6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Беҙ бергә эшләргә тейеш
22.11.10


       Паролдәрҙе онотоп, никнеймдарҙы ситкә ҡуйып, 20 ноябрҙә республика блогерҙары үҙ исем-шәрифтәре аҫтында Башҡортостан Президенты менән осрашты. Рөстәм Хәмитов үҙенең беренсе яҙмаһын шәхси блогында, теүәлерәк әйткәндә, "Йәнле журнал" берләшмәһендә, быйылғы йылдың 30 июлендә ҡалдырғайны. Шунда уҡ ул күҙгә-күҙ ҡарап осрашыу вәғәҙә иткәйне, һәм вәғәҙәһендә торҙо. Ун мең интернетҡа инеүсе, йөҙәрләгән комментатор араһынан иң әүҙем 30 кеше осрашыуға саҡырылды. Блогтың дүрт айға яҡын эшләүендә юзерҙарҙан һорауҙар, фекерҙәр, төбәк үҫеше буйынса тәҡдимдәр шул тиклем күп йыйылған, хатта рәсми булмаған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусыларҙың аралашыуы өс сәғәткә саҡ һыйҙы.
       Президенттың үҙе билдәләүенсә, был 120 көн эсендә "беҙ бергә эшләйбеҙ" икәнен аңлау, ниндәйҙер берҙәмлек барлыҡҡа килгән һәм, иң мөһиме, һөҙөмтә бар: республика властарының бихисап инициативалары президент блогы киңлектәренән сыҡҡан. Бюджет средстволарын тотоноу буйынса йәмәғәт советы ойошторолоуын Рөстәм Хәмитов блогерҙар берләшмәһенең мөһим ҡаҙаныштарының береһе тип атаны. Әүҙем интернет-ҡулланыусылар был фекерҙе блогта яҙып сыҡты, һәм ул ғәмәлгә лә ашырылды - Советты Изге Петр етәкләй, коррупционерҙар һәм тәләфләүселәр менән ҡаты көрәшеүсе, компромисҡа бармаусы Петр Миронович Бобылевты ҡайһы бер даирәләрҙә шым ғына шулай тип йөрөтәләр. Республикала граждандар контроле эш башлай, һәм, әйтергә кәрәк, бындай финанс ағымдарының үтә күренеүсәнлеген контролләүсе сара Рәсәй Федерацияһының бер нисә субъектында ғына бар. Хәмитов әйтеүенсә, блогта "сәнскеле", "уңайһыҙ" һорауҙар ҙа, "һыу юҡ", "лифт эшләмәй" тигән кеүек ябайҙары ла бар. Уларҙың һәр береһе мөһим, һәр береһе ыңғай эш өсөн эшләй - блогты көн һайын 25-30 мең кеше уҡый, ә ҡайһы бер көндәрҙә - 50 меңдән ашыу. "Йәнләнеү" аҫҡы яҡтан, эстән, башланды, йәмғиәт ҡуҙғалды. Блог йәмғиәттең, халыҡтың әүҙемлеген күрһәтә, ул ыңғай кәйеф тыуҙыра, һәм уның тәғәйенләнеше лә тап ошонда.
       Конгресс-холда осрашыу рәсми булмаған характерҙа барҙы һәм блогерҙар менән аралашыу ихлас килеп сыҡты, бюрократик һүҙҙәр һәм пафослы интонацияларға урын булманы. Рәстәм Хәмитов көсөргәнешле һәм һәр ваҡыт халыҡ алдында башҡарырға тура килгән, бер дуҫына ла теләмәгән президент эше тураһында нисектер үтә ябай итеп һөйләне. Һәм үҙенең Брюс Всемогущий түгеллеген, тылсымлы таяҡ менән генә бар эштәрҙе лә хәл итеп булмауын телгә алды. Көнүҙәк, етди проблемаларҙы хәл итеү өсөн, ысынлап та, ваҡыт кәрәк. Әммә оло үҙгәрештәр башларға күптән ваҡыт.
       - Беҙ артабан һуҙа, беҙҙә барыһы ла һәйбәт, етди үҙгәрештәр талап ителмәй, тип күҙ йома алабыҙ... Ләкин өҫтән-мөҫтән эшләнгән анализ да уянырға кәрәклеген күрһәтә. Эшләргә кәрәк, һәм әүҙем эшләргә. Республика йәмәғәтселеге көтөп арыны. Ауыл халҡы ла, ҡала халҡы ла, сәнәғәтселәр ҙә көтә, һәм улар көткән нәмәләр шул тиклем күп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн әлегә бер мөмкинлек тә юҡ. Ошоларҙан сығып, беҙ юғары эш темпы алғанбыҙ. Осрашыуҙар күп, рәсмиләре лә, рәсми булмағандары ла, һәм уларҙың һәр береһе бөгөн ниндәйҙер вәғәҙәләр призмаһынан ҡарала. Халыҡ һәр осрашыуҙың ниндәйҙер һөҙөмтәһен күрергә теләй. Был темпты һаҡлауы рәхәт түгел, шул иҫәптән физик яҡтан да, әммә беҙҙең, үкенескә күрә, башҡа төрлө вариантыбыҙ юҡ.
       Рөстәм Хәмитовтың блогерҙарға әйтеүенсә, ул республиканың уға ышанып тапшырылған дүрт миллионлы халҡы өсөн яуаплылыҡтың ауырлығын тоя, һәм был йөк еңелдән түгел. Тап шуға ла ул һәләкәтле конфликттар, халыҡ тормошон ҡатмарлаштырыуға килтерәсәк "киҫкен хәрәкәттәр" яһау яҡлы түгел. Шулай ҙа уны ҡайһы берҙә кардиналь үҙгәрештәргә саҡыралар. Киҫкен рәүештә бар кимәлдәге власты йөҙ процентҡа алмаштырырға, мәҫәлән, республика ҡануниәтен ҡайтанан ҡарарға, федераль башҡарма власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртергә.
       Бының мөмкин булмауын билдәләне Президент. Ул аҡыллы һәм эҙмә-эҙлекле эш итеү яҡлы.
       Рөстәм Хәмитов блогерҙар менән осрашыуҙа технопарктар, Хөкүмәт ағзалары эшмәкәрлеген баһалау өсөн һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен булдырыу темаларына ҡағылды. Был идеялар ҙа, әйткәндәй, уның блогында тыуған. Хәтерҙә, үҙенең шәхси битендә Рөстәм Хәмитов бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә йыл аҙағына тиклем тағы бер хеҙмәт хаҡы түләргә вәғәҙә биргәйне. Осрашыуҙа камералар алдында республика башлығы был вәғәҙәһен нығытты:
       - Мин бюджет хеҙмәткәрҙәренә тағы бер эш хаҡы түләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ҡул ҡуясаҡмын. Был мәсьәлә хаҡы - 1,4 миллиард һум. Бәләкәй сумма түгел, уға Өфөлә стадион төҙөргә булыр ине. Әммә республика халҡының күбеһе алған эш хаҡы бөгөн - ул дөрөҫ түгел һәм хәтер ҡалдырырлыҡ түбән, үкенесле. Шуға ла беҙ был хәлде үҙгәртер өсөн мөмкинлектәр табабыҙ. Киләһе йылда минималь эш хаҡы Башҡортостанда 4300-ҙән 5500-гә тиклем күтәреләсәк. Беҙ ставкаһы минималь эш хаҡына бәйле булған кешеләрҙең эш хаҡын үҙгәртергә тырышасаҡбыҙ. Бер йылдан һуң эш хаҡы артыу яғына бөгөнгөһөнән 15 процентҡа айырыласаҡ, тип планлаштырабыҙ. Был беҙҙән 3,5 миллиард һум самаһы талап итәсәк. Һәм әгәр беҙ өс йыл рәттән 15 процентҡа арттыра барһаҡ, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, 2014 йылда беҙҙең бюджет хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы 1,5 тапҡырға артасаҡ.
       Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында һүҙ сыҡҡас, республика башлығы ҡәтғи рәүештә уға ҡарата ҡаты көрәш алып барасағы хаҡында белдерҙе:
       - Беҙҙең Хөкүмәт - намыҫлы кешеләр Хөкүмәте, ул ғәҙел, асыҡ, үтә күренмәле эшкә әҙерләнгән. Коррупция тураһында һөйләгәндә, мин үҙемдең, хеҙмәттәштәремдең өлгөһөндә дәүләт хеҙмәтенең кеҫә өсөн түгел, ә кешеләр өсөн эшләү икәнен күрһәтергә теләйем. Һәм ошондай ҡараш еңергә тейеш. Мин коррупцион мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам иткән кешеләр менән иң ҡаты, хатта, әйтергә кәрәк, миһырбанһыҙ, көрәшкә әҙермен. Ғәҙел һәм үтә күренмәле эш принциптарын боҙған кешеләр яза аласаҡ. Был еңел эш түгел. һәм аҡса ағымдарын тартып алырға йыйынғандар өсөн хатта хәүефле лә. Был бик ҡатмарлы, шуға ла ябайлаштырып тормайым. Шуның менән бергә әйтә алам, яза ҡаты буласаҡ, һәм уның үҙгәрешһеҙ ҡалыуы нығына барасаҡ.
       Ғөмүмән, БР Президенты менән һөйләшеү, асылда, предметлы килеп сыҡты. Һуңынан ул блогында: "Барыһы тураһында ла һөйләштек", - тип билдәләйәсәк. Шулай ҙа ҡайһы бер блогерҙар, форумсылар, социаль селтәрҙән ҡулланыусылар ҡыҫтырырға яратҡан "флуд", "офф-топтар" булманы. Осрашыуға килеүселәр аныҡ һорауҙар бирҙе, аныҡ инициативаларын әйтеп ишеттерҙе, ҡайһы бер тәҡдимдәрҙе яҙма рәүештә ебәрҙе.
       Киләһе йылды республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан итергә, "Урал батыр" эпосын Европа телдәренә тәржемә итеп, Башҡортостандың уникаль мәҙәни мираҫын бар донъяға танытырға, тигән фекер әйтелде. Хәмитов "Урал батыр"ҙы туған башҡорт телендә лә, Ғәзим Шафиҡов һәм Айҙар Хөсәйенов тәржемәләрендә лә уҡыған, һәм бындай тәҡдимде маҡсатҡа ярашлы тип тапты. Республика, уның фекеренсә, Башҡорт музыкаһы йортона мохтаж - гастролгә килгәндәрҙе ҡабул итеү һәм БР Милли симфоник оркестры эшмәкәрлеге өсөн яҡшы акустикалы махсус майҙансыҡ кәрәк, республика шулай уҡ Башҡортостан рәссамдар йортона ла, дөйөм алғанда, төбәктә мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә лә мохтаж. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр министр Асҡар Абдразаҡовҡа йөкмәтелгән, әйткәндәй, ул донъя кимәлендәге "йондоҙҙар" менән яҡындан таныш һәм уларҙы Өфөгә гастролдәргә лә саҡыра ала.
       "Йәнле журнал" уҡыусыларын йәнә архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау, республикала социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшөнә контроль алып бара аласаҡ төҙөлөш монополияһын булдырыу, инновацион технологияларҙы үҫтереүсе IT-парктар, граждандарҙы дарыу менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ерҙе шәхси милек итеп теркәү, Башҡортостан урмандарын һаҡлау кеүек темалар ҡыҙыҡһындырҙы. Алданған өлөшсөләр, айырыуса "Ҡояшлы" һәм "Йәшел яр" биҫтәләре төҙөлөшөнә аҡса индереүселәр мәсьәләһе киҫкен яңғыраны. Ундағы хәлдәр, ысынлап та, ҡатмарлы һәм ул Президент контроленә алынған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан өлөшсөләр исеменән сығыш яһаған әүҙем блогерға эште ентекләп өйрәнеү өсөн Аҡ йортта осрашыу вәғәҙә ителде. Хәмитовтың интернет-битендә көнүҙәк темаларҙың береһе булған урындағы үҙидара темаһына фекер йөрөтөп, блогерҙарҙың береһе Башҡортостандың бер нисә муниципаль берәмегендә хакимиәт башлыҡтарын һайлау буйынса эксперимент үткәреп ҡарарға тәҡдим итте. Президент идеяны хупланы: ә ниңә аҡыллы граждандарға айырым ауыл файҙаһына эшләргә мөмкинлек бирмәҫкә? Мәҫәлән, быны тәүҙә өс-дүрт ауыл советында эшләп ҡарарға мөмкин.
       "Йәнле журнал" уҡыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү властың халыҡ менән туранан-тура, ғәҙел һәм коструктив аралаша алыуын күрһәтте. Һәм аморф виртуаль тәҡдимдәр ҙә дәүләт ҡарарҙары кимәлендә тормошҡа ашырыла ала икән.
       "Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ, һәм ысынбарлыҡты артабан яҡшыртыу буйынса алып барылған эште беҙҙән башҡа бер кем дә башҡармаясаҡ, - тип яҙҙы һуңынан блогында rkhamitov. - Беҙгә үҙебеҙ башҡара алырлыҡ эште эшләмәйенсә киләсәк быуындарға ҡалдырырға ярамай. Ахыр сиктә, лайыҡлы тормошҡа һәр кеше һуңынан түгел, әленән үк хоҡуҡлы".
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал