6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

Футбол хәстәрле хужалар ҡулына эләкте
15.11.10


       Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Футбол федерацияһының отчет-һайлау йыйылышы үтте. Элек күндән, хәҙер иһә супер модалы заманса материалдарҙан эшләнгән туптарҙы тибеү процесын яратыусылар дүрт йылға иҫәп-хисап биреү һәм яңы етәксе һайлау өсөн йыйылды.
       Футбол менән бәйле кешеләр был сарала нимә менән шөғөлләнде һуң? Күңелһеҙ нәмәләр менән. Һәм быға үҙ сәбәптәре бар. Беҙҙең республикала планеталағы төп спорт уйынына тейешле ярҙам юҡ. Майҙандар төҙөргә кәрәк, балалар, үҫмерҙәр, һәүәҫкәрҙәр, ветерандар һәм профессионалдар командаларына ла ярҙам итергә... Ә аҡса бик аҙ бүленә.
       Нимә эшләргә? Ҡарашты үҙгәртергә. Тамырынан. Үҙебеҙҙең юғары кимәлдә уйнаған етди командаларыбыҙ кәрәк. Һәм улар бер юлы бер нисә ҡалала кәрәк. Өфө, Учалы, Стәрлетамаҡ. Хәйер, башҡа ҡалаларҙа ла яҡшы футболдан баш тартмаҫтар ине, моғайын.
       Балалар футболын үҫтереүҙе лә урап үтергә ярамай, әлбиттә. Һәр бала бәләкәй саҡтан тап ошо уйынды уйнаһын ине. Уны баш ярыу, танау емереү урынына, йүгерергә, гол индерергә өйрәтергә кәрәк. Күр ҙә тор - хулиганлыҡ кимәле лә төшәсәк. Футболсылар, беҙ белеүебеҙсә, тыныс халыҡ, һуғышырға ынтылмай.
       Былар барыһы ла ҡоро һүҙҙәр, әлбиттә. Әммә былар киләсәктә ысынбарлыҡтағы оло эштәргә әйләнергә тейешле һүҙҙәр.
       Бөгөнгәсә республикала футболды абруйлы һәм үҙ эшен яҡшы белгән кеше, элекке арбитр Александр Лапин етәкләне. Һәм ул вазифаға икенсе тапҡыр һайланыуҙан үҙе баш тартҡас, байтаҡ делегаттарҙың уны ғәйепләй, "бысраҡ" менән ҡойондора башлауы насар күренеш булды. Матур түгел был һәм ир-егеттәрсә лә түгел. Ни бары БР-ҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин ғына, булған проблемаларға ҡарамаҫтан, эше өсөн Лапинға рәхмәт белдерергә кәрәклеген билдәләне. Чиновник менән килешәм - Лапин яҡшы эшләне, һәм ул яҡшы белгес. Ә аҡсаның булмауы иһә ысынлап та уның ғәйебе түгел. Лапиндың артабан да эшләүен, файҙа килтереүен теләр инем.
       Кем һуң футболдың яңы "короле"? Был, дөрөҫөн әйткәндә, алдан уҡ һиҙелә ине. "Динамо-Тималь" клубының элекке хужаһы, бизнесмен Шамил Ғәзизов үҙенең берҙән-бер көрәштәше, ошо уҡ "Динамо-Тимал"дең элекке баш тренеры Владимир Сафоновты күпселек тауыш менән артта ҡалдырҙы.
       Был һайланыуҙың алдан әҙерләнгән булыуы аңлашыла. Ике ай дауамында, "БАШвестЪ" мәғлүмәте буйынса, етди эш алып барылған. Ғәзизовтың аныҡ етди эш планы булған, ул уны тәҡдим иткән, фекерҙәштәр туплаған, Никерин менән осрашҡан.
       Сафонов көслө оппонентын үтергә мөмкинлеге аҙ булыуын тойғандыр. Шуға күрә ул үҙенең программаһын да уҡып торманы, йәнә бер тапҡыр, тәү сиратта, балалар спорты һәм үҙебеҙҙә үҫтергән кадрҙарҙы әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәклеген генә билдәләне. Хәйер, Футбол федерацияһында Сафоновҡа артабан тап ошо эш менән шөғөлләнергә тәҡдим итерҙәр, моғайын.
       Шулай итеп, Шамил Ғәзизов - Башҡортостан футболының яңы "короле". Ул беҙгә, ошо спорт төрөн һөйөүселәргә, нимә вәғәҙәләне? Тәүҙә футбол төрҙәрен - ҙурын, бәләкәйен, ҡатын-ҡыҙҙар футболын, пляж футболын, ветерандар футболын һәм башҡаһын үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтте.
       Етди база булдырылырға тейеш - футбол майҙандары, ҙур һәм мини футбол өсөн яҡшы стадиондар, сбор өсөн урындар. Ошондай нигеҙ булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.
       Республиканың оло футбол буйынса төп футбол клубы ике-өс йылдан һуң беренсе лигаға эләгергә тейеш. Биш-алты йылдан һуң - Рәсәй премьер-лигаһына. Бында беҙ аҡыллы һәм уйлап эш итеүҙе күрәбеҙ. Тиҙ арала күп аҡса индереп, һуңынан, яңыларын таба алмай, барыһын да емереү - дөрөҫ юл түгел. Аҡыллы эш итергә кәрәк.
       Шамил Ғәзизов, шулай уҡ, федерация советына хәҙер журналист индерелеүен дә билдәләне. Бының көтөлгәнсә телевидение хеҙмәткәре һәм футбол фанаты Максим Балобанов икәне билдәле булды. Был аҙымдар футболдың республикала лайыҡлы профессиональ яҡтыртылыуы өсөн кәрәк. Киң мәғлүмәт саралары менән элеккесә эшләү бер ҡалыпҡа ла һыймай.
       Шамил Ғәзизовҡа - уңыштар. Ул үҙенең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә зыян килгән хәлдә лә эшләргә вәғәҙә бирҙе. Алдағы ике айҙа федерацияның яңы башлығы республика буйынса сәфәргә йыйына. Ул район башлыҡтарын футбол үҫешенә иғтибар бүлергә саҡырасаҡ.
       Дмитрий Слезин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал