6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Өфө - Рәсәйҙең баш ҡалаһы?
02.12.10


       - Һеҙ ҡайҙан килдегеҙ? - тип ҡыҙыҡһындылар минән Германияла.
       - Рәсәйҙән.
       - О-о-о, Мәскәү?
       - Юҡ, мин Өфөнән.
       - Себер, тайга?
       Немецтарға, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы, һәм ул бер ҙә Себерҙә түгел, ә Мәскәүҙән алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, тип оҙаҡ аңлатырға тура килде.
       Ошоға оҡшаш хәлдәр минең менән башҡа илдәрҙә лә булып торҙо. Һәм һәр ваҡыт әңгәмәселәремә, Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының субъекты, ә айырым ил түгел, һәм ул ҡайҙалыр Урта Азияла, Үзбәкстан эргәһендә урынлашмаған, тип асыҡлап китергә мәжбүр булдым.
       Әгәр күп ваҡыт ватандаштарыбыҙ ҙа Өфөнөң ҡайҙа урынлашҡанын белмәгәс, уларға уның миллионлы ҡала булыуын, республиканың баш ҡалаһы икәнен әйтһәң, ғәжәпләнәләр икән, сит ил халҡына ни әйтәһең. Өфө һәм Башҡортостан тураһында һүҙ сыҡһа, күп тигәндә рәсәйлеләр "Салауат Юлаев" хоккей командаһын һәм башҡорт балын ғына иҫкә төшөрә...
       - Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы Өфө бик аҙ кешегә билдәле. Сөнки территориаль маркетинг, республиканы алға һөрөү, уның имиджы менән берәү ҙә шөғөлләнмәй, - тип иҫәпләй "Өфө - Рәсәйҙең инвестицион баш ҡалаһы" инициатива төркөмө етәксеһе Ричардас Витчас. - Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, атап әйткәндә Татарстан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, үҙен рекламалау менән етди шөғөлләнә башланы. Был функциялар махсус ойошторолған агентлыҡтарға йөкмәтелгән. Һәм улар үҙ эшен ярайһы уңышлы атҡара. Ҡазан, мәҫәлән, Түбәнге Новгород һәм Екатеринбургты артта ҡалдырып, "Рәсәйҙең өсөнсө баш ҡалаһы" атамаһына патент алырға иреште. Ә Пермдең имиджы өҫтөндә эшләргә билдәле Рәсәй дизайнеры Артемий Лебедев саҡырылған. Ул бик үҙенсәлекле шәхес.
       Ричардас билдәләүенсә, территориаль маркетинг уңышлы үҫешкән төбәктәр бөгөнгө көндә етәү: Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан, Пермь крайы, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Ярославль өлкәһе. Екатеринбург менән Новосибирскиға килгәндә, был ҡалаларҙың билдәлелеге - ниндәйҙер брендтар яһау һөҙөмтәһе түгел. Электән шулай килә: Екатеринбург - Уралдың баш ҡалаһы, ә Новосибирск - Себерҙеке. Уларҙы рекламалағанда тап ошоға баҫым яһала ла инде.
       Үҙ-үҙеңде рекламалауҙың федераль кимәлдә юғарыраҡ урындар биләү, үҙебеҙҙә лә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә киң танылыу яулап, инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге икәнен яҡшы аңлап, төбәк етәкселәре был турала йыл һайын йышыраҡ уйлана.
       - Башҡортостан һәм Өфө өсөн брендты өр-яңынан булдыра башларға кәрәк, - тип иҫәпләй Ричардас Витчас. - Сөнки пиар күҙлегенән ҡарағанда, был күпкә һөҙөмтәлерәк. Минең ҡарашҡа, Өфөгә "Рәсәйҙең инвестицион баш ҡалаһы" атамаһы бик яҡшы тап килә. Бының өсөн беҙҙә бөтә тәүшарттар ҙа бар.
       Ошоноң менән бәйле инициатива төркөмө Рәсәй кимәлендә һәм халыҡ-ара аренала республиканың ыңғай имиджын булдырыу менән шөғөлләнәсәк агентлыҡ ойоштороу тәҡдиме менән Президент Хакимиәтенә һәм республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте. Өфө һәм Башҡортостанды рекламалау проекты әлеге ваҡытта БР Президенты Хакимиәтенә һәм министрлыҡтарға ҡарауға тапшырылған.
       Инициатива төркөмө ҡала һәм республиканы рекламалағанда нимәгә баҫым яһарға тәҡдим итә һуң? Беренсенән, Ричардас фекеренсә, федераль киң мәғлүмәт сараларының республикала барған ваҡиғаларҙы яҡтыртҡанда лояллегенә ирешергә кәрәк.
       - Киң мәғлүмәт сараларында һәр ваҡыт Өфө һәм Башҡортостан тураһында мәғлүмәт булырға тейеш, - тип иҫәпләй инициатива төркөмө етәксеһе. - Әлегә иһә Өфө хатта һауа торошо тапшырыуында ла һәр ваҡыт күрһәтелмәй. Һамар менән Екатеринбург бар картала, ә беҙҙең ҡала юҡ...
       Шулай уҡ инициатива төркөмө риүәйәттәрҙе заманға ярашлы итеп эшләргә тәҡдим итә. Атап әйткәндә, бөтә донъяға билдәле телеканал етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, уларға Башҡортостан тәбиғәте һәм тарихы тураһында фильм төшөрөргә тәҡдим итергә мөмкин, уның нигеҙендә, мәҫәлән, "Урал батыр" эпосын ҡулланырға була.
       Тәҡдимдәрҙең береһе ҡаланың уникаль архитектураһын һаҡлау, тарихи әһәмиәткә эйә биналарҙы тергеҙеү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу һәм бығаса булғандарын реставрациялау менән бәйле. Сөнки туристарҙы иң тәүҙә тап улар йәлеп итә. Атап әйткәндә, инициатива төркөмө Өфө-II ҡаласығын тергеҙеүҙе һәм Салауат Юлаев проспектында бер нисә йыл элек үк планлаштырылған мәсет төҙөүҙе хуплай.
       Йәйәүлеләр урамын булдырыу ҙа (Мәскәүҙәге Арбат кеүек) Өфө өсөн ҙур плюс булыр ине. Бындай урамдар Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында бар. Улар ҡаланың үҙенсәлекле мәҙәни һәм ижтимағи тормош үҙәге булып тора, унда артистар сығыш яһай, рәссамдар йыйыла, йәштәр ял итә. Өфөлөләрҙең бындай мөмкинлеге юҡ.
       Шулай уҡ Өфөлә аквапарк, ҙур стадион төҙөү, асыҡ һауала кинотеатр, велосипед юлдары һәм башҡа инфраструктура объекттары булдырыу ҙа насар булмаҫ ине.
       Был төркөм йәнә транспорт йөрөтөү мәҙәниәтен күтәрергә тәҡдим итеп, йәмәғәт тарнспорты эшенә лә иғтибар бирҙе. Сөнки кондукторҙар, таксистар, автобус водителдәре менән аралашыуҙан да туристарҙа ҡала тураһында фекер һалына.
       Ҡала һәм республиканың мәҙәни тормошона килгәндә иһә, проект авторҙары фекеренсә, уны әүҙемләштерергә кәрәк. Пиар күҙлегенән ҡарағанда, Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларында, кино "йондоҙҙарын" саҡырып, кинофестивалдәр, һәүәҫкәр театрҙарҙың урам фестивалдәрен, һауа шарҙары һәм музыкаль фестивалдәр, асыҡ һауала концерттар үткәрергә кәрәк. Бындай саралар, ҡағиҙә булараҡ, киң ижтимағи резонанс ала һәм бик күп халыҡты туплай, шул иҫәптән башҡа ҡалаларҙан да кешеләр йыя.
       Өфөнөң йәки Башҡортостандың башҡа ҡалаларының Гиннес рекордтар китабына эләгеүе лә шәп булыр ине.
       - Силәбе халҡы, мәҫәлән, күптән түгел донъялағы иң ҙур билмән эшләне, - тип билдәләне Ричардас. - Был ваҡиғаны халыҡ-ара киң мәғлүмәт саралары ла яҙып сыҡты. Өфө халҡы ла ҡыҙыҡлы берәй нәмә уйлап таба алыр ине.
       Инициатива төркөмө беҙҙең ҡалаға донъя кимәлендәге "йондоҙҙар" килмәүен дә билдәләй. Ғәҙәттә улар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта концерт бирә, бик һирәк - Екатеринбургта һәм Новосибирскиҙа.
       - Беҙгә әүҙемерәк булырға һәм Өфөнө ошо исемлеккә индереүгә ирешергә кәрәк, - тип билдәләй Витчас. - Башҡортостан - Рәсәйҙең халыҡ тығыҙ йәшәгән төбәктәренең береһе бит.
       Шулай уҡ музыкаль фестивалдәр булһынмы ул, ғилми форуммы - республика халҡының федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө сараларҙа ҡатнашыуы ла алға этәреү сараһы буласаҡ.
       Спорт та - бик шәп инструмент. Бының өсөн республика территорияһында һәр төрлө спорт ярыштары һәм чемпионаттар үткәреү талап ителә.
       Рәсәй ҡалалары һәм Европа илдәре буйлап автойөрөш үткәреү республикаға туранан-тура билдәлелек алып киләсәк. Шулай уҡ кинолағы ваҡиғалар Өфөлә барасаҡ фильм төшөрөү ҙә.
       - Мәскәү һәм Санкт-Петербург тураһында кинолар күп төшөрөлгән, - тип билдәләй Ричардас. - Телеканалдарҙың береһендә сериалдар күрһәтелә, уның геройҙары Екатеринбургта һәм Пермдә йәшәй. Өфөгә лә ошондай реклама кәрәк ине. Бының өсөн билдәле режиссерҙар һәм кинопродюсерҙар менән эшләргә кәрәк.
       Инициатива төркөмө етәксеһе туризм үҫеше һәм курорт зоналарын булдырыуға, КВН хәрәкәтенә булышлыҡ итеүгә, һәләтле балалар һәм йәштәргә ярҙамға һәм башҡа бик күп эштәргә иғтибар йүнәлтә. Быларҙың барыһы ла бергә беҙҙең ҡалаға һәм республикабыҙға билдәлелек алып киләсәк.
       Фото blogs.mail.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал