6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Борсоулы хәл

Һатыуға төҙөлгәнде - һүтергә
06.12.10


       Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫеше яңы күп фатирлы йорттар төҙөлөшөнә лә этәргес бирҙе. Был һәйбәт, әлбиттә, әммә шуныһы насар - ҡайһы бер йорттар шәхси төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙа барлыҡҡа килә.
       Шундайҙарҙың береһе Өфө районының Лебяжий ауылында ҡалҡып сыҡты. Төҙөлөштө ойоштороусы берләштерелгән өс участкала 27 фатирлы ике ҡатлы йорт күтәргән. Йүнсел эшҡыуар уларҙы һата башлағанда, уның күңелле хыялдарына прокуратура килеп ҡыҫыла. Асыҡланыуынса, бындай күршелектән борсолған Лебяжий халҡы Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһына коллектив хат яҙған, ә уның белгестәре үҙҙәре тикшергәндән һуң республиканың күҙәтеү ведомствоһына мөрәжәғәт иткән.
       Бөгөнгө көндә БР Прокуратураһы һығымта яһаған - был рөхсәтһеҙ төҙөлгән йорт.
       - Өс шәхси торлаҡ йорт төҙөргә рөхсәт алып, төҙөүсе бөтөнләй икенсе объект күтәргән, - тине "БАШвест"ҡа БР Прокуратураһының Федераль ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса идаралығының иҡтисад өлкәһендә закондар үтәлешен күҙәтеү буйынса бүлек прокуроры Наталья Тептерева. - Ерҙәрҙең маҡсатлы тәғәйенләнешен үҙгәртеү өсөн, урындағы хакимиәт башлығының йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләренә нигеҙләнгән ризалығын алырға кәрәк, ә улар үткәрелмәгән. Бынан тыш, күп фатирлы торлаҡ йорт дәүләт контроленә алынырға тейеш булғас, төҙөүсе үҙ ваҡытында төҙөлөш эштәре башларға йыйыныуы хаҡында дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе органын иҫкәртергә тейеш ине, был да эшләнмәгән. Йәнә төҙөлөш эштәре проект документацияһынан тыш алып барылған - был индивидуаль торлаҡ йорт төҙөгәндә талап ителмәй, әммә күп фатирлы йорт төҙөгәндә кәрәк. Тимәк, проект документацияһына дәүләт экспертизаһы ла үткәрелмәгән.
       Әле күҙәтеү ведомствоһы төҙөлөштө һүтеү талабы менән судҡа дәғүә әҙерләй.
       - Төҙөлгәнде емереүҙең ярайһы ҡаты сара икәне аңлашыла, әммә беҙ хәҙер ошо рәүешле яуап бирмәһәк, иртәгә ошондай уҡ тағы әллә күпме йорттар барлыҡҡа киләсәк, артабан улар күбәйә генә барасаҡ, - тип билдәләй Тептерева.
       Һәм Башҡортостанда бындай прецеденттар бар - миҫал өсөн, суд Кузнецов Затонында (Өфөнөң Киров районы) үҙ белдеге менән төҙөлгән күп фатирлы йортто һүтеү тураһында ҡарар сығарҙы. Бында шәхси йорттар өсөн тәғәйенләнгән бер нисә берләштерелгән ер участкаларында ошондай уҡ йорт төҙөлгән. Бындағы хәл айырыуса ҡатмарлы: әгәр Лебяжийҙа төҙөүсе төҙөлөштө үҙ аҡсаһына алып барһа, бындағы төҙөлөш эштәре граждандар - икенсе төрлө әйткәндә, төҙөлөшкә аҡсаһын индергән "өлөшсөләр" иҫәбенә башҡарылған.
       Әммә бындай факттарҙың ҡабатланасағына прокуратурала шикләнмәйҙәр. Шәхси секторҙың арзан ерҙәрендә күп фатирлы йорт төҙөп, уны индивидуаль йорт итеп күрһәтеп, ошо арҡала бихисап документтар юллауҙан ҡотолорға, өҫтәүенә, закон буйынса эш иткән төҙөүселәргә ҡарағанда фатирҙарҙы арзаныраҡҡа һатып, яҡшы табыш алырға кем теләмәҫ?
       Сағыштырмаса арзан хаҡҡа алданып, фатирһыҙ тороп ҡалыуҙан үҙеңде нисек һаҡларға һуң?
       Наталья Тептерева әйтеүенсә, шәхси йорттар, дача участкалары йәки бөтөнләй ҡола яланда төҙөлгән күп фатирлы йорттан торлаҡ тәҡдим итһәләр, шикләнергә кәрәк.
       - Һәм мотлаҡ рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшерергә кәрәк, - тине "БАШвест"тың әңгәмәсеһе. - Әгәр был күп фатирлы йорт икән, документтар ҙа күп фатирлы йортҡа бирелгән булырға тейеш. Бындай йорттар шәхси йорттар кеүек түгел, икенсе ҡағиҙәләр буйынса төҙөлә. Атап әйткәндә, рөхсәт биреү документтарынан тыш, проект документацияһы кәрәк, ә һуңғыһы Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһында экспертиза үтә.
       Нимә һуң ул аҙ ҡатлы төҙөлөш зонаһындағы күп фатирлы йорт? Инженерлыҡ тикшеренеүҙәрен, техник шарттарҙы иҫәпкә алмай төҙөлгән йорт унда йәшәүселәр өсөн дә, тирә-яҡ мөхит өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Киң ҡулланылышҡа иҫәпләнмәгән коммуналь ресурстар ғына ни тора. Газ, һыу, электр энергияһы - бөтә коммуникациялар ҙа бында шәхси йорттарға иҫәпләнгән.
       - Беҙҙең осраҡта төҙөүсе 15 киловатт ҡеүәтендәге электр станцияһын тоташтырған. Әммә ул майҙаны 10х10 метрлыҡ бер генә йортҡа иҫәпләнгән. Әгәр был 15 киловатты 27 фатирға бүлһәк, кешеләр сәйнүк тә ҡайната алмаясаҡ, - тип һөйләй Тептерева. - Йәнә йорттан алыҫ түгел генә күл ята, һәм бар нәмә ахырҙа һыуға, тупраҡҡа эләгәсәк.
       Бындай йорттар төҙөлөшөн, фатирҙары һатылып бөтөп, әҙер йортто емереүгә алып барып еткермәйенсә, башланғыс этапта уҡ туҡтатып булмаймы? Был йәһәттән төҙөлөшкә рөхсәт биреү, төҙөлөш барышына контроль өсөн, ер участкаларын һәм ундағы төҙөлөштө теркәү, документтар әҙерләү өсөн яуаплы дәүләт структуралары ниндәй саралар күрә ала?
       Әңгәмәсебеҙ әйтеүенсә, дәүләт органдарының бындай йөкләмәһе юҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, билдәле объект төҙөлөшөнә рөхсәт биргән муниципалитеттар был участкала тап ошо объект төҙөлһөн өсөн барыһын да контролдә тоторға тейеш. Бының өсөн хакимиәт вәкилдәренә тикшереү өсөн урындарға ла сығырға кәрәк. Төҙөлөш стадияһындағы эштәр барышын Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы тикшерә. Иң ауыры шул: бындай йорттар, ҡағиҙә булараҡ, бик тиҙ төҙөлә, шуға ла дәүләт органдары ваҡытында тикшерергә килеп тә өлгөрмәй.
       Шулай уҡ Наталья Тептереваның хәбәр итеүенсә, яҡын арала республика прокуратураһы территориаль прокурорҙарға бындай факттарҙы асыҡлау маҡсатында тикшереүҙәр үткәрергә ҡушасаҡ.
       Фото БР Прокуратураһынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал