6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

XXI быуатта Өфөләге урам балалары
03.12.10


       Йома кисе. Октябрь проспекты. "Спорт" туҡталышында ғәҙәттәгесә "транспорт тығыны" - өфө халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары кемеһе өйөнә, кемеһе күңел асыу комплекстарына ашыға. Торабыҙ. Ә машиналар араһынан, ҡурҡып тормайынса, ҡулын һонған малай йүгереп үтә.
       - Ағай, икмәклек бир әле. Апай, ашағым килә!
       Улар етәү. Олоһона 14, бәләкәйенә туғыҙ йәш тә юҡ. Улар банда түгел, урам балалары. Дөрөҫөн әйткәндә, бағыуһыҙ балалар. Был бер ҡарашҡа оҡшаш һүҙҙәр нисек айырыла һуң? Мәғәнәһе менән. Бағыуһыҙ бала - ул бәлиғ йәшкә етмәгән, әммә ата-әсәле бала, ә һуңғылары балаһын контролдә тотмай. Уларҙың ғаиләһе имендәрҙән түгел... Ә бына ҡарауһыҙ ҡалғандар - теге йәки был сәбәп буйынса ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм балалар. Ундайҙар аҙ - уларҙың ата-әсәләре катастрофала һәләк булған, йәки яңыраҡ ҡына әсәһе вафат булған, ә атаһы күптән үлгән... Был осраҡта бала яҙмышы өсөн яуаплылыҡ аласаҡ яҡын туғандарын эҙләйҙәр.
       Хәйер, теге етәүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Улар - бағыуһыҙ балалар. Уларҙы урам берләштергән. Билдәле бер "эш урындары" юҡ, ә хайуандар кеүек айырым бер ареалда күсеп йөрөйҙәр. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе Коляны (олоһон) Октябрь проспектында, ике универмаг районында "эләктерҙе". Һәм малай алдында Юля йәш ҡыҙҙан нисектер тиҙ арала "апай", "Юля апай"гә әйләнде.
       - Коля, һин урамда күптәнме?
       - Йылға яҡын. Әсәй эсә башлағас, ошонда эләктем. Уны миңә булған хоҡуҡтарынан мәхрүм иттеләр, - тип һөйләй Коля йыш танауын тартып, әммә быға күҙ йәштәре түгел, ә һауа торошо сәбәпсе, - менттар килде. Приемникка алып киттеләр, ә мин ҡастым.
       Шулай итеп Коля урамға эләгә һәм унда үҙе кеүек балаларҙы - Витька, Таһир, Надя, Антон, Азат һәм йәнә бер Коляны осрата, һәм икеһен айырыр өсөн тегенеһен Николай тип йөрөтә башлайҙар.
       Никола кеүек үк Коля ла Өфө малайы, компаниялағы берҙән-бер ҡыҙ Надя - Ашанан, Витька менән Таһир Салауаттан, Антон Белореттан, ә Азат... Ҡайҙан икәнен ул үҙе лә иҫләмәй. Алдаша, әлбиттә. Әйтергә генә теләмәй, йә ярай, был уның эше.
       Шулай ҙа була: баланың ғаиләһе бар, әммә унда барыһы ла имен түгел, һәм бала, "романтика", үҙ ихтыяждарына аҡса эҙләп, урамға ҡаса. Ғаиләлә аҡса етешмәүе лә ихтимал, хәйер, булһа ла, уларҙы балаға бирмәйҙәр - алкаш ата-әсәләр аҡсаһын үҙ балаһынан да йәлләй. Һәм балалар һоранырға сыға, икмәккә, кейемгә аҡса "эшләй"...
       - Әсәйем үлде, - тип ҡалтыраған тауыш менән һөйләй Надя, - ә атайым икенсене алып ҡайтты, ә уның үҙенең минән оло ике ҡыҙы бар. Улар мине рәнйетә, барыһын да тартып ала торғайны, ә атай тегенең (үгәй әсәһе) менән эсә башланы. Уларҙың миндә эштәре лә юҡ. Май айында ромашкалар өҙөп, уларҙан венок үрҙем һәм әсәйемдең ҡәберенә алып барып һалдым. Һәм бында сығып киттем. Мине яҡлайҙар бында. Һатыусынан урлай алһалар, ҡайһы ваҡыт малайҙар мине алма менән һыйлай.
       Әхлаҡ, ярай, ярамай тигән төшөнсәләр балаларҙа тотош үҙгәргән. Нимәлер урлау - геройлыҡ, урланған әйберҙең хаҡына һәм ҙурлығына ҡарап, ваҡыты менән батырлыҡҡа ла тиңләнә. Ә компанияла бер генә ҡыҙ булғас, малайҙар нисек тә уның алдында бер-береһен уҙҙырырға тырыша, хәйер, трофейҙың хаҡы буйынса ла ярыш бара бында - Никола күптән түгел ер аҫты үткәргесендә Надя өсөн кәпәс урлаған, ләкин уны кейеү - "муллыҡ" билгеһе, шуға ла Надя уны кемгәлер арзанға ғына һатҡан.
       - Коля, ә нисек йәшәйһегеҙ? Ашарға кәрәк бит, кейенергә!
       - Беҙ шешә йыйып тапшырабыҙ. Кисә, мәҫәлән, 78 һумлыҡ йыйҙыҡ. Кистәрен баҙарҙарҙан һәм киоскыларҙан һатыусылар ташлаған ҡатырға йәшниктәрҙе йыябыҙ. Уларҙы ла тапшырабыҙ. Ҡайһы берҙә урамда ағай-апайҙар унар һумлыҡ тоттора. Беҙ бер ҡасан да асыҡтан-асыҡ һоранмайбыҙ, берәүгә лә бәйләнмәйбеҙ, беҙ - "улар" түгел.
       Алдаша Коля. Һораналар, әлбиттә. Ә "улар" тигәне - Коляларҙың төп конкуренты, Үзбәкстан, Тажикстан һәм башҡа яҡын сит илдәрҙән килгән мигранттар.
       Йәйҙе балалар пляжда үткәргән - үҙҙәре эшләгән ҡыуышта йәшәгән, баҡса участкаларынан йәшелсә-емеш ташыған, ара-тирә шешлек бешереүселәр уларға шешлектән ҡалған ит өлөштәрен биргән. Йәнә пляжда ял итеүселәр Надяны "тәмлекәс" менән һыйлаған - бер нисә тапҡыр шоколад биргән.
       - Йәй рәхәт булды, - тип хәтерләй Надя, - беҙ ул саҡта бында түгел, икенсе ерҙә инек. Унда пляж бар, ҙур күпер, ниндәйҙер һәйкәл (был, күрәһең, Дуҫлыҡ монументы тирәһелер - автор иҫкәрмәһе). - Беҙ малайҙар менән ул ҡыуышты һүтеп, киләһе йәйгә тиклем йәшереп ҡуйҙыҡ. Хәҙер подвалда йәшәйбеҙ. Унда йылы ("БАШвестЪ" хәбәрсеһе балалар менән һыуыҡтар башланғансы осрашты - автор иҫкәрмәһе). Әммә шундай апай-ағайҙар бар, улар беҙҙе әрләй, ҡыуа, менттар менән ҡурҡыта. Ул ваҡытта беҙ унан китәбеҙ. Икенсе подвал эҙләйбеҙ һәм шунда ҡалабыҙ. Һәйбәт ағай-апайҙар ҙа бар - улар беҙгә ашарға бирә, ҡайһы ваҡыт аҡса тоттора.
       - Тағы бер ҡайғыбыҙ бар, - тип дауам итә Надяның фекерен Коля, - подвалдарҙы йоҙаҡҡа бикләйҙәр, һәм уларға инеп булмай. Әгәр йәшәү урынын алмаштырырға тура килһә, икенсеһен бик оҙаҡ эҙләйбеҙ.
       Уларҙың торлағы ҡайҙалыр - "партизандар" һатманы. Юля апай артынан унда милиция, социаль хеҙмәткәрҙәр килеп етер, тип ҡурҡты. Ә был кешеләр балаларҙа ҡурҡыу һәм күрә алмаусанлыҡтан башҡа тойғолар уятмай. Подвал - подвал инде, әммә иң йылы подвалда ла кейемһеҙ иҫән ҡалып булмай. Әммә улар был турала ла уйлаған булып сыҡты.
       - Беҙ бит иҫәр түгел! Был турала ҡайғырттыҡ инде, - тип ололар кеүек фекер йөрөтә бәләкәй генә Надя, - "дөйөм ҡаҙандан" аҡса һалып ҡуйҙыҡ. "Секондтарҙа" берәр нәмә һатып алырбыҙ, тип уйлайым.
       Балаларҙың кемеһелер яҙҙан берәҙәклек итә, кемдер - йылға яҡын, әммә ғүмер буйы ошолай йәшәп булмай бит. Уларҙың ата-әсәләре юҡмы ни? Улар иртәгәһе тураһында уйламаймы?
       - Бар улар, - ти Коля ата-әсәләре хаҡында. - Надяның әсәһе үлгән. Ә минекеләр эскегә һалышты. Антоханың ата-әсәһе лә эсә. Ә беҙгә ниңә улар өсөн ҡайғырырға? Бына мин армияға барасаҡмын. Һуңынан, киләсәктә. Генерал булам. Бәлки Надяға өйләнермен. Тик уға ғына бер нәмә лә әйтмә, Юля апай, атыу көлөр. Насар кейенһә лә, яҡшы ҡыҙыҡай ул, тик ябыҡ бына. Әммә мин уны кейендерәсәкмен! Ул һинән дә яҡшыраҡ кейенеп йөрөйәсәк!
       - Ә мин Америкаға барам, - тип тауыш бирҙе аҙ һүҙле Витька, Юляның өсөнсө әңгәмәсеһе. - Унда Голливудта киноға төшәм. Һеҙ мине Швайнегер (тап шулай тине, башҡа төрлө түгел) менән күрерһегеҙ әле!
       - Инглиз телен беләһеңме һуң?
       - Ә нимәһен белергә? Өйрәнәм! Алйот түгелмен!
       Өйрәнмәйәсәк. Быйыл уларҙың береһе лә мәктәптә булмаған. Ә Витькаға, хыялында һәр төрлө Шварценеггерҙарҙан текәрәк билдәле актерға, икенсе класта уҡырға ваҡыт. Ул бында иң бәләкәйе.
       Тормошта был балаларҙың ата-әсәләрҙән, йәмғиәттән, хәйер, тағы күп нәмәнән бәхете юҡ.
       Балалар - беҙҙең киләсәк. Ниндәй һуң ул киләсәк? Уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Ул арала малайҙар һәм Надя, юлда машиналар араһынан йөрөп, аварияға килтерерлек мәлдәр тыуҙыра. Был турала көн һайын тиерлек ошо ҡарауһыҙ балаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән юл-патруль хеҙмәтенең пост милиционеры һөйләй.
       - Беҙ ҡыуабыҙ уларҙы. Ләкин уҫал булғанға түгел, уларҙың именлеге өсөн шулай кәрәк. Балалар кеше ғүмере менән уйнай бит. Үҙҙәренеке менән дә, водителдәрҙеке менән дә! Ҡала буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы ЮХХДИ-ның Юл-патруль хеҙмәте Полкына хәбәр итәбеҙ, унан машина килә һәм уларҙы үҙҙәренә офисҡа алып китә, ә унда иһә баланың кем булыуы һәм ул ниңә урамда йөрөй - барыһын да асыҡлайҙар.
       Урамда йөрөгән балалар - ул ҡаза. Һәм бик етди ҡаза. Комментарийҙар һорап "БАШвестЪ" хәбәрсеһе Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделение начальнигы Елена Сәмиғуллинаға мөрәжәғәт итте.
       - Елена Максимовна, бындай балаларҙың урамда ҡалыуының төп сәбәптәре ниндәй?
       - Әгәр беҙ мажаралар, адреналин һәм "еңел"аҡса эҙләп сыҡҡан балаларҙы түгел, ә ысынлап та аҡса табыуға тормош үҙе этәргән балалар тураһында һөйләһәк, бында социаль сәбәптәр ята - имен булмаған ғаиләләр, айыҡмаған ата-әсәләр... Шулай уҡ урамда "йөрөп ҡайтырға" сыҡҡандар ҙа бар. Уларҙың өйө, ата-әсәһе бар, әммә улар был йәштә ирек, азатлыҡ тойғоһо кисерергә теләй.
       - Ә был балалар нисә йәштә?
       - Нигеҙҙә - йәш үҫмерҙәр. 12 йәштән башлап.
       - Урамдан Эске эштәр идаралығына эләккән балалар яҙмышы хаҡында һөйләгеҙ әле.
       - Патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә эләккән балаларҙы приемникка тапшырабыҙ. Унда баланың шәхесен һәм урамға эләгеү сәбәптәрен асыҡлайҙар. Артабан, әгәр бала өйҙән ҡасҡан икән, ул ғаиләһенә кире ҡайтарыла. Әгәр имен булмаған ғаилә булһа, беҙ тейешле сараһын күрәбеҙ: баланы ғаиләһенән алабыҙ, һәм уның яҙмышын социаль опека органдары хәл итә. Ата-әсәләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, бала ғаиләлә ҡалдырыла, социаль опека органдары күҙәтеүе аҫтында, әлбиттә, йәки балалар йортона оҙатыла, ә ата-әсәләр ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә, әммә был иң һуңғы сара, сөнки беҙ нисек булһа ла "йәмғиәт ячейкаһын" һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Әгәр баланың эскән ата-әсәһенән тыш тағы ниндәйҙер туғандары бар икән, бәлиғ йәшенә еткәнсе бала яҙмышы өсөн яуаплылыҡ улар елкәһенә һалына.
       "БАШвестЪ" аңлатма артынан БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ла мөрәжәғәт итте, әммә, үкенескә күрә, инстанциялар буйлап киткән редакция хаты ҡайҙалыр юғалды - Хеҙмәт министрлығынан уны ябай почта аша Өфө ҡалаһы ҡала округының социаль сәйәсәт буйынса идаралығына ебәргәндәр, унда иһә ул ике аҙна (!) эсендә һаман барып етмәгән. Шулай ҙа, әгәр чиновниктар хатты алып, был хәлдәргә ниндәйҙер аңлатмалар бирһә, был икенсе материалға нигеҙ буласаҡ.
       Фото kp.ru сайтынан.

Юлия Тэн.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал