6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Өфөлөләр өсөн туй
07.10.10


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында кешеләр, стилдәр, дәүерҙәр - барыһы ла бергә ҡушылды. Бында Чеховтың "Туй" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы үтте. Рус классигының әҫәрен Өфө тамашасылары Борис Цейтлин ҡуйылышында күрҙе.
       Санкт-Петербургтан саҡырылған режиссер, әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһында ул үҙенең 65 йәшен билдәләне, Өфө спектаклен әҙерләүҙә үҙенсәлекле алым ҡулланған. Режиссер эше тураһында әллә күпме легендалар йөрөй, ә уның сәхнә әҫәрҙәре тамашасыла йә һоҡланыу, йә аптырау тойғолары уята. Әммә нимәһе бар - ул берәүҙе лә битараф ҡалдырмай.
       Спектакль премьераһы, ғәҙәттәгесә, оҙаҡ башланмай торҙо. Тамашасылар урындарына ултырышып бөттө һәм көтә башланы. Шаршау һаман асылманы. Бер аҙҙан артҡы рәттәрҙә ултырған кешеләр алдағы буш урындарға күсә башланы һәм спектакль ҡул сабыуҙарға түгел, ә ошо тауышҡа башланды. Сәхнәлә аҡ селтәр алъяпҡыс бәйләгән ике официант ҡатын күренде һәм өҫтәл ултырта башланы. Чехов пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдә һауыт-һаба теҙелгән бутмусты ҡиммәтле әйбер кеүек итеп ғорур рәүештә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Гүзәл Маликова менән Суфия Ҡорбанғәлиева күтәреп йөрөнө. Һуңғыһы, өҫтәүенә, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы дәрәжәһенә эйә. Пьесала уларҙың бер ниндәй репликаһы ла юҡ, һәм спектакль аҙағынаса улар бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Әммә ҡунаҡтар араһында йүгереп йөрөп, тарелка, бокалдар теҙеүе һәм бейеүҙәре был спектаклдә тулы ҡиммәткә эйә роль кеүек ине.
       Бындай телһеҙ геройҙар спектаклдә тиҫтәгә яҡын. Режиссер Борис Цейтлин уларҙың барыһын да төп геройҙар менән бер рәткә сығарған. Сәхнәлә герой образын асыр өсөн һөйләшеү мотлаҡ түгел, уның характерын мимика һәм пластика аша ла биреп була, - һәм был йәһәттән Башҡорт драма театры артистарының барыһы ла үҙ эшен оҫта башҡара. Артабан пьеса буйынса - "музыка сәхнә артында кадрилдең һуңғы фигураһын уйнай", спектаклдә - камерный оркестр тамашасылар алдында марш һәм романстар башҡара. Уның менән дирижер (Фәнис Рәхмәтов) етәкселек итә, ә йырҙарҙы йырсы (Гөлсәсәк Фазлыева) башҡара. Борис Цейтлиндың спектаклендә төп геройҙар менән икенсе пландағы геройҙар араһындағы сиктәр юйыла. Улар барыһы ла төп партиялар кеүек ҡабул ителә һәм спектакль дауамында берәү ҙә сәхнәнән китмәй.
       Пьесаның сюжеты буйынса отставкалағы регистратор Евдоким Жигалов (төрлө составта уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов уйнай) һәм уның ҡатыны Настасья Тимофеевна (Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Хисамова менән Рәмзиә Хисамова) өсөнсө ҡыҙҙары Дашеньканы (Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова) кейәүгә бирә. Кейәүҙәре Эпаминонд Апломбов ролендә Руслан Хәсәнов сығыш яһай. Апломбов сәсен ҡыҫҡа итеп алдырған, мускуллы һәм уҫал, уның типажы бандитты хәтерләтә.
       Байтаҡ Чехов геройҙары образы трансформация кисергән: мәҫәлән, туйға саҡырылған грек-кондитер Харлампий Дымба (Юнир Ҡоланбаев) боронғо грек костюмында килгән: ҡыҫҡа туника, сандалийҙар һәм башында лавр тажы. Был персонаж вата-емерә русса һөйләшә, шуғала уның репликалары төп нөсхәләге кеүек тулыһынса һаҡланған. Туйҙа Дымба үҙен үҙ урынында кеүек хис итә һәм популяр грек бейеүе сиртакины башҡарып, тамашасының күңелен аса.
       Икенсе персонаж - телеграфсы Иван Ять (Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров) сәхнәгә стиляга костюмында - ҡыҙғылт-һары пиджакта, тар салбарҙа һәм ҡалын үксәле ботинкала сыға. Ул туй ҡунаҡтарын һәм залдағы тамашасыларҙы тышҡы ҡиәфәтенән тыш, аралашыу манераһы менән дә ихлас көлдөрә. Һәр нәмәгә ҡыҫылырға яратҡан бәләкәй буйлы, үткер кеше. Герой "һеҙҙекеләргә лә, үҙебеҙҙекеләргә лә" ярарға тырыша, әммә һәр ваҡыт уныңса килеп сыҡмай. Һәм сираттағы ярамһаҡланыуының барып сыҡмауы арҡаһында ул туйҙан ситтә ҡала. Костюмы һыулана, үргә ҡаратып эшләнгән модалы прическаһы ла боҙола һәм спектаклдең икенсе яртыһын Иван Ять халат һәм ҡыҙыл ойоҡбаш өҫтөнән кейелгән тапочкала үткәрә.
       Һыу сәхнәлә һәр төрлө һауыттарҙа - бокалдарҙа, графиндарҙа, биҙрәлә ҡуйылған. Уны күп эсеүҙән тыш, артистар рәхәтләнеп бер-береһенең өҫтөнә түгә. Ошондай ябай ысул менән страховка йәмғиәте агенты Андрей Нюнин (Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатов) кәрәкмәгәнен һөйләй башлаған отставкалағы икенсе ранг капитаны Федор Ревунов-Карауловты "урынына ултырта". Төрлө составта был ролде Башҡортостандың халыҡ артистары һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Илдар Сәйетов менән Рәүис Заһитов башҡара. Остап Бендер костюмын кейгән Андрей Нюнин үҙенең бөйөк комбинацияһын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Кәләштең әсәһе Настасья Тимофеевнанан генералды туйға саҡырыр өсөн 25 мең һум аҡса ала. Аҡсаны үҙенең кеҫәһенә һала, ә отставкалағы капитан Федор Ревунов-Карауловты юғары чинлы генерал итеп күрһәтә.
       Хужалар һәм ҡунаҡтар алданғандарын белмәй, шуға күрә барыһы ла генералға ярарға тырыша: өҙлөкһөҙ баш эйә, уға һый-ниғмәт ташый һәм ризыҡтарҙың уның киң һаҡалы артында юҡ булғанын күҙәтә. Үҙенең ҡағиҙәләрен булдырған кейәү Эпаминонд Апломбов та уның алдында теҙ сүгә һәм бер һүҙ ҙә өндәшә алмай. "Һеҙҙең ғали йәнәптәре"нән башҡа һүҙ ишетмәгән һәм үҙенә ҡарата бындай мөнәсәбәттең нимә менән бәйле булыуын аңламаған Федор Ревунов-Караулов иһә оҙонға һуҙып, яйлап үҙенең хәрби хеҙмәте тураһында һөйләй. Ул хәбәре менән шул тиклем мауыға һәм ҡунаҡтарҙы ялҡытыуын да тоймай. Ниһайәт, Настасья Тимофеевна түҙмәй һәм генералды ҡырҡа тыя. Һуңынан уның генерал булмауы асыҡлана. Ҡунаҡтар бер аҙ шаулашып алалар ҙа, туй артабан дауам итә. Әммә Федор Ревунов-Караулов үҙен уңайһыҙ тоя һәм кешеләрҙән үҙен бынан алып сығыуҙарын һорай.
       Спектаклдең финалы, пьесаныҡы кеүек үк, асыҡ ҡала һәм һәр тамашасы уны үҙенсә күреүгә хоҡуҡлы. Спектакль аҙағында сәхнәлә урынлаштырылған экрандан Федор Ревунов-Карауловтың елкәнле кәмәлә китеүе күрһәтелә. Кораблдәге туй иһә дауам итә.
       Яңы спектаклдә 30 артист, оркестрҙан ун музыкант ҡатнаша һәм тамаша дауамында улар барыһы ла сәхнәлә ҡала. Былар спектаклдең ниндәй көслө составта уйналыуын күрһәтеү өсөн эшләнгән. Борис Цейтлин ролдәрҙе үҙе бүлмәгән, артистарға оҡшағанын һайлап алырға тәҡдим иткән. Һәм бер нисә репетициянан һуң кемдең ниндәй ролде башҡарасағы асыҡланған.
       Спектакль өҫтөндә эшләгәндә тәржемәгә ҙур иғтибар бирелгән. Борис Цейтлин тәүҙә, герой репликаларын һүҙмә-һүҙ тәржемә итһәң, Чехов телмәренең матурлығы юғала, тигән хәүеф белдерә. Шулай ҙа тәржемә сифаты менән режиссер ҡәнәғәт ҡалған:
       - Минең ҡарашҡа, Хөрмәтулла Үтәшев менән әҙәби мөхәррир Рәмилә Йәһүҙина башҡорт телендәге теүәл эквиваленттарҙы таба алған, - ти ул.
       Борис Цейтлин әйтеүенсә, бында ул үҙенең интуицияһына таяна, сөнки башҡорт телен белмәй, әммә оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә уның сит телмәргә ҡарата абсолют һиҙемләү һәм ишетеү һәләте үҫешкән. Спектакль ҡуйған илдәге телде белмәһә лә, режиссер артистың репликаны үҙе көткәндән икенсерәк әйтеүен хатаһыҙ танып өйрәнгән.
       Чехов пьесаһы буйынса Өфө спектакле бик ваҡытлы күренеш. Быйыл Рәсәйҙә һәм бар донъяла бөйөк рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың тыуыуына 150 йыл тулыуы билдәләнә, ә баш ҡала театрҙарында бөгөнгө көндә, асыҡланыуынса, уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған бер генә спектакль дә юҡ. Әлбиттә, бығаса улар булды, әммә оҙаҡ ваҡыт уйналыуы арҡаһында барыһы ла репертуарҙан алынған.
       Был айҙа Башҡорт драма театрында Чехов пьесаһы буйынса ҡуйылған "Туй" спектаклен 6 һәм 22 октябрҙә ҡарарға мөмкин.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал