6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәтселек фекере

Олег Кирәев Өфөлә мәҙәни дискуссия ойошторасаҡ
17.11.10


       Күптән түгел Башҡортостан Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы итеп билдәләнгән, йәнә блогерға әйләнгән билдәле джазмен Олег Кирәев Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үткәрергә теләүе хаҡында белдерҙе. Был турала яҙма бөгөн уның интернет-битендә урынлаштырылған olegkireyev.livejournal.com.
       - Сәнғәт һәм мәҙәниәт - цивилизациялы йәмғиәттең мөһим өлөштәре - уларҙың әһәмиәте иҡтисад һәм сәйәсәттекенән кәм түгел. Тап улар дөйөм алғанда милләттең рухи сәләмәтлегенең индикаторы булып хеҙмәт итә. Был өлкәнең төп проблемаларының береһе, минең ҡарашҡа, - хәҙерге донъяның торған һайын нығыраҡ музыкаль-театраль "фастфуд" ихтыярына бирелә барыуында, - тип көйөнә музыкант. - Һәм шуға ла был өлкә - башҡа ваҡыттарҙа булмағанса - мәҙәниәт өлкәһендәге профессионалдарға мохтаж. Мин сәнғәт оҫталарын, шулай уҡ мәҙәниәт үҫеше өсөн яуаплы вазифалар биләгән кешеләрҙе күҙ уңында тотам.
       Кирәев әйтеүенсә, артист булһынмы ул, рәссам, музыкант, яҙыусымы - ижади шәхестең бурысы - мөмкин тиклем үҙенең һәләттәрен асыу, ә дәүләттең роле - бының өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Әгәр процесты белеп ойошторғанда, бигерәк тә киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү өлөшөндә, джазмен мәҙәниәт "ширпотреб"ын еңеп булыуына ышана.
       Билдәле джазмендың Башҡортостанға битараф булмауы аңлашыла. Кирәев Өфөлә тыуған һәм ошонда үҫкән, ошонда уҡ уның музыкаль карьераһы башланған. Президен Рөстәм Хәмитовтың мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса советнигы итеп ул сентябрь аҙағында билдәләнде. Йәмәғәт башланғысындағы вазифа булғанға күрә, үҙенең эше өсөн Кирәев эш хаҡы алмай, әммә уны ихлас күңелдән башҡара.
       - Беҙҙең республика традициялар һәм таланттарға бай, ә төбәгебеҙҙең күп милләтлелеге уны, һеҙҙең менән беҙҙе, бөтә ил күләмендә уникаль күренеш итә, - тип яҙа Кирәев үҙенең блогында. - Классик жанрҙар менән рәттән Башҡортостанда милли театрҙар - рус, башҡорт, татар һәм башҡалары йәшәп килә. Халыҡ жанрындағы ысын мәғәнәһендә күренекле коллективтар һәм башҡарыусылар бар. Уларҙың барыһына ла ижади процесты еренә еткереп ойоштороу һәм социаль "тыл" менән тәьмин итеү кәрәк, ә ҡайһы берҙә теге йәки был проблемаға иғтибар итеү генә талап ителә.
       БР Президенты Хакимиәтендә һәр яҡлап хуплау тапҡан һәм яҡын арала үткәрелергә тейешле был түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуға Олег Кирәев бер республика халҡын һәм мәҙәни берләшмә вәкилдәрен генә саҡырмай. Әйтер һүҙе булған һәр кем үҙенең фекерен йәнле әңгәмә форматында ишеттерә ала.
       - Әгәр мине түңәрәк өҫтәл эшендә ҡатнашырға саҡырһалар, ихлас ризалашасаҡмын. Сараны ойоштороусыға ҙур хөрмәт менән ҡарайым - ул, һис шикһеҙ, талантлы кеше, Олег Кирәевтең беҙҙең спектаклдәрҙә булғаны бар, уның менән һөйләшкәнебеҙ булды, - тип билдәләне "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмә барышында Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович, һәм беҙ унан бөгөнгө көндә сәнғәт өлкәһендәге иң көнүҙәк проблеманы атауын һораныҡ.
       - Әгәр театрҙар тураһында һөйләгәндә, мин бына нәмәләр тураһында әйтер инем: ниңә театрҙар аҡса эшләү менән шөғөлләнергә тейеш? Театрҙар бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшләргә тейеш - уларҙың бурысы мәҙәниәткә өйрәтеү, ә аҡса табыу түгел. Мин тағы әллә күпме нәмә тураһында әйтә алам, әммә быныһы, моғайын, иң мөһимелер.
       Тәҡдимдәр һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуға заявкаларҙы kulturarb@inbox.ru сайтына ебәрергә кәрәк, ә уй-фекерҙәр менән Олег Кирәев блогында уртаҡлашырға мөмкин.
       Фото jazzru.wordpress.com сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал