6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Киң мәғлүмәт саралары

Әүҙемерәк булығыҙ!
30.09.10


       Журналистар, бигерәк тә йәштәр, әүҙемерәк булырға тейеш. Илебеҙҙең алға барыуы уларҙан тора бит. Республика баҫмаларының йәш журналистары менән осрашыуы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шундай фекерен белдерҙе. Был осрашыу "Тамға - 2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама" махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрелгән VII йәш журналистар фестивален асты.
       Әңгәмә башында Президент йәш журналистарҙың бер аҙ юғалып ҡалыуын билдәләне.
       - Һеҙ әле уянып бөтмәгәнһегеҙ, күрәһең, - тине ул. - Ә минең эш көнөм бөгөн иртәнге һигеҙҙә башланды.
       Матбуғат вәкилдәрендә эш кәйефе булдырғас, Рөстәм Хәмитов республикалағы эштәр торошо тураһында һөйләп китте:
       - Беҙҙең алда, артабан ниндәй йүнәлештә үҫешергә, тигән һорау тора. Әлеге ваҡытта бюджет ҙур дефицит менән формалаша. Сөнки йөҙ миллиардтың 30-ы - мәғарифҡа, 20-һе - медицинаға, 26-һы халыҡты социаль яҡлауға китә. Бынан 24 миллиард ҡына тороп ҡала һәм беҙ уны торлаҡ һәм юлдар төҙөлөшөнә, ауыл хужалығы үҫешенә һәм башҡа күп нәмәгә еткерергә тейешбеҙ. Барыһына ла аҡса етмәй. Беҙгә өҫтәмә ресурстар йәлеп итергә кәрәк. Был беҙҙең өҫтөнлөклө бурысыбыҙ.
       Йәнә бер киҫкен проблема тип Рөстәм Хәмитов эшһеҙлекте атаны:
       - Башҡортостанда эшкә һәләтле 2,4 миллион кеше бар. Шуларҙың 1,8 миллионы ғына эшләй. 600 мең кеше эш таба алмай булып сыға. Улар араһында йәштәрҙең проценты ҙур. Беҙгә улар өсөн эш урындары булдырырға, халыҡты лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Бөгөнгө көндә Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы 16 мең һум тәшкил итә. Бындай ҡеүәтле республика өсөн был үтә аҙ. Әгәр кешеләрҙең эше һәм лайыҡлы эш хаҡы булһа, уларҙа республиканың һәм бар Рәсәйҙең иҡтисадын алға һөрөргә стимулы барлыҡҡа киләсәк.
       Президент журналистарға, был проблемалар хаҡында халыҡ менән гәзит биттәренән, радио һәм телевидение аша һөйләшергә кәрәк, тине:
       - Журналистар даими хәрәкәттә һәм республикала барған ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булырға тейеш. Йәмғиәт алдында торған проблемалар һәм бурыстар хаҡында уҡыусыларына, тыңлаусыларына һәм тамашасыларына һөйләп барыу ҙа уларҙың бурысы. Журналистар дөрөҫөн һөйләргә һәм ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырырға тейеш. Ошо осраҡта ғына улар кешеләрҙә энергия уятырға һәләтле һәм ул һуңынан ысынбарлыҡты яҡшыға үҙгәртергә йүнәлтеләсәк.
       Рөстәм Хәмитов бер үк проблемаға республиканың киң мәғлүмәт сараларында төрлө ҡараштан сығып баһа бирелергә тейешлегенә иғтибар йүнәлтте:
       - Киң мәғлүмәт сараларында фекер төрлөлөгө булырға тейеш. Журналистар йәмәғәтселек фекерен формалаштырырға һәм халыҡҡа власть менән диалог алып барырға мөмкинлек бирергә тейеш. Кире бәйләнештең булыуы ла шарт. Мин үҙем дә ниндәйҙер кимәлдә журналисҡа әйләндем - интернетта блогымды алып барам. Фекер алышыу өсөн темалар булдырырға һәм башҡа блогерҙарҙың һорауҙарына яуап бирергә ваҡыт табырға тырышам. Кешеләрҙең республикала барған хәлдәргә битараф булмауына иғтибар иттем. Улар ҙа проблемаларҙы тикшереүҙә ҡатнаша, конструктив тәҡдимдәр индерә башланы. Кешеләр дәүләт кимәлендәге ҡарарҙар ҡабул иткәндә уларҙың фекере мөһим роль уйнауын яҡшы белә. Минең өсөн был үтә мөһим. Дөрөҫ йүнәлештә барғанымды аңланым.
       Президент, журналист үҙ республикаһының патриоты булырға һәм халыҡта ла был тойғоно тәрбиәләргә тейеш, тип билдәләне. Кешеләргә республиканы алға ебәреү өсөн берләшергә кәрәк бит.
       Рөстәм Хәмитов йәш журналистарҙы аналитик мәҡәләләр яҙырға саҡырҙы:
       - Совет заманында журналист-аналитиктар ихтирам ителде, улар ниндәйҙер факттарҙы хәбәр итеп кенә ҡалмай, уларға ҡарата үҙенең фекерен дә әйтте, журналистик тикшереү үткәрҙе. Бөгөн иһә, үкенескә күрә, күп журналистар кәрәкмәгән нәмә хаҡында яҙа. Улар халыҡҡа Президент аяғы ниндәй үлсәмдә һәм Президент кабинетында запас сығыу урыны булыу-булмауы хаҡында һөйләй. Уҡыусыларға был ҡыҙыҡлы түгел, уларҙы түбәнһетергә кәрәкмәй. Журналист бурысы - халыҡҡа ниндәй мәғлүмәт кәрәклеген аңлау һәм уҡыусылар һорауҙарына яуап биреү.
       Президент менән аралашҡандан һуң йәш журналистар "Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама" күргәҙмәһе эшендә ҡатнашты. Конгресс-холда Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 80-дән ашыу ойошма үҙенең стендын урынлаштырған.
       - Бындай тәүге күргәҙмә Өфөлә 1994 йылда үтте, - тип билдәләне БР Полиграфистар ассоциацияһы президенты Ринат Шәкүров. - Беҙҙең тармаҡ ул ваҡытта 500 йыл элек Иван Федоров индергән технология буйынса эшләй ине. Әммә 16 йыл эсендә тармаҡта техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу үтте. Полиграфистарға фекер алышырлыҡ, кешеләргә күрһәтерлек нәмәһе күп. Беҙ бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашырға, яңылыҡ үҙләштерергә әҙербеҙ.
       - Үкенескә күрә, илебеҙҙә баҫма эше, нәшриәт-полиграфия комплексы бөгөн яҡшы хәлдә түгел, - тип өҫтәне Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы президенты Борис Кузьмин. - Көрсөктөң полиграфия продукцияһы баҙарына йоғонтоһо ныҡ булды. Шулай ҙа фәнни-техник процесс дауам итә, һәм полиграфия предприятиелары араһында конкуренция көсәйә бара. Берҙәм тырышлыҡ менән беҙ тармаҡ үҫешенең дөрөҫ йүнәлешен табасаҡбыҙ, предприятиеларыбыҙҙың конкурент һәләтлелеген күтәрәсәкбеҙ.
       Күргәҙмә эшендә республика баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары, типография һәм нәшриәт директорҙары, полиграфистар һәм рекламасылар ҡатнаша. Үҙҙәренең ҡаҙаныштарын ғына түгел, эшлекле партнерҙарының эшен күрһәтеүҙе лә улар күргәҙмәнең төп маҡсаты итеп күрә.
       - Реклама тармағы республикала күтәрелеш кисерә, - тине "БАШвест"ҡа Promo-s group реклама агентлығының БР-ҙағы вәкиллеге директоры Ричардас Витчас. - Көрсөктән һуң республикаға федераль реклама компаниялары килеп, филиалдарын аса башланы. Улар республикала реклама баҙарының ниндәйҙер өлөшөн яулай алырҙарын тойҙо. Тимәк, прогресс бар. Бына күргәҙмәлә лә әүҙемлек һиҙелә, стендтар артҡан, яңы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр күренә.
       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы ла күргәҙмәлә стендын урынлаштырҙы. Унда агентлыҡ составына ингән бар баҫмалар, шул иҫәптән "БАШвестЪ" интернет-гәзите хаҡында ла мәғлүмәт бар ине. Тап ошо стенд алдында беҙгә элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов менән аралашырға форсат тейҙе. Ул "БАШвест"ҡа киң мәғлүмәт сараларын яҡын арала нимә көтөүе тураһында һөйләне:
       - Республикалағы киң мәғлүмәт сараларының мәғлүмәт өлөшөн һәм килемдәрен оптималләштереү буйынса күләмле эш үткәреләсәк. Баҫмаларға интернет киңлектәрен әүҙем үҙләштерергә кәрәк. Бөгөнгө көндә был мөһим бурыстарҙың береһе. Кешеләрҙең күбеһе мәғлүмәтте интернеттан алыуға өҫтөнлөк бирә. Был уларға уңайлыраҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
       - Ә полиграфия тармағында, һеҙҙеңсә, эштәр нисек тора?
       - Полиграфия тармағы план буйынса үҫешә. Беҙгә хәҙер производство структураһын үҙгәртергә, яңы технологиялар индерергә кәрәк. Һәм күргәҙмә лә, минең уйымса, перспективаға эшләйәсәк уртаҡ ҡарарҙар эшләп сығарырға ярҙам итәсәк.
       - Һеҙ йәш журналистар фестивален асыуҙа ҡатнаштығыҙ. Уларға теләктәрегеҙ ниндәй булыр?
       - Мин Президенттың, журналистарға әүҙемерәк булырға кәрәк, тигән һүҙҙәре менән килешәм. Ысынлап та, бөгөн уларҙа был сифат етешмәй. Фестивалдә журналистарҙың һөнәри белеме мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Башҡорт дәүләт университетында журналистика факультеты бар, бер нисә юғары уҡыу йортонда "Йәмәғәтселек менән бәйләнеш" белгеслеге асылған, уны тамамлаусылар журналист, гәзит һәм журналдарҙың мөхәррирҙәре булып китә, нәшриәттәрҙә эшләй. Шуға күрә, республикала журналистар әҙерләү системаһы юҡ, тип һөйләү дөрөҫлөккә тап килмәй. Нимәһе бар, был системаны ҡулайлаштырырға һәм камиллаштырырға кәрәк. Сөнки бөгөнгө көндә байтаҡ сығарылыш уҡыусыларыбыҙ үҙенең һөнәре буйынса эшләмәй. Беҙгә был факультетҡа артабан һөнәре буйынса эшләйәсәк кешеләр килеүенә ирешергә кәрәк. Һөҙөмтәлә эшкә әҙер компетентлы белгестәр алырға тейешбеҙ.
       Олег Яровиков фотоһы.

30.09.2010
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал