6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Өфө минус ике тигеҙ була Мәскәү?
14.10.10


       Бер сәғәт алға - бер сәғәт артҡа: миҙгелендә сәғәт уҡтарын күсереү - медиктар, энергетиктар, синоптиктарҙың даими бәхәсләшеүенең сәбәпсеһе... Ә быйыл сираттағы ҡышҡы ваҡытҡа күсер алдынан Башҡортостанда республиканы Мәскәү ваҡытына күсереү мәсьәләһе тикшерелә башланы. Әйткәндәй, беҙ ҡышҡы ваҡытҡа октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә күсәбеҙ. Мәскәү ваҡытына күсеү инициативаһы менән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Нәзип Йәмилев сығыш яһаны, ул үҙенең позицияһын иҡтисади факторҙар һәм федераль үҙәк менән төбәктең үҙ-ара эш итеүен уңайлаштырыу менән аңлатты. Ә был турала республиканың башҡа кешеләре ни уйлай икән? Ошо һорау менән "БАШвестЪ" төрлө белгестәргә мөрәжәғәт итте.
       Беҙ тимер юлсыларҙан башланыҡ, сөнки күп осраҡта тимер юлы барлыҡҡа килгәнгә күрә бар донъя бөгөн беҙ күнеккән ваҡыт бүлкәттәре системаһын файҙалана - бығаса һәр ерҙә географик оҙонлоҡҡа бәйле үҙҙәренең ваҡыты ҡулланылған. Поездар графигын төҙөгәндә барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡ һәм авариялар арҡаһында ваҡытты иҫәпләүҙе стандартлаштырыу кәрәк булған. Шулай итеп XIX быуат уртаһында бер стандарт ваҡытҡа тәүҙә Бөйөк Британия, артабан яйлап башҡа илдәр күскән. Рәсәй уларға 1919 йылда ҡушылған.
       - "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте илдең берҙәм транспорт структураһын тәшкил итә. Рәсәйҙең барлыҡ тимер юлдар селтәре бер Мәскәү ваҡыты менән йәшәй. Шуға күрә Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тимер юлсылар өсөн көнүҙәк түгел - беҙ былай ҙа һәр ваҡыт Мәскәү ваҡыты менән йәшәнек. Минең эш кабинетымдағы сәғәт, мәҫәлән, Мәскәү ваҡытын күрһәтә, - тип билдәләне Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллин.
       Авиатранспортҡа ла ҡағыла был, мәҫәлән, төбәктән төбәккә даими йөрөгән кешеләр өсөн Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе уңайлыраҡ булыр ине. Әммә бындайҙар беҙҙең арала күпме икән? Сәйәхәтселәр ҙә ваҡыт айырмаһын ҙур ҡаршылыҡҡа һанамай.
       - Эш буйынса мин Мәскәүгә йыш осам, - ти баш ҡалалағы юридик фирмаларҙың береһенең хеҙмәткәре Юлия Скатова. - Ғәҙәттә беҙҙең компания Өфөнән иртәнге һигеҙҙә йүнәлгән рейсҡа өҫтөнлөк бирә. Ә Мәскәүгә ике сәғәт осоуҙы иҫәпкә алғанда, бик ҡыҙыҡ килеп сыға: һин самолетҡа һигеҙҙә ултыраһың - һәм Мәскәүҙә һигеҙҙә сығаһың. Ике сәғәт отаһың! Бер нисә йылда бындай сәғәттәр күп йыйылды инде.
       Ғөмүмән, нимә ул иртә, көн, кис, төн? Был тәү сиратта яҡтылыҡтың төрлө дәрәжәлә булыуы. Тәүлек ваҡытының традицион сиктәре бармы? Аныҡ бүленеше юҡ, әммә иртәнсәк - ул, ҡағиҙә булараҡ, сәғәт дүрттән 11-12-гә тиклемге ара, артабан алтыға тиклем көн дауам итә, һуңынан кис, һуңғыһы 23-24 сәғәттә төн менән алмашына.
       Башҡортостанда географик яҡтан уңайлы урынлашыуы арҡаһында барыһы ла тура килә: иртән яҡтыра, кис эңер төшә... Артабан нимә буласаҡ? Хәҙер, көҙ уртаһында, 18 сәғәттәрҙә ҡараңғы төшә - был тәбиғи. Ә Мәскәү ваҡытына күсһәк, кис беҙгә иртәрәк киләсәк: көҙгөһөн - 16 сәғәттә, ә ҡышын 15 сәғәттәме? Нимә килеп сыға һуң? Алты-етелә эштән сыҡҡан кешеләрҙең күбеһе өйгә ҡараңғы төшкәс ҡайтасаҡ, сөнки Мәскәү ваҡыты буйынса ете - беҙҙеңсә туғыҙ бит. Ҡараңғылыҡ, билдәле булыуынса, һәр төрлө яман уйлы кешеләр өсөн ҡара эштәрен башҡарыуға уңайлы шарттар тыуҙыра. Өҫтәүенә, ҡараңғыла күреү һәләтенең насарайыуы ла бик йыш юл-транспорт фажиғәләренә алып килә. Шулай ҙа беҙҙең киләһе әңгәмәсебеҙ, яңы ваҡытҡа күсһәк тә, енәйәтселек артмаясаҡ, ти. Үҙенең компетентлы фекере менән был юлы хоҡуҡ һаҡлау органдарында 40 йыл хеҙмәт иткән БР эске эштәр министры урынбаҫары - БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтишселек идаралығы начальнигы Василий Гугин уртаҡлашты:
       - Минең уйымса, Башҡортостанға Мәскәү ваҡытына күсеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине: беҙҙең яҡын күршеләребеҙ - Татарстан ошо ваҡыт буйынса йәшәй, Һамар быйыл күсте. Шул уҡ мәлдә беҙҙә бер нәмә лә, шул иҫәптән енәйәтселек тә үҙгәрмәйәсәк. Әгәр кеше енәйәт ҡылырға йыйынған икән, ул уны көндөҙ ҙә эшләйәсәк. Әммә халыҡ менән профилактик эштәр үткәреү артыҡ булмаҫ, хәйер, ул беҙҙә һәр ваҡыт алып барыла.
       Әйткәндәй, Рәсәйҙең биш төбәгенең халҡы - атап әйткәндә, был Мәскәү сәғәтенә быйылғы йылдың мартында күскән Һамар өлкәһе менән Удмуртия, ҡыш көнө Мәскәү ваҡыты буйынса йәшәп ҡарамаған әле. Хәйер, уларҙың илдең баш ҡалаһы менән ваҡыт айырмаһы бер генә сәғәт ине. Икенсе эш Башҡортостан, бында айырма ике сәғәт тәшкил итә.
       - Ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа күскәндә медиктар ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең артыуын билдәләй, - ти Өфөнән ашығыс медицина ярҙамы станцияһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Олеся Осадчая. - Тәү сиратта нервы системаһы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары киҫкенләшә, ҡан баҫымы менән проблемалар тыуа. Акклиматизацияға билдәле ваҡыт кәрәк - һәр кем уға үҙенсә яраҡлаша, әммә һуңынан, ҡағиҙә булараҡ, барыһы ла нормаға инә.
       Эксперттар ваҡиғалар үҫешенең ошондай вариантын да инҡар итмәй, уға ярашлы MSK+2 сәғәт зонаһы (Мәскәү плюс ике сәғәт) - Башҡортостандан тыш был Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре - MSK+1 бүлкәтенә күсә. Хәҙер иһә илдә ике ваҡыт бүлкәте юҡ, эш шунда: Һамар менән бергә быйыл 28 мартта Камчатка менән Чукоткала ла ваҡыт алмашынды - улар хәҙер Магадан ваҡыты менән йәшәй, ә Рәсәйҙә элекке 11 урынына туғыҙ сәғәт бүлкәте ҡалды - MSK+1 (Һамар ваҡыты) һәм MSK+9 (Камчатка ваҡыты) бөтөрөлдө.
       Ер йөҙөндә йәмғеһе 24 сәғәт бүлкәте бар. Беҙҙең ил һуңғы айҙарға тиклем 11 ваҡытҡа бүленгән ине - икенсенән 12-сегә тиклем. Миҫал өсөн, АҠШ менән Канадала - алтышар ваҡыт бүлкәте, Бразилия һәм Испанияла - икешәр, ә Ҡытайҙа, уның теоретик яҡтан биш сәғәт бүлкәтендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, берҙәм Ҡытай ваҡыты ҡулланыла.
       Икенсе ваҡытҡа күсеү тураһында һүҙ ҡуғатылғас, күптәрҙә хәүеф тыуыуы ихтимал: ә республика халҡынан Урал коэффициентын алып ташламаҫтар микән? Был һорауҙы беҙ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының килемдәр һәм хеҙмәткә түләү бүлеге белгесе Галина Ғәйнәтуллинаға бирҙек:
       - Коэффициент климат шарттарынан сығып иҫәпләнә, ә икенсе ваҡытҡа күсеү менән, билдәле, улар үҙгәрмәгәс, өҫтәмә лә шул килеш ҡаласаҡ. Башҡортостанда ул ысынбарлыҡтағы эш хаҡы күләменән 15 процент тәшкил итә.
       Шулай итеп, беҙҙең өҫтәмә үҙебеҙ менән ҡаласаҡ, әммә халыҡ араһында шундай фекер йөрөй: имеш, закон сығарыусылар бындай тәҡдим менән сығыш яһағанда бер ҙә халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итмәй. Мәскәү менән синхронлыҡ тәү сиратта уларға, депутаттарға һәм дәүләт чиновниктарына, кәрәк - федераль үҙәк менән бәйләнешкә инеүе уңайлы, әйтергә кәрәк, уларға даими бәйләнештә булырға тура килә. Башҡортостан парламентарийҙары был мәсьәләне алдағы ултырыштарҙың береһендә тикшерергә ниәтләй.
       - Миңә билдәле булыуынса, Мәскәү ваҡытына күсеү-күсмәү ҡышҡы йәки йәйге ваҡытҡа күсеү осоронда бәхәстәр предметына әйләнә, - ти республиканың депутаттар корпусы вәкиле - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Альбина Буранғолова. - Был мәсьәләнең нисек хәл ителеренә ҡарамаҫтан, ул халыҡтың, йәмәғәтселектең һәм сәйәси фирҡәләрҙең фекере менән нигеҙләнәсәк, тип ышанам.
       Рәсәйҙә ваҡыт бүлкәттәрен ҡыҫҡартыу мәсьәләһен үҙенең былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә ил президенты Дмитрий Медведев күтәрҙе. Ул, ваҡыттағы әлеге айырма ил менән һөҙөмтәле идара итергә ҡамасаулай, өҫтәүенә, ҡиммәтле технологиялар файҙаланырға тура килә, тип белдерҙе. Бер нисә төбәк дәүләт башлығы тәҡдименә эйәрҙе, сиратта беҙҙең республика тороуы ла ихтимал. Әммә был хәл була ҡалһа, Мәскәү менән башҡа параметрҙар буйынса ла тиңләшһәк ине.
       Фото www. forum.watch. ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал