниңә команда Өфөлә булырға тейеш? Унда "СЮ" бар бит инде. Ә беҙҙә: стадион буш тора, яңы яһалма майҙан, талантлы тренерҙар һәм уйынсылар, тоғро көйәрмәндәр, ә һеҙ тағы бар нәмәне Өфөгә тартаһығыҙ".
       Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былай тип яуап бирҙе:
       "Стәрлетамаҡта ла команда кәрәк. Ана күршеләрҙә, - "Рубин", "КамАЗ", Түбәнге Кама. Барыһына ла урын етә".
       Ысынлап та. Әгәр ярҙам итергә әҙер кешеләр бар икән, ниңә командаларға булмаҫҡа, ти. Эш шунда: Стәрлетамаҡта футболды үҫтерергә теләүселәр бармы икән. Икенсе лигалағы команда ла булмауын иҫәпкә алғанда, был ҡаланың ҙур кешеләре өсөн футбол кәрәкмәйҙер, тим.
       "БАШвестЪ" "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-комьюнитиһында әүҙем аралашыусыларҙың береһенә шылтыратты. Сергей Степанов беҙҙә ябай көйәрмән дә, белгес кеүек тә сығыш яһай. Ул Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитетын етәкләй.
       - Футбол - донъяла беренсе урында торған спорт, һәм уны республикала үҫтереүҙәрен мин хуплайым ғына. Беҙҙең ҡалала халыҡ футболға йөрөр микән? Уйлауымса, бында барыһы ла команданың нисек сығыш яһауынан торасаҡ. Донъя чемпионатын үткәреү буйынса өмөттәр юҡ тиерлек, һәм быны барыһы ла аңлай. Әммә стадионды барыбер төҙөргә кәрәк. Ҡалала бының өсөн урындар аҙ. Уның ҡалаға яҡын ерҙә урынлашыуы ихтимал. Дим биҫтәһендәге "Иммунопрепарат" артында бик һәйбәт майҙан бар, Аэропорт трассаһы янында ла мөмкин, тағы бер нисә урын бар. Стадион ҡайҙа ғына төҙөлһә лә, юлдар менән проблема ҡаласаҡ, "тығындар" үҙҙәре юҡ булмай бит.
       Футбол менән халыҡтың күпләп шөғөлләнеү мөмкинлеген дә оноторға ярамай. Спортсылар күренһен өсөн шарттар кәрәк. Биатлон комплексы булдырылды - һөҙөмтәләр күренде. Ҡаяла үрмәләү буйынса стена төҙөлгәйне - чемпиондар барлыҡҡа килде. Футбол мәктәптәренең дә үҙ майҙандары булырға тейеш.
       Әлбиттә, башҡа спорт төрҙәрен дә оноторға ярамай. Беҙгә бассейндар ҙа кәрәк Өфөлә, һырғалаҡтар ҙа, башҡаһы ла. Һәр мөйөштө футбол менән тултырып булмай - ул ваҡытта башҡаларға урын етмәйәсәк. Әммә төп футбол мәктәптәренең үҙҙәренең сифатлы майҙандары булырға тейеш. Был бәхәсһеҙ.
       Фото rb7.ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал