6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы көстәр

Закондарҙы беләләр, әммә улар менән дуҫ түгелдәр
04.10.10


       12360 кешегә наряд, шуларҙан юғары белемлеһе 17 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш һәм хөкөмгә тарттырылған берәү ҙә юҡ: Рәсәйҙә армияға көҙгө саҡырыу старт алды. Уның үҙенсәлектәре хаҡында республика саҡырыу комиссиялары ағзаларының традицион инструкторлыҡ-методик сборында Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы һөйләне.
       Ул һүҙҙе күптән түгел булып үткән хәрби округтарҙы үҙгәртеп ҡороу ваҡиғаһынан башланы, һәм уларҙың хәҙер алтау түгел, дүртәүгә ҡалдырылыуы хаҡында әйтеп үтте. Башҡортостан элек Волга буйы - Урал хәрби округына ҡараһа, хәҙер 28 төбәк менән бергә Үҙәк хәрби округына инә.
       Баһауетдинов армия сафына алынған егеттәрҙең күбеһенең Башҡортостанда дислокацияланған хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәген быйылғы хәрби хеҙмәткә алыу кампанияһындағы яңылыҡтарҙың береһе тип атаны: комплектлауҙың экстерриториаль принцибы хәҙер ҡулланылмай. Өйләнгән егеттәрҙе, йәш атайҙарҙы, олоғайған йәки ауырыу ата-әсәһе булған егеттәрҙе һис һүҙһеҙ тыуған төбәгендә ҡалдырасаҡтар.
       Илдар Баһауетдинов көҙгө саҡырылыш өсөн яуаплы кешеләрҙе йәш һалдатты беҙҙең республикала ҡалдырыу йәки икенсе төбәккә ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итер алдынан, һәр береһенең ғаилә хәлен төплө анализларға саҡырҙы. Унан бигерәк, быйылғы көҙҙән башлап ата-әсәләр тәүге тапҡыр комиссияның улдары хәрби хеҙмәткә яраҡлымы һәм ул уны ҡайҙа үтәсәк кеүек мәсьәләләр хәл ителәсәк йомғаҡлау ултырышында ҡатнашыуға хоҡуҡ алды.
       Баһауетдинов хеҙмәттәштәренән ниндәй проблемалар булыуын да йәшермәне, улар араһында иң мөһиме - саҡырылыш контингентының "сифаты". Сәләмәтлек тураһында күптән саң ҡағалар, әммә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең әхлаҡи йөҙө лә нығыраҡ боҙола бара. Егеттәрҙең закон менән проблемалары күҙгә күренеп арта: милицияға эләгеүҙәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар. Дөйөм алғанда хеҙмәт итеү өсөн был - енәйәт яуаплылығынан айырмалы - кәртә була алмай, әлбиттә, әммә бындай егеттәргә режимлы хәрби часҡа юл ябыҡ.
       Бындай частарға яҡшы репутациялы егеттәрҙе генә йыялар, ләкин һуңғы арала бындай йәштәр дефицит булғанға күрә, режимлы объекттарҙа кадрҙар етешмәүе ныҡ һиҙелә. Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, был күрһәткес буйынса республика быйылғы май айында һуңғы сиккә килеп терәлгән.
       Оборона министрлығында иһә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының "сифаты" буйынса принципиаль позиция һаҡлауҙарын даими һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Һуңғы ваҡытта призывниктарҙың етешмәүе фонында ла - 1990-сы йылдар уртаһындағы демографик көрсөк эҙемтәләре үҙен һиҙҙерә, - хеҙмәт итеү ваҡыты ике тапҡырға кәмене, илдең Ҡораллы Көстәрен контрактсылар менән комплектлауға күсеү бер нисек тә килеп сыҡмай. Миҫал өсөн, әгәр һуңғы ике йылда ауыр булмаған енәйәт өсөн хөкөм ителеп, хөкөм ителеү ваҡыты үткән егеттәрҙе армияға алырға рөхсәт итһәләр, быйыл көҙҙән йөҙ процентлыҡ тыйыу көсөнә инде.
       Белем алған, хәрби хеҙмәтен кисектереүгә хоҡуғы менән файҙаланған оло йәштәге егеттәр элеккесә өҫтөнлөккә эйә. Бында юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға баҫым яһала. Әгәр үткән яҙғы кампанияла төбәктәр алдында 10 проценттан ашыу юғары белемле егеттәрҙе армияға оҙатыу бурысы торһа, хәҙер был планка күтәрелеп, 17 процент тәшкил итә. Яңы ғына мәктәп тамамлаған 18-19 йәшлек егеттәргә ҡағылырға ярамай. Әйткәндәй, Оборона министрлығынан раҫлауҙарынса, бихисап яңылыҡтар индерелеүенә ҡарамаҫтан, бер йыллыҡ хәрби хеҙмәт ваҡытын оҙайтыу планлаштырылмай - ғәскәрҙәрҙе әҙерлек үткән һәм уҡыу еңел биреләсәк егеттәр менән тулыландырыу күҙаллана. Хәрби-иҫәп белгеслеге алған егеттәр юғары баһалана. Хәйер, әлегә Башҡортостанда ни бары биш белгеслек буйынса белем бирелә, әммә киләсәктә был исемлек мотлаҡ киңәйтеләсәк. Атап әйткәндә, республика хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусының билдәләүенсә, армия бөгөн Д һәм Е категорияһындағы водителдәргә ҡытлыҡ кисерә.
       Һәм, әлбиттә, сәләмәтлек торошо буйынса тура килмәгән егеттәр армияға алынырға тейеш түгел. Һүҙ ыңғайы, һуңғы саҡырыу кампанияһы йомғаҡтарына ярашлы, республикала егеттәрҙең сәләмәтлек торошо буйынса яраҡлылығының үтә түбән күрһәткесе теркәлгән - ни бары 64,6 процент, ә 2008 йылда - 70,1. Спорт буйынса разрядтары булған егеттәр ҙә кәмей бара. Яҙын бындайҙар 5,3 процент ҡына булған. Баһаутдинов саҡырыу комиссиялары ағзаларын һығымталар яһарға һәм үҫеп килеүсе быуынды сәләмәтләндереү буйынса тейешле саралар күрергә саҡырҙы.
       Республика йыйылма пунктынан тәүге партия һалдаттарҙы оҙатыу 17 октябргә билдәләнгән. Саҡырыу буйынса планды иҫәпкә алғанда, йыйылма пунктта бер юлы 700-900 егет тупланасаҡ. Был бик күп, шуға күрә эшелондарҙы формалаштырыуҙың һәм оҙатыуҙың аныҡ график буйынса алып барылыуы мөһим. Халыҡтың күпләп бер урында тупланыу шарттарында миҙгел киҙеүе ысын афәткә әйләнеүе ихтимал, тап ошо киҙеү арҡаһында йыйылма пункт былтыр көҙ лазаретты хәтерләткән. Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы эпидемияға әҙер торорға саҡырҙы. Һүҙен тамамлап, ул саҡырыу комиссияларының тулыһынса комплектланырға тейешлеген билдәләне. Әлеге ваҡытта уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә белгестәр етешмәй, һәм әгәр комиссия саҡырыу, хәрби хеҙмәткә алыу тураһында ҡарарҙы тулы булмаған составта ҡабул итһә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егет уның ҡарарына ялыу бирергә хоҡуҡлы һәм дөрөҫлөк уның яғында буласаҡ.
       Әйтергә кәрәк, хәҙерге йәштәргә ихтирам йөҙөнән, юридик грамоталылыҡ планында улар өлкән иптәштәренән күпкә өҫтөнөрәк шул.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал