6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Башҡортостандың алтын фонды
06.10.10


       - Уҡытыусы - ул һәр йәмғиәттең алтын фонды, илдең иң яҡшы кешеләре, - тап шундай фекерҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. - Заманында Черчиль, сәйәсмәндәр хыял ғына итә алған власҡа мәктәп уҡытыусылары эйә, тигән...
       Ике сәйәсмәндең баһаһы менән ризалашмай мөмкин түгел. Ысынлап та, кешене шәхес булараҡ тап педагог формалаштыра, был властың юғары формаһы түгелме ни?
       - Уҡытыусы һөнәрендә иң мөһиме, минең ҡарашҡа, уҡыусыларыңа яҡшы белем биреү генә түгел, уларҙа бер ниндәй яҙмыш ауырлыҡтары ла һындыра алмаҫлыҡ характер ныҡлығы тәрбиәләү, - тине Өфөнөң Конгресс-холына иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһына Баймаҡ районынан килгән география һәм химия уҡытыусыһы Эльза Ғүмәрова. - Балаларға билдәле белем нигеҙҙәрен биреү генә түгел, уларҙы был тормошта үҙ урынын таба алырлыҡ илебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләү мөһим. Илебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда. Күп нәмә беҙҙән, уҡытыусыларҙан, тора, һәм беҙ был балаларҙы нисек тәрбиәләйбеҙ, йәмғиәтебеҙ ҙә шундай буласаҡ.
       Насар уҡыусылар булмай. Бөтә балалар ҙа һәйбәт, тик барыһына ла асылырға, үҙен табырға ярҙам итергә кәрәк.
       - Уҡытыусы көнө һеҙҙең өсөн нимә ул?
       - Мин 30 йыл белем бирәм һәм һөнәри байрамым, тәү сиратта, ул күңел байрамы, Ер йөҙөндәге иң мөһим байрам.
       - Һеҙ ниңә уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, тормошомдо педагогика менән бәйләргә планлаштырманым. Геолог булырға теләнем, шуның өсөн Өфөгә килеп, БДУ-ның география факультетына уҡырға индем. Һуңынан йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районына ебәрҙеләр, бер йыл уҡытырмын да, һуңынан ташлармын, тип уйланым. Һәм... ташлай алманым. Мәктәп мине әсир итте, яраттырҙы, нисектер эҫендем. Һәм китә алмаҫымды аңланым...
       - Уҡыусыларығыҙға теләктәрегеҙ?
       - Характер, маҡсатҡа ынтылышлыҡ, ныҡышмалыҡ теләйем, тормошта юғалып ҡалмаһындар, шәхес булып үҫһендәр, үҙҙәрен яратһындар. Юғары белемле булып та, был тормошта үҙеңде таба алмауың бар, шуға күрә белем һәм интеллект - ул әле шәхес тигән һүҙ түгел. Һәм һәр уҡытыусының бурыстарының береһе - бөтә уҡыусыларына ла үҙен табырға ярҙам итеү. Эйе, был еңел түгел, әммә башҡарып сығырлыҡ...
       Мәҡәләмдең икенсе геройы - Эльвира Кәримова, Стәрлебаш районынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Баймаҡ районынан килгән хеҙмәттәше кеүек, ул да уҡытыусылыҡ итергә йыйынмаған. Журналист булырға хыялланған, әммә конкурстан үтә алмағас, педагогияға документтар тапшырған, һәм, үҙе әйтеүенсә, бер ҙә үкенмәй. Уҡытыусы журналист та, яҙыусы ла, актер ҙа, һәм тағы әллә күпме һөнәр эйәһе бит!
       - Педагог - ижади профессия һәм бына 15 йыл инде мин икенсе һөнәргә уҡымағаныма үкенмәйем, - тип көлә Эльвира Әнүәр ҡыҙы. - Уҡыусыларым менән ғорурланам, улар һәр төрлө республика конкурстарында бер нисә йыл рәттән призлы урындар ала.
       - Мәғлүмәт технологиялары үҫеше арҡаһында уҡыусыларҙың китапҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмемәнеме? Уларға китап уҡыуы оҡшаймы?
       - Юҡ, ҡыҙыҡһыныу юғалманы. Балалар төрлө, әлбиттә. Әммә бөгөн уҡыусыларым араһында китаптар менән ҡыҙыҡһынған, белемгә ынтылғандар аҙ түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай балаларҙан ниндәйҙер һөҙөмтә барлығын нығыраҡ тояһың.
       Ә бына ике тиҫтә йылын мәктәпкә бағышлаған Федоровка районының биология һәм география уҡытыусыһы Зилиә Исмәғилеваның фекеренсә, педагогик эшмәкәрлектә ауыл традицияларына таянырға кәрәк. Ололарға хөрмәт, һөйөү, бер-береңде аңлау - былар барыһы ла балаларға бәләкәй саҡтан һалынырға тейеш. Һуңынан йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәк сәләмәт быуынды ошо рәүешле генә үҫтерергә мөмкин.
       "БАШвестЪ" шулай уҡ "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә федераль грант алыусы, Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбенән информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы уҡытыусыһы Ольга Низамова менән әңгәмәләште. Уның кеүектәр бар республикала 37 генә. Конкурста еңеү ауыр бирелдеме - яңы ғына "Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы" исемен алған педагогтан шулай тип һораным.
       - Көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт, яҡындарымдың ярҙамы был конкурста еңергә булышлыҡ итте, - тип иҫәпләй Ольга Низамова. - Йөҙҙәрсә хеҙмәттәштәрем кеүек, мин дә жюриға үҙемдең мәғариф өлкәһендәге эшләнмәләремде, ҡаҙаныштарымды тәҡдим иттем. 13 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлегемдә һәр төрлө конкурстарҙа бер генә ҡатнашманым. Был да баһалама ағзалары менән иҫәпкә алынды булһа кәрәк.
       Минең бөгөнгө еңеүем үҙем өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙҙәр ҙә таба алмайым хатта, хистәрем ташып бара. Уҡытыусы булараҡ, был миңә иң ҙур бүләктер, моғайын.
       - Хеҙмәттәштәрегеҙгә нимәләр теләр инегеҙ?
       - Һаулыҡ, һәйбәт уҡыусылар, яҡындарының һөйөүен, ижади уңыштар. Ҡалғаны үҙе килә ул.
        Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал