6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Урман ҡаһармандары лайыҡлы рәүештә танылыу тапты
20.04.04


       Уҙған йома Өфө ҡалаһында тәбиғәттең ысын ҡаһармандарын т әбрикләнеләр. Һүҙ, әлбиттә, республика кимәлендә үткәрелгән
       тәбиғәтте һаҡлау буйынса "Урман ҡаһармандары - 2003" конку рсы һөҙөмтәләре тураһында бара.
       Быйылғы конференция унынсы тапҡыр үткәрелә һәм шуға ла юби лейлы тиергә була. Әлбитә, беренсе сиратта, тәбиғәтте һаҡлау
       менән көндөн - көн шөғөлләнгәндәр үҙ -ара призлы урындар бү лешә. Әммә уларҙан тыш намыҫ ҡушыуы буйынса эшләгәндәрҙе лә онотмай конкурс комиссияһы. Шулай уҡ мөһим конкурста гәзиттә р һәм журналдар редакциялары, тыуған яҡтың матурлығын сағыл дырған яҙыусылар йәлеп ителә.
       Әйтергә кәрәк, "Урман ҡаһармандары" исемен яулау бик хөрмәт ле ул . 2001 йылда был исемгә ҡурсаулыҡтар ойоштороуға күп к өс һалған Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхим ов лайыҡ булғайны.
       Был юлы иһә был маҡтаулы исемгә лайыҡлы булғандарҙың һаны ҡырҡҡа етте. Улар араһында дәүләт ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре лә бар. Ә инде Камил һәм Татьяна Йыһаншиндарҙың
       был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуҙары икеләтә шатлыҡ, минеңсә . Сөнки доньяның әсеһен татыған был ғаилә үҙҙәрендә ваҡытһыҙ
       һәләк булған кесе малайҙары Олег хөрмәтенә "һәйкәл" ҡуйырға
       көс таба. Шулай итеп Олег Йыһаншин хәтере хөрмәтенә Ҡыраға й хайуандарҙы һаҡлау фонды барлыҡҡа килә. Илебеҙ масштабында
       үҙенсәлекле фонд иҫәпләнгән ойошманың рәйесе Камил Йыһаншин , ә уның ҡатыны Татьяна бөтә башланғыстарҙың "йәне" һәм т ормошҡа ашырыусыһы.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал