6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Софья Ская Өфөгә "Бәхет клубы"ның презентацияһына килде
01.12.10


       Өфө Рәсәйҙә төшөрөлгән "Бәхет клубы" романтик комедияһының презентацияһы үткән икенсе ҡала булды. 28 ноябрҙә ул - картина төшөрөлгән Санкт-Петербургта, ә көн элгәре Башҡортостандың баш ҡалаһында күрһәтелде. Мәскәү "Бәхет клубы"н бөгөн ҡараясаҡ, ә Рәсәй экрандарына фильм 2 декабрҙә сыға.
       Өфөләге күңел асыу комплекстарының береһендә фильмды премьераһына тиклем күрергә мөмкинлек булды. Фильмдың презентацияһына режиссер Игорь Каленов үҙе һәм комедияла төп ролде башҡарған актриса Софья Ская килде.
       Софья Ская - Рәсәй балеринаһы һәм модель. Интервьюларының береһендә ул хәбәрсенән үҙен үҙ аллы бейеүсе тип атауҙарын һораны. Санкт-Петербургта тыуған һәм йәшәй, шулай ҙа ваҡытында Өфө хореография училищеһын тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сығыш яһаған. Өфө хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлауын да билдәләп үтте. Бында уның яратҡан өләсәһе һәм педагогтары йәшәй.
       2006 йылда 18 йәшлек балерина Софья Ская Рәсәй өсөн тәүге тапҡыр "Миссис мира" титулын яулай. Йәш һылыуҡайҙың еңеүен берәүҙәр тейешле күреп ҡабул итһә, икенселәр уның ҡаҙаныштарында хәләл ефете, билдәле банкир Сергей Веремеенконың ҡатнашлығы бар, тип тел сарланы. Киң мәғлүмәт саралары был теманы оҙаҡ "сәйнәне" лә, һуңынан тынды, әммә оҙаҡҡа булмаған икән. Бөгөн был пар йәнә үҙенә иғтибар йәлеп итә.
       Был юлы имеш-мимештәр өсөн Софья Ская төп ролде башҡарған "Бәхет клубы" фильмы сәбәпсе булды. Был проект бай иренең сираттағы мул бүләге түгелме икән, тип баш вата йәмәғәтселек. Комедияла Софья Ская төпкөлдән Төньяҡ баш ҡалаға бәхетен һынап ҡарарға килгән ҡыҙ ролен уйнай. Ул сәхнәлә бейергә хыяллана, әммә беренсе кастингыла үҙен матур яҡтан күрһәтә алмай һәм төнгө клубҡа бармен булып эшкә урынлаша. Софья Скаяның геройы - изге күңелле, ғәҙел, намыҫлы ҡыҙ. Катяның тарихы - әкиәт, ә ул үҙе - матур принцесса. Картинаның финалы ла әкиәт жанрында тамамлана: изгелек еңә, яуызлыҡ язаһын ала.
       "Бәхет клубы" - Софья Ская уйнаған тәүге фильм түгел, шулай ҙа Рәсәй өсөн беренсе. Ул АҠШ-та, нигеҙҙә, драмалар, боевиктар һәм триллерҙарҙа уйнаған.
       Өфөләге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Софья Скаяның әйтеүенсә, ул Голливудҡа осраҡлы ғына эләккән. Америкаға матурлыҡ конкурсы еңеүсеһенә таж тапшырырға барғанда уны урындағы режиссерҙар күрә һәм оҡшата. Америка киноһында төшөргә тәҡдим алғанда ул инглиз телен насар белгән була. Ләкин тәүге ваҡыттарҙа тел белеү артыҡ кәрәкмәй ҙә, режиссерҙар өсөн иң элек уның йөҙө мөһим була. Софья Ская кадрҙа әйтергә тейеш репликаларҙы ятлап ала. Ә артабан инглиз теленән һәм актер оҫталығы буйынса дәрестәр ала, һәм улар уны профессионал итә. Әйткәндәй, уның бөгөнгө псевдонимы ла Голливудтан. Исемен әйтеүе ҡыйын булмаһын өсөн ҡыҫҡартылған. Софьяның ысын фамилияһы - Аржаковская.
       Рәсәй режиссеры Игорь Каленов Софья Ская ҡатнашлығындағы фильмдарҙы күрә һәм актрисаға үҙенең "Бәхет клубы" картинаһында роль тәҡдим итә.
       - Софьяның шат күңелле, музыкаль булыуын, нисек хәрәкәт итеүен һәм бейеүен күргәс, төп героиня ролен уйнарға дәғүә итеүселәр икенсе планға күсте. Беҙ яңы йөҙ табырға тырыштыҡ. Һәм Софья Ская Катя роленә бер һүҙһеҙ тап килде, - ти Игорь Каленов.
       Үҙ сиратында Софья Ская комедияла уйнау хыялының тормошҡа ашыуын билдәләне. Сөнки ул Америкала тап комедия актрисаһына уҡыған. "Бәхет клубы" фильмының сценарийын уҡығас, Софья Ская геройы һәм үҙе араһында күп оҡшашлыҡ таба.
       - Героиняларым образын мин үҙемдән алам, шуға ла кинолағы эштәремде автобиографик тип ҡарарға була, - тип дауам итә Софья Ская. Шулай ҙа "Бәхет клубы" комедияһындағы ролен уңышлы башҡарыр өсөн актрисаға күп нәмәгә өйрәнергә тура килә. Софья Скаяның әйтеүенсә, барменды ышаныслы итеп башҡарыр өсөн ул бер ай барҙа эшләй - шешәләр менән жонглерлыҡ итергә, шейкер менән ҡулланырға, коктейлдәр әҙерләргә өйрәнә. Экранда актриса был эштәрҙе шундай еңеллек менән башҡара.
       "Бәхет клубы" фильмында Софья Ская менән бергә Настя Задорожная, Алексей Бардуков, Андрей Носков, Алика Смехова, Юрий Гальцев, Сергей Мигицко, Анна Семенович, Uma2rmaN төркөмө лидеры Владимир Кристовский уйнай. Анна Семенович менән Владимир Кристовский үҙҙәре булып уйнай - шоубизнес "йондоҙо" һәм музыкант. Хәйер, тағы бер персонажды оноторға ярамай - кино төшөрөлгән Санкт-Петербургты. Миһырбанһыҙ ҡала, әммә матур - уның тураһында картина геройҙары күп һөйләй.
       Төп ваҡиғалар барған төнгө клуб яҡшы яҡтан күрһәтелгән - бында кешеләр эштән һуң ял итә, күңел аса. Клубта байрам кәйефе хакимлыҡ итә, бында килгән һәр кеше үҙенә урын таба. Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Софья Ская был килгәнендә Башҡортостандың баш ҡалаһын икенсе ҡиәфәттә күреүен билдәләне. Иң тәүҙә уны йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра, шулай уҡ күңел асыу үҙәктәре лә, клубтар ҙа күп, ти ул. Шулай ҙа бөтә буш ваҡытын унда үткәреүҙе актриса аҡыллы фекер тип уйламай, төнгө клубҡа айына бер тапҡыр барыу ҙа етә, ти ул. "Бәхет клубы" фильмы төшөрөлгән арала ул бындай заведениеларҙан бер аҙ арыған һәм хәҙер, үҙе әйтеүенсә, икенсерәк тормош алып барыу яҡлы. Ошоға бәйле уй-фекерҙәре менән Софья Ская журналистар менән генә түгел, блогының уҡыусылары менән дә уртаҡлаша.
       - Бына ярты йыл дауам иткән йәшәү рәүешем менән маҡтанғым килә. Барыһы ла "Бәхет клубы" фильмын төшөрөп бөткәс башланды. Был процеста ҡатнашҡандарҙың күбеһе тәмәке тарта, ауыр эш көнөнән һуң спиртлы эсемлектәргә үрелә, кино төшөрөү процесында кофе, кола эсә, гамбургер ашай һәм үҙен теремек хәлдә тотор өсөн башҡа төрлө кәрәкмәгән нәмәгә ынтыла. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә мин дә коллегаларымдан ҡалышманым. Әммә мине һуңынан нервыларымдың ҡуҙғыу хәлдә булыуы арытты. Тап ошоноң менән аңлата инем үрҙә һаналған ағыуҙарҙы ашауымды. Һәм бар зарарлы һәм зыянлыға яҡын продукттарҙан баш тартырға, тигән еңел булмаған ҡарарға килдем, - тип яҙа Софья Ская. - Ниндәйҙер арала миңә нисектер ҡыйын булды - ә үҙеңде нисек ял иттерергә, нимә менән йыуанырға һуң? Минең эштә эмоциялар, бәхәстәр күп, тилерәк һәм ижади кешеләр менән эшләргә кәрәк - был үҙе стресс! Ләкин шикләнеүҙәремде еңеүе ауыр булманы. Асыҡланыуынса, үҙеңде һәйбәт тойоу өсөн гамбургерҙар ашау, кофе эсеү, тәмәке тартыу мотлаҡ түгел икән. Ванна, хуш еҫле нәмәләр, өйҙә тәртип, тәмле аш-һыу әҙерләү, һәр иртә һайын зарядка - бына нимәлә рәхәтлек. Мин таҙалыҡтан һәм үҙемде еңеүемдән ҡәнәғәтләнеү кисерә башланым. Әлегә үҙемде яҡшы тоям!
       Шулай булғас, мегаполистар һәм провинциаль ҡалаларҙа йәшәгән йәш һылыуҡайҙар, "Бәхет клубы" фильмының төп героиняһы кеүек был тормошта барыһына ла үҙҙәре ирешергә теләгән гүзәлдәр, Катяның образын тыуҙырған актрисаның бәхеттең нимәнән ғибәрәт булыуы тураһындағы уй-фекерҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамайҙыр, моғайын.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал