6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Киң мәғлүмәт саралары

Михаил Ростовский: "ҡағыҙ" гәзиттәр бөтһә, катастрофа буласаҡ
18.11.10


       Мәскәү журналисы, шау-шыу тыуҙырған "Башҡортостан Республикаһы диссиденты" мәҡәләһенең авторы Михаил Ростовский Өфөләге коллегалары менән осрашты.
       - Михаил Ростовский беҙгә һирәк, әммә берәгәйле килә, - тине элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. - Михаил менән күптән танышмын. Ул бик матур әңгәмәсе, күп белә, уның менән аралашыу һәр ваҡыт файҙалы.
       Башҡортостандағы эштәр менән ул ишетеп кенә түгел, яҡындан таныш. Сәйәси күҙәтеү яһаусыға тейеш булғанса, ул бөтә нәмә хаҡында хәбәрҙар булырға тырыша һәм һәр ваҡыт бер Мәскәүҙәге хәл-ваҡиғаларҙы ғына түгел, төбәктәрҙәгеләрен дә белеп тора. Бынан алда Ростовский Өфөгә йыл ярым элек килгәйне, ә Мәскәүгә ҡайтыу менән ул "МК" биттәрендә Мортаза Рәхимовтың "үҙәк менән төбәктәрҙең мөнәсәбәте тураһында үҙ хәҡиҡәтен һөйләгән" интервьюһын баҫтырҙы. Ул ваҡыттағы республика башлығының интервьюһы дөйөм федераль кимәлдә оло шау-шыу ҡуптарҙы һәм республиканың беренсе президентының "өс тауыҡ менән дә етәкселек итмәгән начальниктар" тигән фразаһы менән иҫтә ҡалды.
       - Власть алмашынғандан һуң федераль киң мәғлүмәт сараларын Башҡортостан ҡыҙыҡһындырамы? - тип һораны журналистар Михаил Ростовскийҙан.
       - Башҡортостан - айырыуса мөһим, система булдырыусы Рәсәй төбәктәренең береһе, тип иҫәпләйем. Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул барыбер алға табан бара, - тине "МК"-ның сәйәсәткә күҙәтеү яһаусыһы.
       Михаил Ростовский һүҙҙәренсә, Башҡортостандың яңы Президенты менән ул таныш түгел. Әммә, әгәр эш интервьюға барып етһә, нимә тураһында һорарға белер ине.
       - Был интервьюның Рәхимов менән булған интервью кеүек ғауғалы булмаясағы тәбиғи, шулай ҙа уны нисек ҡыҙыҡлы итергә беләм. Ә шау-шыу тыуҙырмаясағы, бәлки, яҡшығалыр ҙа, - тип дауам итте журналист. - Һорауҙар әҙерләү - ярайһы ҙур хеҙмәт һәм уйлау-фекерләү талап иткән эш. Мин бының менән интервью ныҡлы билдәләнһә генә шөғөлләнәм. "Һорауҙарығыҙҙы яҙығыҙ, е-mail аша ебәрегеҙ, ә яуап бирергәме-юҡмы - беҙ уйларбыҙ әле" тигәндәге кеүек ситуацияларҙы яратмайым. Бындайҙы мин ҡабул итә алмайым. Иң мөһиме, кешенең алдараҡ биргән интервьюларын өйрәнеү. Был иң уңышлыһы - ниндәйҙер фекерҙәренә таянып, улар буйынса һорау төҙөргә мөмкин. Интервьюға, бигерәк тә етди кеше менән, әҙерләнеп килергә кәрәк.
       Рөстәм Хәмитов менән интервьюға темалар алырға мөмкин булған сығанаҡтарҙың береһе - уның блогы. Михаил Ростовский әйтеүенсә, ул блогтарҙы уҡый, әммә үҙенеке юҡ.
       - Мин интернет фанаты түгел һәм блог алып барыуҙы кәрәк тип тапмайым. Икенсенән, мин уй-фекерҙәрҙе аныҡ формалаштырыу талап ителгән үҙенсәлекле өлкәлә эшләйем. Бында ярайһы ҙур тырышлыҡ кәрәк, - тип аңлатма бирә Михаил Ростовский.
       Журналист фекеренсә, төп проблеманың сәбәбе икенселә. Бөгөн матбуғат баҫмаларының үҙ позицияһын юғалта барыуы асыҡ күренә, ә интернет, киреһенсә, ҡеүәтен арттыра. Был күренеш глобаль характерҙа, һәм уны туҡтатып булмаясаҡ.
       - Гәзиттәргә электрон яҫылыҡҡа нисек күсергә һәм унда нисек аҡса эшләргә өйрәнергә, бына нимәнән ғибәрәт донъяуи проблема, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Ростовский. - Америка медиамагнаттары интернетта гәзиттәренең сайтына бушлай инеү мөмкинлеген япты. Ҡыҙыҡ, был тәжрибә нимә менән бөтөр икән. Минең уйлауымса, Рәсәйҙә әлегә улай эшләү мөмкин түгел. Беҙҙә бөгөн рекламала аҡса эшләү моделе үҫешкән.
       Михаил Ростовский "МК"-ға ла ваҡытында үҙ сайтын модернизациялауға һәм камиллаштырыуға күп көс түгергә кәрәк булыуы хаҡында һөйләне, уларға сит илдәге хеҙмәттәштәренең тәжрибәһе ярҙам иткән.
       - Электрон киң мәғлүмәт саралары - ҙур эш майҙаны. Аудиторияны асыҡ күрергә мөмкин - сайтҡа күпме ҡунаҡ инә, уларҙы ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра, теге йәки был материалды ҡарауға күпме ваҡыт бүлә. Был осраҡта бер ниндәй социологик тикшеренеүҙәр ҙә кәрәкмәй, - ти БР-ҙың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
       Шул уҡ мәлдә Борис Мелкоедов та, Михаил Ростовский ҙа, хәҙерге донъяға баҫма киң мәғлүмәт саралары ла кәрәк, тигән фекерҙе уртаҡлаша.
       - Мин баҫма матбуғат вәкиле. Ҡағыҙ беҙҙең тормоштан китһә, һәләкәт буласаҡ, тигән фекерҙәмен. Ысынында иһә техникаға ышанып бөтмәйем. Ҡағыҙ барыбер ышаныслыраҡ, тигән уйҙамын. Тормош бер урында тормай, әлбиттә, һәм бында һәр нәмәгә әҙер торорға һәм артта ҡалырға ярамай. Оҡшаймы - оҡшамаймы интернет, заман менән бергә атларға кәрәк - тулҡынды эйәрләп, уның өҫтөндә ҡалырға, - тип комментарий бирә Михаил Ростовский.
       Фото mk.ru сайтынан.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал