6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Салауат" "Кузня"ны тар-мар итте
30.11.10


       8:0. Бында ниндәй һорауҙар булыуы мөмкин? "Башҡорттар" һуңғы өс матчта йәшеренгән еренән сығып, карауанға уҡ яуҙырҙы һәм бар тауарҙарын тартып алды. Барыһына ла ваҡытынан алда үҙ көсөңдө күрһәтеү яҡшы тактика түгелдер ҙә, бәлки, әммә нисек бар - шулай килеп сыҡты инде. Һуңғы көрәштәштәре ҙур иҫәп менән еңелде. Ә иң аҙаҡҡыһы бөтөнләй тар-мар ителде.
       Шулай итеп, "Кузня", "Себер", йәнә "Кузня". Был командалар менән уйнауы һәр ваҡыт еңел түгел. Алыҫ барырға кәрәкмәй. Өфө Новокузнецкиҙан был миҙгелдә еңелгәйне инде, өҫтәүенә, үҙенең боҙонда һәм буллиттар буйынса.
       Хәҙер барыһы ла икенсерәк. Ҡунаҡта "Себер" менән "Кузня"ны таҙа иҫәп менән "ҡыйраттылар". Беренсе осорҙа бер нисә шайба, артабан ышаныслы оборона. Новосибирск менән уйында контроль шайба ла талап ителмәне, 3:0 етте. Эрик Эрсберг беренсе "сохариһын" эшләне.
       Икенсеһе кисә булды. Һәм күптән түгел Эрикты һыҙғырыу ярҙамында ғәйепләгән "Өфө-Арена" был юлы уға алҡышланы һәм шатланды.
       Матчтан һуң "БАШвест"ҡа Эрсберг үҙе былай тине:
       - Мин майҙандары ла, уйын да икенсе булған КХЛ-да үҙемде ышаныслыраҡ тоя башланым. Егеттәр ҙә был өс уйында яҡшы обороналары менән ныҡ ярҙам итте.
       - Өс уйын үткәререңде белә инеңме?
       - Эйе, хәбәр иткәйнеләр.
       - Ике "сохариҙан" һуң һине рамкала ҡалдырырға кәрәк, тип уйламайһыңмы?
       Уның тап шундай уйҙа булыуын шведтың йөҙөнән күрергә мөмкин ине, әммә тәртипкә өйрәтелгән егет икенсе төрлө яуап ҡайтарҙы:
       - Был һорау тренерҙар штабына.
       Ә тренерҙар штабына тап ошондай һорау бирелде лә инде. Быков матбуғат конференцияһында бер аҙ уңайһыҙланды һәм ни әйтергә белмәүен белдерҙе.
       Ысынлап та дилемма. Хәҙер өс уйынға Виталий Колесник сығырға тейеш. Ә Эрсберг шәп. Һәм бында отошло уйын менән ғәҙеллек араһында нимәгәлер өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
       Эрсбергтың "сохариларында" осраҡлылыҡ та бар, әлбиттә. Егет яҡшы уйнаны, ләкин ҡаршы команда хоккейсылары ла хәүефле уйын күрһәтте, Эрсберг та ҡотҡара алмаҫлыҡ мәлдәр булғанда ҡаршы яҡтыҡылар асыҡтан-асыҡ хата эшләне.
       Иң мөһим мәл - Быков был матчта, ике йәш егетте (Владислав Картаев һәм Михаил Григорьевты) һәм "Торос"тан Иван Болдыревты файҙаланып, дүрт пар һаҡсы сығарҙы. Яҡшы килеп сыҡты. Григорьев менән Болдырев шайбаны үткәрмәне, ә Миша, үҙәктән яңғыҙ рейд ойоштороп һәм теүәл туғыҙлыға төбәп, шайба ла ырғытты.
       Матчтан һуң Картаевтан һорайым:
       - Уйыныңдан ҡәнәғәтһеңме? Әллә күберәк файҙа килтерергә тейешмен, тип уйлайһыңмы?
       - Күберәк эшләргә кәрәк, тип уйлайым, - тине Картаев. Шулай булмай ни, ул бит һөжүм итеүсе, ә шайбалары ла, башҡа уйынсыларға шайба тапшырғаны ла юҡ әлегә.
       - Һиңә "Салауат Юлаев" буйынса өлкән партнерҙарың ярҙам итәме?
       - Эйе, барыһы ла.
       Ошо ваҡыт интервьюға яҡшы кәйефтә булған Виталий Прошкин ҡушылды. Ул Картаевты беләгенән тотоп күтәрҙе лә, былай тине:
       - Булды, Владик, ҡәнәғәтһеңме?
       - Эйе, рәхмәт! - тип яуапланы йәш егет.
       Прошкин үҙе был матчта Болдырев менән уйнаны һәм партнерынан ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
       Был юлы кейенеп сисенеү бүлмәһендә кеше күп ине. Хоккейсыларҙың береһе лә тиерлек күрше бүлмәләргә ҡасманы. Бының шулай булырын алдан күҙаллаған журналистар көлөштө лә, үҙ эшенә тотондо.
       Һорар урынына, Григорьевты күберәк ҡотланылар. Ысынлап та, егет шәп.
       Ә "Металлург" нисек? Был команда бөтөнләй насар уйнаны, тип әйтмәҫ инем. Ҡапҡасылар командаһын ҡыйын хәлдә ҡалдырҙы. 4:0 һәм 5:0 - Александр Вьюхин намыҫында. Тарасовтың ҡапҡаһына ла һуңынан үтә ауыр булмағандары ла үтеп инде.
       Әммә Новокузнецк командаһының баш тренеры Емелин ҡапҡасыларҙы ғәйепләмәй:
       - Был матч буйынса ниндәй аңлатмалар булһын? Иҫәп - таблола, һәм үҙе тураһында ул үҙе һөйләй. Бөгөн команданы тарҡатҡан сәбәптәрҙе тикшерәсәкбеҙ. Ни өсөн алдынғы уйынсыларыбыҙ исемен йөрөтөүселәр үҙҙәренең микроматчтарында отола - 0:3 һәм 0:4... Иртәгә анализлаясаҡбыҙ.
       "Кузня" составында Өфө тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Зюзин уйнаны. "БАШвестЪ" һорауы буйынса уның уйынын Емелин тикшереүҙән баш тартты:
       - Уның көслө һәм көсһөҙ яҡтарын һанап ултырмайым мин һеҙгә. Уйнай икән - тимәк лайыҡ. Бөгөн ул беренсе звенола уйнаманы, шулай ҙа беренсе һәм икенсе звено насар эш иткәнгә күрә, уға күп сығырға тура килде.
       Дмитрий Зюзин үҙе КХЛ-ға өйрәнә генә. "Торос"тар һәм Чехиялар буйлап сәфәрҙән һуң уға бында күнегергә кәрәк. Еңелгәндән һуң ул "БАШвест"ҡа ҡыҫҡа яуап ҡайтарҙы:
       - Эйе, беҙ үҙебеҙ ғәйепле.
       Вячеслав Быков уйын буйынса ошондай комментарий бирҙе:
       - Бер үк команда менән бер йәки бер нисә көн аша уйнауы һәр ваҡыт ауыр. Бар команданы, береһен ҡалдырмай, егеттәрҙең барыһын да билдәләр инем. Егеттәр дисциплина һаҡлап уйнаны, һәм үҙ эштәренән ҙур ҡәнәғәтләнеү алды.
       - Вячеслав Аркадьевич, тренерҙар баҫҡысында Сергей Герсонскийҙың булмауы нимә менән бәйле?
       - Беҙ эшебеҙҙе бер аҙ реформалаштырырға ҡарар иттек. Сергей Рафаэльевичтың хәҙер функциялары бер аҙ икенсерәк. Әммә матч дауамында ул тәғәйен эшен алып бара, мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә.
       "БАШвестЪ":
       - Йәрәхәт алғандарҙың эштәре нисек тора һәм уларҙың боҙға сығыуын ҡасан көтөргә?
       - Олег Сапрыкиндың составҡа ҡасан инерен күҙаллауы ауыр, сөнки ул ярайһы ныҡ имгәнде, йәрәхәте хәрәкәт итергә ҡамасаулай. Виктор Козлов реабилитация курсы үтә, беҙҙең менән, бәлки, Силәбегә һәм Магнитогорскиға барыр. Андрей Кутейкин "Амур" менән уйнағанда ҡушылырға тейеш, тип планлаштырабыҙ. Александр Свитов Евротур үткәреү менән бәйле паузанан һуң уйнар, моғайын.
       Фото hcsalavat.ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал