6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Ирәмәл тауына иғтибар буласаҡ
08.10.10


       БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ, еребеҙ хаҡында һөйләнеләр. Журналистар менән осрашыуға бер нисә тәбиғәт һаҡлау ведомствоһының етәкселәре килде. Уларҙың һәр береһенә үҙенең йүнәлешендәге иң көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләргә тәҡдим ителде - булған проблемаларҙы граждандарҙан йәшермәҫкә саҡырған Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өлгөһөндә "тәбиғәт" чиновниктары ла асыҡлыҡҡа курс алды.
       Матбуғат конференцияһы геройҙары тирә-яҡ мөхитте бысратыусыларҙың башлыса предприятие, транспорт һәм үҙебеҙ булыуын билдәләне. Сәнәғәтселәргә проблеманы заманса таҙартыу ҡоролмалары иҫәбенә хәл итергә күрһәтмә бирелгән, автомобиль хужаларына - бензинды газға алмаштырырға, ә халыҡҡа ҡайҙа етте - шунда сүплек ойоштормаҫҡа тәҡдим ителә. Экологтарҙың рекомендацияларына, хатта ниндәйҙер урында талаптарына ла барыһы ла берҙәй ҡолаҡ һалмай, шулай ҙа ыңғай һөҙөмтәләр юҡ түгел. Мәҫәлән, Кама һыу бассейны идаралығының БР буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы Владимир Горячев, һыу сифатын тотороҡландыра алдыҡ, тип билдәләне. Был күрһәткес буйынса республикалағы һыу ятҡылыҡтарының күбеһе иң бысраҡ һыу ете балл менән билдәләнгән ете баллы шкала буйынса өсөнсө һәм дүртенсе сифат класына ҡарай. Иң таҙа йылғалар тип Оло Ыҡ йылғаһы менән Ҡандракүл табылған, ә иң бысрағы - Дим.
       Һауаға килгәндә иһә, уның сифаты Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре менән даими контролдә тотола. Һауа пробаһын алыу өсөн махсус постар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауат, Туймазы һәм Благовещенда урынлаштырылған. Үкенескә күрә, был ҡалаларҙа һауаның ныҡ бысраныуы теркәлгән. Бензапирен, формальдегид, азот диоксиды кеүек хәүефле химикаттар кимәле рөхсәт ителгән концентрациянан күпкә артып китә.
       Бығаса һауаны төп бысратыусылар иҫәбендә сәнәғәт предприятиелары торһа, һуңғы йылдарҙа уларҙы ышаныслы рәүештә автомобиль төтөнө ҡыҫырыҡлай. Бына ни өсөн газ яғыулығына күсеү бөгөн айырыуса оптималь һанала. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы башлығы урынбаҫары Ольга Ладзина Мәләүез ҡалаһын өлгө итеп килтерҙе, унда бар муниципаль транспорт - автобустар, ашығыс хеҙмәт һәм дәүләт учреждениелары автомобилдәре - газға күсерелгән.
       Ә бына ер аҫтын бысратыусылар булып һаман да сәнәғәт предприятиелары ҡала - тәү сиратта руда табыу комплексына ҡарағандары, уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тупраҡҡа ауыр металдар һеңә. Әммә айырыуса киҫкен торған проблема бөгөн - һәр төрлө ҡалдыҡтарҙы бер урынға урынлаштырыу, күмеү, эшкәртеү һәм утилләштереү. Ольга Ладзина фекеренсә, бында хәлдәрҙе радикаль саралар - мәҫәлән, сүп-сар эшкәртеү заводын төҙөү ярҙамында ғына яйға һалырға мөмкин. Бөгөнгө көндә бындай предприятие төҙөлөшөнөң концепцияһы Стәрлетамаҡта әҙерләнгән, Өфөлә иһә барыһы ла проект стадияһында. Ладзина шулай уҡ республикала сүп-сарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса проект эшләгән эшҡыуарҙар барлығын билдәләне, әммә уларҙың бөтәһе лә үҙәренең идеяларын бюджет аҡсаһына тормошҡа ашырырға тәҡдим итә.
       Хәл-ваҡиғалар буйынса "БАШвест"ҡа аңлатма биреп, ведомство башлығы урынбаҫары, эшмәкәрлеге менән совет заманында уҡ зыян килтергән предприятиелар менән шөғөлләнеүҙе федераль үҙәк төп бурыс итеп ҡуя, тине. Маҡсатлы тәғәйен программа Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы белгестәре менән әҙерләнә.
       - Бында тәү сиратта бөтә союз кимәлендәге предприятиелар тураһында һүҙ бара. Беҙҙең республикала улар - мәҫәлән, - "Химпром" һәм Семенов алтын йыуыу фабрикаһы. Улар был программаға индерелһен һәм федераль бюджеттан средстволар бүленһен өсөн беҙ был объекттар тураһында мәғлүмәт туплап оҙаттыҡ. Әммә был бындай объекттарҙың республикала икәү генә булыуын аңлатмай. Хәл ителмәгән проблемалар бар, мәҫәлән, руда табыу предприятиелары буйынса күп улар.
       Форсаттан файҙаланып, журналистар Ирәмәл тауы проблемаһын да күтәрҙе. Быға Магнитогорск уҙышсылары менән килеп сыҡҡан ғауға сәбәпсе булды. Август аҙағында автоклуб ағзалары Ирәмәлдә джиптарҙа ярыш ойошторорға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Әммә йәмәғәтселек уларға ҡаршы сыҡты. Был эштәргә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ла ҡыҫылырға тура килде һәм ул уҙыштарҙы тыйырға ҡушты. Автомобилселәр бер аҙға тынысланһа ла, ошо арала барыбер юлһыҙ ерҙә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән машиналарҙа һәм квадроциклдарҙа тауға күтәрелде һәм бының менән тәбиғәткә ҙур зыян килтерҙе: ҡырмыҫҡа иләүҙәре, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бер нисә үҫемлек юҡ ителде...
       Уникаль объектты һаҡлап алып ҡалыр өсөн республикала күптән инде Ирәмәлгә айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы биреү тураһында тәҡдимдәр ишетелә. Күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һуң Экология министрлығы чиновниктары был мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнергә вәғәҙәләй.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал