6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Энергетика

Энергетиктар эш хаҡын күтәреүҙе һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы талап итә
20.04.04


       Бәләкәй йәрәхәт ҙурынан яҡшыраҡ, әлбиттә. Ә бөтөнләй б өтөнләй йәрәхәт алмайынса йәшәүе тағы ла һәйбәтерәк. Әммә ке ше - машина түгел, ҡайһы бер ваҡыт, арыған осраҡта, йә тәжри бәһе аҙыраҡ булһа, хеҙмәт урынында йәрәхәтләнеү ҙә ихтимал. Хатта йыш ҡына йәрәхәт алыу ғына түгел, үлем осраҡтарына кил тергән хәлдәр ҙә булғылай. Өфөлә үткән ун һигеҙенсе "Электро профсоюз" Бөтә Рәсәй энергетика пленумында нисек итеп ошонд ай үлемесле осраҡтарҙы булдырмау тураһында һүҙ алып барылды.
       Өлгө итеп Башҡоротстан энергосистемаһы тәжрибәһе алыныуын б илдәләп үтергә кәрәк. Профсоюздың йыйылыу урынын билдәләүҙә лә әйтелгән факт мөһим роль уйнаны. Беҙҙең энергосистема, ба шлыса "Башкирэнерго" акционерҙар йәмғиәте был һорау буйынса ла иң алда барыусыларҙың береһе булып тора. Энергетиктарҙың хеҙмәтен хәүефһеҙләндереү өсөн күп нимә эшләнә. Рәсәйҙең баш ҡа предприятиеларынан айырмалы рәүештә беҙҙең белгестәрҙә бө тә төр индивидуаль һаҡланыу кәрәк - яраҡтары бар. Акционерҙа р йәмғиәтенең " Персоналдың профессиональ эшмәкәрлеген тәьми н итеү һәм йәрәхәтләнеүгә юл ҡуймау программаһында" уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау тактикаһы яҙылған. Бөтә Рәсәй "Э лектропрофсоюз" башлығы Валерий Кузичев йыйылыусыларға дауал ау - сәләмәтләндереү комплексы яҡшы эшләгән "Теплоцентраль" акционерҙар йәмғиәтенән өлгө алырға кәңәш бирҙе.
       Республика энергосистемаһында үткәрелгән саралар һөҙөмтәһ е - һуңғы өс йыл эсендә бер профессиональ ауырыу ҙа булмаған . Хеҙмәтте һаҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы профкомдар институты был һорауҙы күҙ уңынан төшөрмәй. Үткән йыл улар 600 тикшереү
       үткәргән. Йыл һайын предприятиеларҙа был сифатта иң яҡшы эш ләүселәрҙе билдәләйҙәр. Әйткәндәй, был йәһәттән дә Башҡортос тан энергетиктары беренсе урындарҙа бара.
       Пленумда килтерелгән һандар уйланырға мәжбүр итә. Рәсәй э нергосистемаһында эш урынында алған йәрәхәт алыу осрағы йыл һайын кәмей бара, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, һаман да яр айһы уҡ ҙур - үткән йылда 475, уларҙың 60 - ы үлем менән там амланған. Иң күп үлеү осрағы электр тогы һуғыу сәбәпле, икен се урында - бейеклектән йығылып төшөү һөҙөмтәһендә.
       Һуңғы йылдарҙа булған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә күп һанда в аҡ энегофирмалар барлыҡҡа килде. Был бәлки яҡшылыр ҙа, әммә уларҙа йыш ҡына хеҙмәтте һаҡлау яуаплылығы тураһында онотоу күҙәтелә.
       Пленумда яҡты мәлдәр ҙә етерлек булды. БР Профсоюздар фед ерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмирханов "Башкирэнерго" филиалдары ның ҡайһы бер профкомдарына Почет грамоталары тапшырҙы. Һуңы нан Валерий Кузичев ҡатнашлығында матбуғат конфернцияһы үтте .

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал