6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БлогPost

БЛОГPOST: Блогер-нарколог тәмәкеселәрҙе мәктәпкә ебәрәсәк
07.12.10


       Тәмәке тартыу проблемаһы менән Өфө табибы, психиатр-нарколог Артур Ҡудашев ныҡлап шөғөлләнә башланы. "Рөстәм Хәмитов блогы" ЖЖ-коммьюнитиһында әүҙем ҡатнашыусы булараҡ, ул бик ҡыҙыҡлы тема күтәрҙе.
       "Әлеге ваҡытта Башҡортостанда тәмәке тартыуҙы ташларға ҡарар иткән кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙә махсуслашҡан бер генә клиника ла юҡ, - тип яҙа artur_kudashev БР Президенты блогында. - Шул уҡ ваҡытта бындай ярҙамға мохтаж граждандар иҫәбе йөҙ меңләп барҙыр. Наркологик хеҙмәт, уның әлеге хәлендә, тәмәке тартыусыларға ярҙам күрһәтеүҙә махсуслашмай, ә башҡа белгеслектәге табиптарҙың был эш өсөн тәғәйен квалификацияһы юҡ.
       Артур Ҡудашев тәмәкегә күнеккәнлектән ҡотолорға теләгән тәмәкеселәр өсөн дауаланыу курсы үтә алырлыҡ үҙәк асырға тәҡдим итте. Был үҙәк йәнә, блогер фекеренсә, профилактика менән дә шөғөлләнә алыр ине: тәмәкенең зарары һәм тәмәкене нисек ташлау тураһында мәғлүмәт таратырға, тәмәкене ташларға теләгәндәргә бушлай дәрестәр алып барырға.
       Был турала тулыраҡ итеп Артур Ҡудашев "БАШвест"ҡа һөйләне:
       - Үкенескә күрә, Өфөлә нисә йәштәге, ниндәй социаль төркөмдәге күпме кешенең тәмәке тартыуы тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Беҙ яҡынса һандар файҙаланабыҙ, йәки, икенсе ҡалаларҙа ла хәлдәр беҙҙекенә оҡшаш, тип башҡа ҡалаларҙан алынған мәғлүмәттәр ҡулланабыҙ.
       - Ә һеҙгә кем мөрәжәғәт итә?
       - Миңә төрлө йәштәге кешеләр мөрәжәғәт итә. 12 йәшлек малай ҙа, 76 йәшлек әбей ҙә пациенттарым булды.
       - Пациенттарығыҙ тәмәке тартыуҙы ташлау тураһында үҙ аллы ҡарар ҡабул итәме?
       - Мин тәмәкегә бәйлелектән дауалау менән шөғөлләнәм, миңә тәмәкеһен ташларға теләгән кешеләр килә. Ҡағиҙә булараҡ, пациенттарым был ҡарарҙы үҙҙәре ҡабул итә. Күптәре быға тиклем үк тәмәкеһен ташларға тырышып ҡараған.
       - Улар һеҙҙе нисек таба?
       - Телефон белешмәһенән мәғлүмәт эҙләгән кешеләр категорияһы бар. Әммә дөрөҫөн әйтәм, унда улар бер нимә лә таба алмай. Өфөнөң ҙур ҡала булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙә тәмәкеселәр менән шөғөлләнгән махсус хеҙмәт юҡ. Республика наркология диспансерының ҡабул итеү бүлмәһенә эләккәнсе, кешеләргә һәр төрлө медицина учреждениеларына шылтыратырға тура килә. Бына ошондай урау юлдар аша улар миңә сыға. Икенсе категорялағы кешеләр иһә минең элекке пациенттарым кәңәше буйынса килә. Ә өсөнсө категорияға беҙҙә иҫәптә торған алкоголиктар һәм наркомандар ҡарай. Ремиссия осоронда улар дауалаусы табиптарына мөрәжәғәт итә һәм, эсеүҙе, наркотиктар ҡулланыуҙы ташлағас, тәмәкене лә ташларға ине, тиҙәр. Был осраҡта уларҙы миңә ебәрәләр.
       - Дауалау нисек алып барыла?
       - Тәү сиратта пациент менән эмоциональ контакт булдырырға кәрәк. Шунһыҙ ярҙамдың һөҙөмтәһе булмай. Артабан кеше ҡасандан бирле тартыуы һәм көнөнә нисә сигарет бөтөрөүе хаҡында һөйләй, бығаса ташлап ҡарағанмы һәм бынан нимә килеп сыҡҡан - табип барыһын да белергә тейеш. Тартыуҙы ташларға теләүенең сәбәбен тәмәкесенең үҙе әйтеүе мөһим. Кешенең мотлаҡ мотивацияһы булырға тейеш.
       Барыһын да асыҡлағандан һуң дауалау башлана. Тәмәке тартыу теләген бөтөрөү өсөн төрлө дауалау алымдары бар. Мин билдәле бер алым яҡлы түгелмен, уларҙың зарарлы яҡтарын иҫәпкә алып, барыһын да ҡушып ҡулланырға тырышам. Мәҫәлән, әгәр миңә ауырлы ҡатын мөрәжәғәт итһә (ә бындай осраҡтар булды), рефлексотерапияны ҡулланырға ярамағанын беләм.
       - Дауалау күпме дауам итә?
       - Тәмәкенән дауалауҙың ике этабы бар. Беренсе этапта кешегә тәмәкеһен ташларға ярҙам итергә кәрәк, ә икенсеһендә - ҡабаттан тәмәкесегә әйләнмәһен өсөн тырышаһың. Беренсе этап ике-өс аҙна дауам итә. Был арала кеше тәмәке тартыуҙы ташлай һәм үҙен бик яҡшы тоя. Икенсе этап ҡатмарлыраҡ. Уның бер нисә айға, хатта бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал.
       - Дауаланғандан һуң кешеләрҙең яңынан тарта башлағаны бармы?
       - Төрлөсә була. Аңлайым, үҙ-үҙеңде тыйып тотоуы ҡыйын. Был пациенттарҙың ихтыярһыҙлығын һәм көсһөҙлөгөн, йәки табиптың профессионал булмауын аңлатмай. Был ауырыу спецификаһы. Никотинһыҙ тора алмау - ул оҙайлы һәм ҡабатланыусы сир. Һәм, әгәр кеше үҙен артабан тота алмай, тағы тәмәкегә үрелгән икән, бының ниҙән килеп сығыуын анализлау мөһим. Һуңынан ҡабаттан үҙеңде ҡулға алып, төп маҡсатыңа - тәмәке тартыуҙы ташлауға өлгәшеү өсөн артабан атларға кәрәк. Ышанам, кеше тәмәке тартыуҙы ташларға ҡарар иткән икән, иртәме - һуңмы ул быны эшләйәсәк.
       - Тәмәке тартыуҙы ташларға теләүселәр өсөн мәктәп тураһында һөйләгеҙ әле...
       - Тәмәке тартыуҙы ташлау тураһында уйлана башлаған кеше оҙаҡ ваҡыт дауамында, был уға кәрәкме, ташлап булырмы-юҡмы, тип баш вата. Был арала кеше никотиндың зарары, уны ниндәй ҡыйынлыҡтар көтә, дауалау алымдары, сигаретһыҙ тормоштоң ниндәй булыуы хаҡында мәғлүмәткә мохтаж. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, был турала ентекле мәғлүмәт алырлыҡ урындар юҡ. Бының өсөн мин тәмәке ташларға теләүселәр өсөн мәктәп ойошторорға тәҡдим итәм. Бындай мәктәп биш йыл дауамында Екатеринбургта уңышлы эшләп килә. Яҡын арала Өфөлә лә мәктәп асырға өлгәшербеҙ, тип ышанам. Бының өсөн күп кәрәк түгел. Бина табып, башлау өсөн 10-15 кешелек төркөм тупларға кәрәк. Дәрестәр улар өсөн уңайлы ваҡытта үткәреләсәк.
       Тәмәкенән дауалау һәм профилактика тураһында һөйләшеү бының менән генә тамамланмай әле. Артур Ҡудашев менән әңгәмәнең дауамын "БЛОГPOST"тың киләһе сығарылыштарында эҙләгеҙ.
       Фото habrahabr.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал