6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Ауыл юлдарына - 500 миллион, IT паркка - өс йыл
24.11.10


       Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән аралашыуын дауам итә. Кисә республика гәзиттәренең береһендә "ҡыҙыу линия" үткәрелде - теләге булғандарҙың барыһы ла редакцияға шылтыратып, төбәк башлығы менән аралаша алды. Шылтыратыуҙар, ғәҙәттәгесә, бер-бер артлы килеп торҙо - проблемалар шул тиклем күп йыйылған, йәнә республика етәксеһенә ябай ғына мөрәжәғәт итеп булыуына ғәжәпләнгән кешеләр кемуҙарҙан күптән борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләргә ынтылды.
       "Үҙ йортом" программаһы буйынса һорауҙар күп мне. Элегерәк үтә ныҡ рекламаланған Жуково ҡасабаһына хәҙер унда йәшәүселәр ризаһыҙлыҡ белдерә. Атап әйткәндә, мәктәп була, тип вәғәҙәләгәндәр, ә хәҙер уны булмай, тиҙәр. Бына нимә ти был турала Рөстәм Хәмитов:
       - Былар барыһы ла бындай ҡасабаларҙы ойошторған һәм булдырған кешеләрҙең системалы эшләмәүенән килә. Генераль планға тейешле экспертиза үткәрелергә, ер хосусилаштырыу процедураһы үткәрелгәндән һуң бүленергә, ресурстар бер нисә йыл алға планлаштырылған булырға тейеш ине. Әммә бындай системалы проект булмаған. Эмоциялар, вәғәҙәләр булған. Ошо вәғәҙәләр проектҡа йөҙләгән, меңләгән кешеләрҙе йәлеп иткән. Әле килеп кешеләр яфалана, алда уларҙы нимә көтөүен белмәй. Унда инфраструктура, газ үткәреү, транспорт, мәктәп, балалар баҡсаһы менән проблемалар бар. Уны матур проект булараҡ тәҡдим иттеләр, ә асылда иһә проблемалар ояһы булып сыҡты. Илебеҙҙә уңышлы тормошҡа ашырылыусы коттедж төҙөлөшө проекттары ярайһы күп, ләкин, үкенескә күрә, был тәжрибә өйрәнелмәгән. Әлбиттә, беҙ мәктәп, газ үткәреү мәсьәләһен дә тикшерәсәкбеҙ, әммә был проблемаларҙы алдан уҡ хәл итеү еңелерәк булған булыр ине. Әлеге ваҡытта ревизия процедуралары бара, һәм унда ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар булған - барыһы ла яҡын арала билдәле буласаҡ.
       Халыҡ ерҙе үҙ милке итеп теркәй алмай. Айгөл шылтырата:
       - Бер йыл элек өй төҙөлдө, әле һаман документтар эшләнә. "Көтөгөҙ", - тиҙәр. Февралдән алып айына ете меңдән кредит түләйбеҙ, ә ергә бер хоҡуҡтарыбыҙ ҙа юҡ, тимәк, өйҙө лә тартып ала алалар.
       - Ерҙе рәсмиләштереү бик оҙаҡ, кәрәккәндән оҙаҡҡа һуҙыла. Кешеләр ерҙе үҙ милке итеп өсәр-бишәр йыл рәсмиләштергәнен дә беләм. Формаль яҡтан, чиновниктар закон сиктәрендә эш итә һымаҡ - регламент буйынса был мәсьәләне өс ай эсендә тикшереү ҡаралған икән, улар өс ай ҡарай. Ерҙе үҙ милке итеп теркәгәнсе кешеләр унлаған инстанция үтә. Бындай система менән беҙ алыҫ китмәйәсәкбеҙ. Һәм Айгөл дә ошо ҡатмарлы, күп баҫҡыслы, үтә күренмәле булмаған системаның тотҡоно. Был осраҡта республика закондары граждандарыбыҙға ергә документ биреүҙә мөһим элемент булып тормай, түрәләр ҡатмарлы федераль закондарға таяна.
       Бөрө районының Шалҡан ауылынан шылтыраттылар. Унда өс километрлыҡ участкала юл бөтөнләй юҡ тиерлек. Юл 36 йыл элек һалынған, һәм унан хәҙер үтерлек тә түгел.
       - Беҙ райондың элекке башлығына ла, хәҙергеһенә лә мөрәжәғәт иттек, - ти ошо ауылда йәшәүсе Роман, - әммә эште хәл итеүҙән баш тарттылар. Асфальт - бик ҡиммәт, быныһын аңлайбыҙ, грейдер менән тигеҙләп, ҡом йәки ҡырсынташ ҡына түшәп булмаймы?
       - Һорау көнүҙәк, Хөкүмәт ултырыштарының береһендә мин был мәсьәләне күтәргәйнем инде, - тип яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов. - "Ауыл юлдары" тигән Рәсәй программаһы бар. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, Башҡортостан был программала ҡатнашмай. Ҡатнашыр өсөн күп нәмә талап ителмәгән - проект әҙерләргә һәм Федераль юл агентлығына заявка ебәрергә генә кәрәк булған. Аҡса бар. Мин яңыраҡ ҡына етәксеһе менән һөйләштем, ул: "Рәхим итеп, заявка тултырығыҙ, проект эшләгеҙ, аҡсаһын бирербеҙ", - тине. Әлеге ваҡытта ошоноң буйынса әүҙем эш алып барыла. Киләһе йылда беҙ ауыл юлдары төҙөлөшөнә тәүге 500 миллион һумды аласаҡбыҙ, тип ышанам, һәм һис шикһеҙ был программаға Бөрө районының Шалҡан ауылы ла индереләсәк.
       Бынан тыш, республика ғалимдары юлдар өҫтөн нығытып, уларға емерелергә бирмәгән составтар эшләп сығарған. Ләкин был составтар ҡайҙа ғына ҡулланылмай - Ҡаҙағстанда, Нижегородка өлкәһендә, Красноярск крайында, әммә бер ҙә Башҡортостанда түгел. Ә ниңә улай һуң? Сөнки берәүгә лә кәрәкмәгән! Матур магистралдәр төҙөлгән, ә ошо магистралдәрҙән 200-300 метр киткәс, артабан барырлыҡ түгел. Һәм ошондай магистралдәр менән тоташмаған меңләгән ауыл бар беҙҙә. Улар цивилизациялы тормоштан ошондай соҡор-саҡырлы "йүнәлештәр" менән сикләнгән, юлдар менән түгел!
       - Хәҙер кафе, бар исеме аҫтында эшләгән уйын клубтары беҙҙә ҡасан ябыласаҡ? - тип һораны Карина.
       - Республика һәм Рәсәй закондары менән индерелгән тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, үкенескә күрә, уйын клубтары эшләүен дауам итә. Был клубтар менән көрәште әүҙемләштереү буйынса республиканың эске эштәр министрына бойороҡтар бирелгән. Әммә сигналдар килә, уйын клубтары эшләүен дауам итә икән, тимәк, хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһы хеҙмәткәрҙәре был йүнәлештә насар эшләй. Тимәк, мин артабан да уларҙан тейешле кимәлдә эшләүҙәрен талап итәсәкмен.
       - Ҡасан Өфөлә IT-парк буласаҡ?
       - Әгәр барыһы ла беҙ теләгән схема буйынса барһа, IT-парк беҙҙә өс йылдан һуң булыр ине. Беҙ әле Конгресс-холды тулыһынса республиканыҡы итеү тураһында уйлайбыҙ. Ул ваҡытта уның майҙандарында 2011 йылдың беренсе ярты йыллығында беҙ IT-парк та, технопарк та йәйелдерә аласаҡбыҙ.
       - Ниңә Башҡортостан тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында үҙенең законын ҡабул итмәй?
       - Бындай закон кәрәк, әлбиттә. Тейешле федераль закон бар, ҡарарға кәрәк - бындай законды беҙ үҙебеҙҙең территорияла ҡабул итергә хоҡуҡлыбыҙмы икән. Әгәр хоҡуғыбыҙ булһа, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тәмәке тартыуҙы мөмкин тиклем сикләү инициативаһы менән үҙем сығыш яһаясаҡмын, һәр хәлдә, йәмәғәт урындарында.
       Президенттың элекке хеҙмәттәше Виктор Кожевниковтың шылтыратыуы эфирға йән өрҙө. Улар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә бергә эшләгән, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле "Нефтсе" стадионында эшләгән Виктор Рөстәм Хәмитовты ихлас ҡотланы һәм яңы вазифаһында уңыштар теләне. Ул уйланырлыҡ тема ла бирҙе - "Нефтсе"лә балалар өсөн спорт секциялары бөтөнләй юҡ.
       Был Президентҡа йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин менән күптән түгел булып үткән осрашыуҙы иҫкә төшөрҙө. Уларҙың ошондай диалогы булған:
       - Спорт менән эштәр нисек тора?
       - Бик һәйбәт! Халыҡтың 30 проценты спорт менән даими шөғөлләнә!
       - Ә һин алдамайһыңмы?
       - Юҡ! Был беҙҙең иҫәп-хисап биреү һандары, Мәскәүгә ошондай отчет бирәбеҙ.
       - Бының дөрөҫ булмауын аңлайһың да инде?
       - Бәлки шулайҙыр ҙа.
       - Ул ваҡытта ысынбарлыҡтағы һандар ниндәй?
       - Ун проценты ысынлап та шөғөлләнә.
       - Әммә был һин яҙғандан өс тапҡырға әҙерәк бит! Шуға күрә һин, зинһар, ҡабартылған һандар бирмә, алдашма. Уның урынына нимә эшләргә кәрәклеген, ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр булыуын әйт.
       Шул саҡ Никерин киләһе һанды әйтте - республика спорт залдары менән 94 процентҡа тәьмин ителгән, Рәсәй Федерацияһында иң юғары күрһәткес был.
       - Ә залдар эшләйме?
       - Эйе, эшләй, барыһы ла тулы.
       Хәҙер, Президент әйтеүенсә, Никеринға, "Нефтсе"лә тулылыҡ - нуль, секциялар эшләмәй, тип әйтергә мөмкин.
       Архангел районынан килгән һорау ауыл хужалығында булған проблемаларҙы хәтергә төшөрҙө:
       - Ерҙә эшләргә теләйбеҙ, ҡатыным юғары белемле, минең -тамамланмаған юғары, эш урындары булдыра алабыҙ, бында эшсән халыҡ йәшәй, әммә бер ярҙам да юҡ, кредит бирмәйҙәр.
       - Һеҙ бик актуаль мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Беҙҙә ерҙә эшләргә теләгәндәр күп, әммә үтергә кәрәк булған ҡаршылыҡтар ҙа бихисап - ерҙе рәсмиләштереү, кредит алыу һәм башҡаһы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буласаҡ, фермерҙарға ярҙам итәсәкбеҙ, ауыл хужалығына бүленгән аҡсалар ошондай һеҙҙеке кеүек бәләкәй крәҫтиән хужалыҡтарына барып етһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал