6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Ҡорамалар калейдоскобы
12.10.10


       Өфөлә "Ҡорама-туй" Республика фестивале башланды. Йыл һайын Республика көнө алдынан старт алған проектта бөтә Башҡортостандан оҫтабикәләр ҡатнаша. Был юлы улар шул тиклем күп йыйылған, экспозиция өсөн өҫтәмә залдар әҙерләргә тура килгән. Күләмле күргәҙмә ике майҙанда - "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында һәм 6-сы ҡала китапханаһында урынлашҡан.
       - "Ҡорама-туй" фестивале - Республика халыҡ ижады үҙәге менән ойошторолған иң күркәм һәм күңелле байрамдарҙың береһе. Быйыл ул ҡатнашыусыларҙың күплеге менән генә түгел, киң географияһы менән дә айырыла. Проект быйыл һәр күргәҙмәлә ҡатнашып барған, шулай уҡ эштәре беренсе тапҡыр күрһәтелгән ҡул оҫталарын да берләштерҙе, - ти "БАШвест"ҡа "Урал" галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова. - Ҡатнашыусылар араһында республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле оҫталар бар. Фестивалдә быйыл да яңы исемдәр ишетеләсәк.
       "Урал" галереяһында үткән күргәҙмәләр һәр ваҡыт күңел йылыһы менән айырылып тора. Ә ҡорама ҡороу техникаһында башҡарылған эштәр иһә залда айырым бер атмосфера булдыра. Иҫке әйберҙәр япмаларҙа, панно, көнкүреш предметтарында, уйынсыҡтарҙа, хатта төрлө биҙәүестәрҙә икенсе ғүмерен таба.
       - Галерея стеналарында бер буш урын ҡалманы - бөтә ер экспонаттар менән тулды. Күргәҙмә майҙандары сифатында быяла витриналарҙан тыш, өҫтәл һәм эскәмйәләр ҙә файҙаланыла, уларға ҡораманан тегелгән яҫтыҡ һәм юрғандар түшәлгән. Һөҙөмтәлә сағыу һәм йәмле башҡорт өйө килеп сыҡҡан - ул бигерәк тә һалҡын көҙҙә күңелгә йылы өргән һымаҡ, - тип дауам итә Кәримә Кайдалова.
       Күргәҙмәлә Әлфиә Ноғоманова ("Сал Урал хаҡында риүәйәт" панноһы), Стелла Маркова ("Көнсығыш вариациялары"), Зөлфиә Брайло ("Өләсәйем Маһира Әхмәрова иҫтәлегенә" һәм "Төштәрем, хыялдарым") кеүек билдәле оҫтабикәләрҙең эштәре күрһәтелгән.
       Өфөлө Нина Буланкова ижадҡа юлын печворк техникаһында эшләнгән бәләкәй тотҡалар һәм алъяҡыстарҙан башлаған. Бөгөн иһә ул экспозицияға ингән "Ауыл юрғаны" кеүек күләмле эштәр ижад итә. Нина Буланкова оҫталығына белгестәр ҙә һоҡлана, улар, уның эштәре декоратив-ҡулланма сәнғәтенең профессиональ рәссамы эштәренән бер ҙә ҡалышмай, тип билдәләй.
       - Беҙҙең эштә иң мөһиме - ҡорамаларҙың, ваҡ эштең күплегенән ҡурҡмау. Төҫтәр гаммаһын дөрөҫ һайлау, фантазия һәм сыҙамлылыҡ та кәрәк, һәм бар эшегеҙ ҙә килеп сығасаҡ, - тип билдәләй "БАШвестЪ" менән әңгәмәлә Нина Буланкова.
       Өфөнөң йәнә бер рәссамы Юлия Степанова текстиль эштәрен абстракт сәнғәт стилендә башҡара. Тамашасыны оҫтабикә "Infinity" ("Сикһеҙлек") әҫәре менән хайран итте.
       - Эш башлағанда, уны нимәгәлер бағышлау тураһында уйламайым. Йыртыштар бергә туплана, ниндәйҙер биҙәктәр хасил итә һәм ахырҙа картина барлыҡҡа килгән һымаҡ. Ижад иткәндә хис-тойғолар, күңел торошо мөһим роль уйнай, - тип һөйләй беҙҙең гәзиткә Юлия Степанова.
       Уның текстилдән эшләнгән "Infinity" панноһы йыһанға хас ҡара төҫтәге ҡорамаларҙан эшләнгән, әммә эште туҡыма структураһындағы алтын һәм көмөш ептәр һәм төрлө төҫтәге яһалма биҙәүес таштар йәнләндерә, улар, ялтырап, картинала йондоҙҙарҙы хәтерләтә.
       Күргәҙмәлә төрлө оҫтабикәләр яһаған текстиль ҡурсаҡтарҙы ла күрергә мөмкин. Бындай уйынсыҡтарҙы ҡорама фестивалендә Елена Оскотская ("Бала ҡараусы"), Ирина Проскурякова (ҡуяндар Глаша һәм Паша) һәм башҡалар тәҡдим итте. Ирина Проскурякова боронғоға оҡшатып эшләнгән уникаль уйынсыҡтар серияһын ижад итә. Примитивизм жанрында башҡарылған эштәре бер нисә йыл элек эшләнгән кеүек күренә. Бындай уйынсыҡтар эшләү өсөн рәссам тәбиғи, экологик яҡтан таҙа материалдарҙы ғына ҡуллана, уларға кофе һәм дәрсен еҫен һеңдерә.
       Өфөлө Наталья Бабина тамашасы иғтибарына текстилдән "Лимонлы сәй" композицияһын тәҡдим итте. Ҡорамаларҙан оҫтабикә өҫтәлгә ултыртырға мөмкин булған сынаяҡты ғына түгел, цитрус емешен дә теккән. Эсемлекте тәмләп булмаһа ла, ул тамашасыларға күренеше менән дә йылы өргән кеүек.
       Печворкты яңыраҡ үҙләштергәндәрҙең ижады ла башҡаларҙан ҡалышмай. Өфө районы Балалар ижады йортоноң "Оҫтабикәләр" студияһы етәксеһе Наталья Шишкина күргәҙмәгә уҡыусыларының эштәрен алып килгән. Шуларҙан иң күләмлеһе - "Ал сәскә", ул 30-ға 30 сантиметрлыҡ 15 туҡыманан тора.
       - Быларҙы 9-15 йәштәге балалар эшләне. Уларҙың әҫәрҙәре 2011 йылда билдәләнәсәк Сергей Аксаковтың 220 йыллығына арналған проектта ҡатнашасаҡ, - ти "БАШвест"ҡа Наталья Шишкина. - Эштәрҙе биҙәүҙә ҡыҙыл, һары һәм йәшел төҫтәге туҡымалар файҙаланылды, ә композицияға килгәндә, ул бик үҙенсәлекле. Һәр бала үҙенең макетын үҙе әҙерләне.
       Декоратив панноларҙан тыш, ҡорама фестивалендә "Оҫтабикәләр" текстилдән ҡурсаҡтар һәм көндәлек ҡулланылыштағы предметтар ҙа тәҡдим итте. Ксения һәм Кристина Пушкаревалар менән Карина Кравченко теккән ҡупшы алъяпҡыстарҙа һәр хужабикә үҙен аш бүлмәһендә батшабикә итеп тоясаҡ. Уларҙың алъяпҡыстары матур булыуҙан тыш, үтә уңайлы ла: өҫтөнән тегелгән һәм йәшерен кеҫәләре бар. Вернисажда Наталья Шишкинаның тәрбиәләнеүселәре ҡораманан тегелгән күлдәктәр ҙә күрһәтте.
       Республика ҡорама фестивале кураторы Кәримә Кайдалованың әйтеүенсә, "Урал" галереяһында күргәҙмә ай аҙағына тиклем эшләйәсәк. Ә 27 һәм 29 октябрҙә бында печворк сәнғәтенә өйрәнергә теләүселәр саҡырыла. Йола буйынса ижади форум сиктәрендә галереяла мастер-кластар үтәсәк. Уларҙы билдәле рәссам һәм ҡул эштәре оҫтаһы Ольга Суткевич үткәрә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал