6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ҡаймалағы бриллиант
15.10.10


       Башҡортостандың баш ҡалаһында данлыҡлы өсәү - Станислав Садальский, Жанна Эппле һәм Эвелина Бледанс булып китте. Артистар алып килгән "Мөхәббәт декораторы" ("Декоратор любви") тип исемләнгән антреприза спектакле аншлаг менән барҙы. Ҡунаҡтарҙы был ныҡ ҡыуандырҙы һәм улар сәхнәнән ихлас күңелдән тамашасыларға рәхмәт әйтте.
       Станислав Садальский Өфө тамашасыларына матур һүҙҙәрен йәлләмәне һәм спектаклгә театралдар ғына килгәнен билдәләне.
       Өфөгә ситтән килтерелгән спектаклдәрҙе ҡарарға була, әлбиттә, әммә был Рәсәй һәм сит ил эстрадаһы йондоҙҙары концертын ҡарау менән бер түгел. Спектаклгә, ғәҙәттә, бөтә ғаилә менән йөрөргә тырышалар, шуға ла "Мөхәббәт декораторы" пьесаһына балалары менән килгәндәр күп ине. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә булды, улар өсөн театрға сәйәхәтте меценаттар ойошторған.
       Бындай төрлө йәштәге тамашасыға ярауы еңел түгел. Оло быуын сәхнәлә интеллигентлы спектакль күрергә теләй, йәштәр "борослораҡ" рухи аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. "Мөхәббәт декораторы" барыһына ла ярарға тейеш ине. Әммә спектакль ололар өсөн әҙерләнгән ине, бер ҙә балаларға түгел.
       Өфөлә спектакль билдәләнгән ваҡыттан бер сәғәткә һуңыраҡ башланды. Оҙон сират көткән тамашасылар ризаһыҙлыҡ белдермәне, ә спектаклдән һуң артистар Екатеринбургтан Өфөгә 18 сәғәт килгәндәрен әйткәс, уларҙың оҙаҡ көттөргәндәрен дә ғәфү итте. Октябрҙә генә актерҙар был спектакль менән Санкт-Петербургта, Төмәндә, Миәстә, Екатеринбургта сығыш яһаған, ә Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәр турында һуңғыһы булып тора.
       Юлдың оҙонлоғон белгән кешеләр сәхнәлә юлдан арыған артистарҙы күрермен тип көттө. Әммә хаталандылар: Станислав Садальский, Жанна Эппле һәм Эвелина Бледанс поезд менән Өфөгә спектакль башланырҙан ике сәғәт алда ғына килеп төшһәләр ҙә, Өфө тамашасылары алдында арығанлығын һиҙҙермәне. Улар һәр береһе сәхнәгә ярым ҡараңғыла сыҡты - был сығыштарын эффектлы итеү өсөн эшләнде, софиттар бар ҡеүәтенә ҡабыҙылғас, уларҙың сығышы залда фурор тыуҙырға тейеш ине. Уйланылғандары килеп сыҡты: тамашасы көслө алҡыштар менән яуап бирҙе.
       "Мөхәббәт декораторы" спектакленең сюжеты - ябай һәм аңлайышлы һәм тамашасыларҙан махсус иғтибар талап итмәне. Тамашасылар артистар уйынын күҙәтте: билдәлелек яулай алмағас, фатирҙар ремонтлау менән йәшәүгә аҡса табыусы артист ролендәге Садальский, депутат ҡатыны ролендәге Жанна Эппле, һәм ирен депутат ҡатыны менән хыянат итеүҙә тотҡан ҡатын - Эвелина Бледанс. Хыянат арҡаһында килеп тыуған уңайһыҙлыҡты бөтөрөргә тырышҡан Садальскийҙың персонажы - Стас Ковальский депутат ҡатыны Марианнаға ярҙам итер өсөн, уға командировкалағы ире булып сығыш яһарға тәҡдим итә. Алданған ҡатын Инга Марианна менән аңлашырға килә, әммә бер уны ғына түгел, өсөһөн дә сюрприз көткән булып сыға.
       Төп герой Стас Ковальский артист булараҡ йондоҙло сәғәте һуҡҡанын һиҙә. Ир ролендә ул үҙенең актерлыҡ һәләтен аса: ябай ҙа, урыны менән тупаҫ та, кәрәк саҡта романтик һәм патриот та була белә. Ул тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп монологтар уҡый.
       - Актер - ҡош, ә тамашасы - һауа, - ти Станислав Садальскийҙың персонажы. Һәм пафослыраҡ булһын өсөн, Рәсәйҙә өс нәмәгә хеҙмәт итәләр: Ватанға, Аллаһы Тәғәләгә һәм сәхнәгә, тип өҫтәй.
       Станислав Садальский спектаклдә ҡиммәтле бриллиант урынында: нурҙар сәсеп уйнай һәм тамашасы унан күҙен ала алмай. Сәхнәлә ул, һис шикһеҙ, король булды, ә ғали йәнәптәренең фавориткалары булырға тейеш. Һәм Жанна Эппле менән Эвелина Бледанс спектакль тамамланғансы ошо ролде башҡарҙы. Жанна нәзәкәтле, бер аҙ һауалы һәм сибәр иҫәркәй булып уйнаны, ә Эвелинаның геройы башта киҫкен һәм ҡаты булһа, һуңынан уның наҙлы һәм һөйкөмлө зат булыуы асыҡланды. Актрисалар Станислав Садальский менән бергә дуэтта ла, айырым да йырланы.
       "Мөхәббәт декораторы"нда шаяртыуҙар күп: әҙәплеһе лә, башҡаһы ла етәрлек, әммә барыһы ла сама менән. Артистар сәхнәлә хәбәрен һөйләне, тамашасылар уларҙы йотлоғоп тыңланы - зал менән контакт булдырылғайны. Станислав Садальский Башҡортостан хаҡында күп нәмә белеүе менән дә тамашасыны үҙенә ҡаратты, хатта Мәскәүгә күстәнәс итеп алып ҡайтҡан балды ла телгә алды.
       Спектаклдән һуң артистар тиҙ генә таралырға ашыҡманы һәм тамашасыларға ҙур булмаған концерт ойошторҙо: һәр артист үҙе айырым бер номер менән сығыш яһаны. Станислав Садальский Станиславский һәм Немирович-Данченко мәктәбе уҡыусылары булған үҙенең бөйөк педагогтары Ольга Андровская һәм Григорий Конский хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Артистың билдәләүенсә, улар уға белем, оҫталыҡ биргән һәм актер һөнәрендә үҙенең урынын табырға ярҙам иткән. Артист яңыраҡ Тольятти менән Мәскәүҙә премьераһы үткән яңы "Быйма" спектаклендәге йырын да йырлап ишеттерҙе. Яңы спектакль нигеҙендә - классик мөхәббәт өсмөйөшө: ир, ҡатын һәм һөйәркә. Ролдәрҙе Станислав Садальский, Татьяна Васильева һәм Жанна Эппле башҡара. "Быйма" һәм "Мөхәббәт декораторы" спектаклдәренең режиссеры - Владимир Устюгов.
       Ижади кисә һуңында Өфөлә Станислав Садальский сәхнәгә фотоаппарат менән сыҡты. Ул барыһын да фотоға төшөрҙө: үҙенең һөйкөмлө партнерҙарын да, тамашасыларҙы ла - иҫтәлеккә, һуңынан иҫәп бирергә лә мөмкин. Станислав Садальскийҙың күптән инде интернетта үҙенең блогы бар һәм ул Грузия һәм Сыуашстандың халыҡ артисы булыуҙан тыш, Рәсәйҙең халыҡ блоггеры исеменә лә лайыҡ булған. Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән гастроле тураһында үҙенең селтәрҙәге журналында Станислав Садальский ошондай һүҙҙәр яҙған:
       - Яңы ғына Өфөлә спектакль тамамланды. Бик яҡшы ҡабул иттеләр.
       Артабан ул Өфө тураһында уйлағанда һәр ваҡыт башҡорт яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәевтың "Ҙур оркестр"ын иҫкә төшөрөүен билдәләй.
       - Беҙҙең быуын был повесты иҫләргә тейеш. Унда айырым билдәләрлек бер нәмә лә юҡ - һуғыштан һуңғы Өфө ихатаһында ябай балалар тормошо. Әммә был балаларҙы беҙ нисек ярата инек! Мансур исемле малай, дуҫ ҡыҙы Маруся, Фатимаға ғашиҡ булған һуғыш суҡмары Әхмәҙей, насар холоҡло Люциә. Был компания беҙгә туған кеүек күренә торғайны, - тип яҙа Станислав Садальский.
       Өфө менән хушлашыу матур үтте: спектаклдән һуң Өфөлә яҡшы билдәле ханым, телетапшырыуҙар алып барыусы Евгения Машко Станислав Садальский, Жанна Эппле һәм Эвелина Бледансты киске ашҡа саҡырҙы. Мәскәү артистары үҙҙәренә күрһәтелгән хөрмәт менән ҡәнәғәт ҡалды.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал