6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бергә-бер көрәш

Башҡортостан боксының кимәле күтәрелергә тейеш
05.10.10


       Санкт-Петербургта бокс буйынса Рәсәй чемпионаты нисектер һиҙелмәйенсә үтте. Был турнир, дөрөҫөн әйткәндә, кимәле буйынса Европа чемпионатынан күпкә өҫтөнөрәк.
       Ниңә өҫтөнөрәкме? Сөнки ҡайһы бер ауырлыҡ категорияларында бер юлы ике, өс, хатта дүрт Рәсәй бокссыһы Европа спортсыларының барыһын да еңеп бөтә алыр ине. Әммә Европаға ни бары бер спортсы ғына ебәрелә. Бының ниңә улай эшләнгәне лә аңлашыла - рус бирсәткәһе гегемонияһынан ҡасалар. Шулай булғас, бик етди һәм бик ҡеүәтле турнир - бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ғына ҡала.
       Быйыл Рәсәй чемпионатына Башҡортостан вәкилдәре күп барҙы. Һәм был берәүҙе лә ғәжәпләндермәй. Өфөлә, Октябрьскийҙа, Ишембайҙа һәм башҡа ҡалаларҙа тәрбиәләнеүселәрен юғары кимәлгә "тартып сығарған" лайыҡлы тренерҙар бар. Беҙҙең йыйылма команданы ихтирам итәләр.
       Әммә чемпионат тамам - ә шатлыҡ истерияһы күҙәтелмәй. Бокссылар шул тиклем күп барған ине, хатта, дөрөҫөн әйткәндә, һанарға ирендерә. Бына Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сайтындағы исемлек: Радик Заһитов, Нияз Фәйзуллин, Леонид Костылев, Айтуған Көнсыуаҡов, Мрав Азарян, Данил Насретдинов, Василий Еремеев, Данис Латипов, Александр Балог, Камрон Косымов, Тимур Фазылов.
       Күп, эйеме? Ә күпме миҙал яуланған? Ни бары икәү. Был бик аҙ.
       "БАШвестЪ" комментарийҙар һорап, бокс буйынса бөтә Рәсәй категорияһындағы судья Марат Мортазинға мөрәжәғәт итте. Һәм ул бына ниндәй аңлатма бирҙе:
       - Мин ярыштарҙа булманым, шулай булғас, аныҡ анализ бирә алмайым. Әммә бер нәмәне асыҡ беләм - был Башҡортостанға лайыҡлы һөҙөмтә түгел. Көслө бокссылар бар, хатта күп, һәм улар менән кәм тигәндә берҙе беренсе урын алып, призлы урындарҙы күберәк яуларға мөмкин ине.
       Йәнә бер факторҙы билдәләп үтәм. Миңә төймәләргә баҫыу ярҙамында башҡарылған электрон судьялыҡ оҡшамай. Элек, судьялар яҙмалары алып барылғанда, баһалар ҙа күпкә анығыраҡ ине...
       Беҙҙең егеттәр беренсе раундтан уҡ төшөп ҡала башланы. Бөтөнләй еңелеүҙәр ҙә булды. Еңелгәндәрҙең исемдәрен атап тормайбыҙ. Ниңә егеттәр күңелен өҫтәп яраларға?
       Булмаһа, лайыҡлы сығыш яһағандарҙы маҡтайыҡ. Әлеге ваҡыттағы, "БАШвестЪ" фекеренсә, республикалағы иң перспективалы бокссы, 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Данис Латиповтан башлайыҡ. Һәм уны әлеге мәлдә аҡсаһы, һәр төрлө ярҙамы буласаҡ Санкт-Петербург өсөн сығыш яһарға "ҡоҙалайҙар".
       Данис Рәсәй чемпионатына беренсе тапҡыр эләккән. Ул күптән түгел 91 килограмм ауырлыҡтан ҙур ауырлыҡ категорияһына күскән. Ул баштан уҡ өҫкә ҡалҡа ала ине. Беренсе алышта Данис ярайһы ышаныслы еңде. Әммә икенсеһендә үк уға Башҡортостандың икенсе вәкиле, тәжрибәле өфөлө, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Нияз Фәйзуллин ҡаршы сыҡты.
       Был бергә-бер алыш тураһында беҙгә Данистың атаһы һәм тренеры Мансур Латипов һөйләне:
       - Беҙ яҡшы һуғыштыҡ. Беренсе һәм икенсе раундтан һуң иҫәп тигеҙ ине. Был бик яҡшы - беҙгә ҡаршы сыҡҡан бокссы күпкә өлкән һәм тәжрибәлерәк ине бит, полицейскийҙар араһында донъя чемпионы! Һуңынан тәжрибәһеҙлек арҡаһында Данис яуҙы киҫкенләштерергә ынтылды һәм 2:2 2:4-кә әйләнде. Нияз алға сыҡты. Миңә бик күп авторитетлы белгестәр һуңынан Нияздың атакаһын күрмәгәнен әйтте. Мин дә күрмәнем һымаҡ. 2:5 менән тамамланды. Күптәр аҙаҡ яныбыҙға килде, маҡтаны. Данисҡа ныҡ эләкмәгән ине. Йөҙөндә ҡанаған, күгәргән урындар юҡ. Ғөмүмән, уның өсөн беренсе булған был чемпионатта призер булмағаны ла яҡшы. Еңһә лә, бындай "йондоҙлоҡтан" артабан йүнле бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Хәҙер ул хаталарын аңланы, уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләй башланы.
       Беҙҙе Санкт-Петербургҡа саҡыралар - уларҙа бөтә шарттар ҙа бар, Данис перспективалы, тинеләр, улар уның өсөн параллель иҫәп булдырырға тырышасаҡ. Башҡортостан менән Санкт-Петербургҡа бер юлы сығыш яһаһын өсөн. Беҙҙе Финляндияға турнирға саҡырғайнылар ҙа, Рәсәй чемпионатынан һуң тренировкала пауза алдыҡ, шуға әлегә баш тарттыҡ...
       Ярышҡа һәм көрәштәше Латиповҡа ҡарата үҙ фекерен беҙгә Нияз Фәйзуллин да әйтеп бирҙе:
       - Мин беренсе яуҙа тын алышымды көйләп өлгөрмәнем. Көрәштәшем икенсе раундтың уртаһында яуҙы дауам итеүҙән баш тартты. Ошо сәбәпле икенсе алышта иҫәп тәүҙә тигеҙ ине. Икенсе раунд аҙағына тырыштым һәм еңдем 5:2.
       - Латипов тураһында нимә уйлайһың?
       - Яҡшы егет. Көслө бокссы буласаҡ, тип иҫбатлап булмай, әммә, кем белә, бәлки булыр ҙа.
       - Һин артабан нисек сығыш яһаның?
       - Көслө Афонинды тар-мар иттем, әммә уның менән алышта күҙ тирәһендә гематома барлыҡҡа килде. Ярымфиналда бығаса минән еңелгәне булған лайыҡлы бокссыға ҡаршы сыҡтым, әммә был юлы ул яҡшы формала ине. Мине судьялар артыҡ хөкөм итте, тип әйтеп булмай, ул яҡшы һуғышты, ә минең биттә гематома бар ине. 50-гә 50 тиергә мөмкин. Ул Мәскәүҙән, ә мәскәүлеләргә беҙҙә юл асыҡ. Бәлки финалда беҙҙең Кузьминға уңайлыраҡ көрәштәш һайларға тырышҡандарҙыр. Белмәйем.
       Һәр хәлдә миҙал яулағаныма шатмын. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт! Йыйылма командала ҡалдым, тимәк, ҡулланылыштамын. Эште дауам итәсәкмен. Чемпионат алдынан формам "дүртлек" ине, яҡшыраҡ әҙерләнһәм - юғарырағына ла өлгәшергә булыр ине...
       Башҡортостан өсөн икенсе миҙалды Октябрьскийҙан Леонид Костылев яуланы. Ярымфиналда ул буласаҡ Рәсәй чемпионынан еңелде. "Бронза" - яҡшы ҡаҙаныш һымаҡ. Әммә Европа чемпионы Костылевты был ғына ҡәнәғәтләндерер ине микән. Хәйер, Данис кеүек, Леонид та йәш әле. Ул даими рәүештә Рәсәй йыйылма командаһында тора һәм ҡасан да булһа үҙен күрһәтергә тейеш. Шул уҡ мәлдә ул һәм Башҡортостандың тағы бер-ике бокссыһы йыйылма командала алдынғы урында нығынып, артабан Европа, донъя чемпионаттарында, Олимпиадаларҙа еңә башлаһын, тигән теләк бар. Бына был, исмаһам, ысын һөҙөмтә буласаҡ. Тап ошоға ынтылырға кәрәк, ә ҡатнашыусыларҙың күплегенә һәм Рәсәй чемпионатындағы ике "бронзаға" түгел.


       Фото www.tambovinfo. ru
сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал