6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Скульптура

Өфө Ленины Санкт-Петербургта табылған
01.10.10


       Сирек быуат элек Өфөнән оҙатылған Ленин һәйкәле Санкт-Петербургта табылған. Һүҙебеҙ түбәһенә Ер шары ҡуйылған стела фонында ултырған Ильич хаҡында бара. Мемориаль комплекс ҡала үҙәгендә - Карауанһарай янындағы ихатала, Ленин менән Коммунистик урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Үткән быуаттың 80-се йылдары уртаһынан алып ул вертикаль колонналағы шарҙы хәтерләтә, шуның өсөн халыҡ уны "чупа-чупсҡа һәйкәл" тип атаған: ысынлап та, Ильич фигураһы булмағанға күрә, Өфөнөң йәш быуынына, хәйер, композицияның тарихы менән таныш булмаған һәр кемгә, был һәйкәлдең нимә аңлатыуын төшөнөүе ауыр. Ә һәйкәл тарихы бик ҡыҙыҡлы, һәм яҙмышы ла, әйтергә кәрәк, ябай түгел.
       Ә һеҙ Лениндың тәүҙә баҫҡан килеш һүрәтләнгән булыуын беләһегеҙме икән? Ул һәйкәл СССР-ҙың иң мөһим байрамы көнөндә - 1924 йылдың 7 ноябрендә асыла, һәм илдә донъя пролетариаты юлбашсыһына ҡуйылған беренсе һәйкәлдәрҙең береһе була. Алыҫ 1924 йылда уның ҡуйылыуы ҡала тормошонда иң мөһим ваҡиға булғандыр, моғайын. Ильичтың бронза һәйкәлен Петроградтан алып киләләр һәм уны Ер шарын күтәреп торған колонна фонында урынлаштыралар. Әммә һуңыраҡ был фигураны тәнҡитләйҙәр һәм Ленинды, ҡулына китап биреп, гранит нигеҙгә ултырталар. Был һәйкәлдең авторы ул ваҡыттағы иң абруйлы совет скульпторы - монументалисы, Ленин менән Сталиндың статуяларын дәүләт заказы буйынса даими эшләгән Сергей Меркулов (Меркуров) була.
       1984 йылда Өфө властары ярайһы таушалған фигураны реставрацияларға ҡарар итә һәм уны граниттан башҡарырға күрһәтмә бирә. Скульптураны Төньяҡ баш ҡалаға алып китәләр. Артабан үҙгәртеп ҡороу башлана, СССР тарҡала, Ленин ҡаҙаныштарын шик аҫтына ҡуялар - һәм һәйкәл нисектер онотола. Һәм бына хәҙер уны үҙ заманында реставрациялағандары асыҡланды. 1987 йылда уҡ әле был һәйкәлдең теүәл күсермәһе монолит гранит блоктан уйып яһала.
       - Әммә эш өсөн түләнмәй, шуның арҡаһында скульптура һаман да Санкт-Петербургта эшләүселәрҙә һаҡлана, - тине "БАШвест"ҡа Питерҙағы "Ледяная планета" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы директоры Мария Борисова.
       Һәйкәлде ҡайтарыу тарихы тап ошо фирма вәкилдәренән башлана ла инде. Скульптор Руслан Арсланбаев - Өфө егете, Нева буйындағы ҡалала эшләй һәм параллель рәүештә Санкт-Петербург художество академияһында һуңғы курста белем ала. 27 йәшлек Руслан йәш булыуы арҡаһында һәйкәлдең төп нөсхәһен күргән хәлдә лә, иҫләмәүе аңлашыла, ә бына күсермәһен күргән: 30 тонналыҡ ҡара граниттан яһалған фигура Академия фондтарында һаҡлана. Беҙ скульптор менән бәйләнешкә индек, һәм ул бына нимәләр хәбәр итте:
       - Мин үҙем Өфөнән, һәм мине һәр ваҡыт тыуған ҡаламдың тарихы ҡыҙыҡһындырҙы, бигерәк тә скульптура менән бәйләнгәне. Ленин фигураһын маҡсатлы эҙләмәнем, әммә уның ҡайҙа һаҡланыуын белгәс, Өфөләге КПРФ вәкилдәренә сыҡтым, ә улар иһә ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
       - Скульптураның реставрацияланыуы һәм Санкт-Петербургта һаҡланыуы беҙҙең өсөн яңылыҡ булды, һуңғы йылдарҙа һәйкәл юғалған тип белә инек бит, - тине "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә әңгәмә барышында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса бүлек начальнигы Шәрифулла Шәрипов. - Бына бөгөн генә Өфө хакимиәтенән шылтыратып, коммунистар партияһы активистарынан Ленин скульптураһын Өфөгә ҡайтарып, элекке урынына ҡуйыу тураһында тәҡдим булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
       Тәбиғи, әңгәмәсебеҙҙән ҡыҙыҡһынмай ҡала алманыҡ - был һәйкәлде тергеҙергә кәрәкме икән? Күсермәнең хаҡы өс миллион булыуы билдәле.
       - Бәхәсле һорау. Билдәле, был мәсьәләгә ҡарата фекерҙәр бер төрлө генә булмаясаҡ. Ветерандарға оҡшаясаҡ, коммунистарға оҡшаясаҡ, әммә ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтеүселәр ҙә табыласаҡ, - тип билдәләне Шәрипов. - Әммә реставрацияланған һәйкәлдең иҫән булыуы асыҡланған икән, моғайын, уны ҡайтарырға кәрәктер: сәйәси момент - бер нәмә, әммә был комплекс мәҙәни мираҫ объекты булып тора бит әле. Ул дәүләт һаҡлауы аҫтында һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрына ингән. Әлеге ваҡытта һәйкәлде теркәү процесы бара һәм ул реестрҙа Ленин һәйкәле ансамбле исеме аҫтында торасаҡ.
       - Әле Ленин шәхесе культы юҡ, әлбиттә, әммә уға архитектура ҡиммәте булараҡ ҡарағанда, уны тергеҙергә кәрәк, - тип иҫәпләй Руслан Арсланбаев. - Был тарих, һәм беҙ уны һәр 50 йыл һайын яңырта башлаһаҡ, унан бер нимә лә ҡалмаясаҡ.
       Быға ҡарата үҙ фекерен "БАШвест"ҡа www.kto1.ru рейтинг клубы етәксеһе Артем Клименко ла белдерҙе:
       - Минең уйлауымса, был һәйкәлде тергеҙергә кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләне көнүҙәк һанамаған һәм был урын менән бөтөнләй икенсе ассоциациялар бәйләнгән тотош бер быуын үҫеп етте. Ә бындай ҡарарҙар ҡабул иткәндә тәүҙә йәштәргә йүнәлеш тоторға кәрәк, киләсәк улар ҡулында. Дөйөм алғанда мин һәр тарихи ваҡиғаларға һәм персонаждарға тыныс ҡарайым: тарихты киренән яҙып, факттарҙы сыйып ташлап булмай. Әммә мин был һәйкәлдең күсермәһенә ҡаршымын. Ә бына уның төп нөсхәһен һаҡлай алған булһаҡ, вәт быныһы яҡшы булыр ине. Ә күсермә, хатта йөҙ процентлыҡ булһа ла, ул ни бары күсермә. Беҙ былай ҙа күсермәләр донъяһында йәшәйбеҙ, беҙҙе яһалма ҡиммәттәр уратҡан. Һәм тергеҙелгән һәйкәл йәнә бер яһалма ҡиммәт буласаҡ. Шулай ҙа ошондай альтернатива тәҡдим итәм: һәйкәл арт-объект булараҡ тергеҙелә ала, һәйкәлде һатып алырға теләмәгән Ельцин осорон символлаштырған арт-объект.
       ...Әйткәндәй, беренсе Ленин һәйкәле - теге, баҫып торған Ленинды һүрәтләгәне, - әле лә имен. Бөгөн ул Өфөләге заводтарҙың береһенең ихатаһын биҙәй...
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал