6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Визиттар һәм делегациялар

Григорий Рапота: беҙ мәсьәләне хәл итеүҙең әҙер юлдарын ҡабатламайбыҙ
29.09.10


       Күптән борсоған нәмә тураһында һөйләргә, проблемаларың менән уртаҡлашырға, ниһайәт, зарланырға кәрәк булһа, РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ул кисә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе урынында асылды. Әйткәндәй, бүлмәне асыу тантанаһында бынан алдағы көндә Башҡортостандың баш ҡалаһына килгән РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үҙе лә ҡатнашты. Граждандарҙы ла йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең беренсе эш көнөндә ул ҡабул итте, ә тәүгеләрҙән ҡабул итеү бүлмәһенә БР Президенты Рөстәм Хәмитов инде, ул бүлмәнең нисек эшләүен һәм ойошторолошон шәхсән үҙе тикшереп ҡарарға теләне:
       - Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен өс ай эсендә кәрәкле бар нәмә менән йыһазландырҙылар, әммә иң мөһиме шул - ул эшләргә тейеш, - тип билдәләне Президент.
       Бер аҙ көтөргә тура килде - яңы шарттарҙа эшләргә тура килгән беренсе көн бит, күп һанлы журналистар армияһы оҙатыуындағы юғары дәрәжәләге кешеләр араһында булыуға бәйле тулҡынланыу ҙа үҙен һиҙҙерә - һәм бына йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәре беренсе мөрәжәғәт итеүсенең исем-шәрифтәрен базаға индерә һәм уның фамилияһы сират көтөү залындағы экранда яҙыла. Бында уңайлы креслолар ҡуйылған, өҫтәлдәрҙә - яңы гәзиттәр, хатта медицина кабинеты һәм балалары менән килеүселәр өсөн китаптар һәм уйынсыҡтар ҡуйылған ҙур булмаған балалар мөйөшө бар. Стенала йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең эше тураһында тейешле мәғлүмәт, шулай уҡ хоҡуҡтарыңды яҡлау өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин булған башҡа төрлө ведомстволарҙың координаталары яҙылған белешмә стенды тора.
       Республика башлығын һанамағанда, бөгөн ҡабул ителеүгә тағы бер нисә кеше яҙылды. Юрий Рубцов та шулар иҫәбендә. Ул Башҡортостандың Благовещен районындағы Удельно-Дыуанай ауылы халҡы исеменән ялыу менән мөрәжәғәт итте. Ул ауылда икенсе йыл рәттән һыу үткәргестең йүнләп эшләмәүе хаҡында һөйләне. 11 һыу колонкаһының өсәүһе генә сафта, әммә, граждандар прокуратураға мөрәжәғәт итеп, күҙәтеү ведомствоһының хакимиәт башлығы исеменә тейешле күрһәтмә биреүенә ҡарамаҫтан, урындағы властар был проблеманы хәл итергә ашыҡмай.
       - Ярҙам һорап президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә килергә тура килде. Мине Григорий Рапота ҡабул итте, һыу менән проблема мотлаҡ хәл ителәсәк.
       Был әңгәмәсебеҙ кеүек үк, теләге булғандар йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә үҙҙәре килә ала - бының өсөн телефон аша йәки ошонда уҡ алдан яҙылырға кәрәк. Граждандар аҙнаһына дүрт тапҡыр, дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем, ҡабул ителә. Бүлмә хеҙмәткәрҙәре кварталға план төҙөй һәм был юлы ниндәй белгестәр ҡабул итеүе хаҡында киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр итә.
       Шулай уҡ йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә почта аша хат менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең әлегә сайты юҡ. Шулай ҙа был оҙаҡҡа түгел. "БАШвест"ҡа БР буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат секретары Сулпан Бикҡужинаның хәбәр итеүенсә, ул әле эшләнеү өҫтөндә, ә әлегә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте БР буйынса Баш федераль инспекторҙың сайтынан табырға мөмкин.
       Григорий Рапотаның журналистар менән әңгәмә барышында билдәләүенсә, бындай йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре Волга буйы федераль округының 14 төбәгенең 12-һендә эшләй башлаған. Ҡалған ике субъектта улар алдағы ике-өс көндә асыласаҡ.
       - Президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренең барыһы ла заманса телекоммуникациялар системаһы ярҙамында үҙ-ара бәйләнгән, был дәүләт башлығына бөтә төбәктәр менән бәйләнештә булырға, кәрәк саҡта граждандарҙы дистанцион ҡабул итергә мөмкинлек бирә, - тип белдерҙе президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.
       Ул йәнә бындай йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренең, тәжрибәнән күренеүенсә, халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта ул, бар проблемаларҙың да тиҙ арала хәл ителерен көтөргә ярамай, тине:
       - Беҙ әҙер ҡарарҙар менән эш иткән ойошма түгел. Кешеләр төрлө проблемалар менән килә, һәм ҡайһы бер проблемалар өҫтәмә эшкәртеүҙе талап итә. Шуға ла беҙ мәсьәләләрҙең бер өлөшөн хәл иттек, икенсе өлөшөн хәл-ваҡиғаларҙы тикшереү өсөн ҡалдырып торҙоҡ, уларҙы һуңыраҡ хәл итәсәкбеҙ.
       Граждандар ҡабул итеүҙе республиканың барлыҡ ведомстволары вәкилдәре лә даими үткәрә, тиергә мөмкин. Үҙенең адресанттары яҙмышында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрованың ҡатнашлығы ҙур. Был уңайҙан "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә ул бына нимә тине:
       - Граждандарҙың хоҡуҡтары тураһында белдерергә мөмкинлеге ни ҡәҙәр күп булһа, шул тиклем яҡшы. Үҙемдең миҫалымда ышандыра алам, беҙ донъяның аҫтын өҫкә әйләндермәһәк тә, эштең асылына төшөнөргә тырышабыҙ һәм мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам итер өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Шулай ҙа ғәҙеллек өсөн әйтеп үтергә кәрәк, проблемаһын үҙ аллы хәл итергә тырышып та ҡарамайынса, тура беҙгә килеүселәр ҙә осрай. Шулай ҙа беҙҙең бурыс - кемдеңдер етди проблемаһын, ысын фажиғәһен үткәреп ебәрмәү, иғтибарһыҙ ҡалдырмау. Бөгөн йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре власть вәкилдәренең халыҡ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенең көнүҙәк формаһына әйләнә бара. Бындай осрашыуҙар формаль түгел, ә кешелекле характерҙа булып, чиновниктар мөрәжәғәт итеүселәр яҙмышына кешелекле мөнәсәбәт күрһәтһен ине - ул ваҡытта был эш иң юғары һөҙөмтә бирәсәк.
       Өфөгә визиты сиктәрендә Григорий Рапота Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органдары ассоциацияһының XXIV ултырышында ҡатнашты. Башҡортостан санатор-курорт учреждениелары селтәрен үҫтереү перспективалары был ултырыштың көн тәртибендәге төп мәсьәлә булып торҙо.
       РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡорт дәүләт университетында Дәүләт идараһының бәләкәй академияһы тыңлаусылары менән осрашыуы уның Башҡортостанға визитында һуңғы этап булды.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал