6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Йөрәктәрҙә Аксаков исеме
28.09.10


       Сентябрь аҙағында Өфө хәҙерге заман ерлеген бер нисә көнгә XIX быуат осоро антуражына алмаштыра. Йыл һайын көҙҙөң беренсе айында Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә. Тематик сараларҙың географияһы киң: тантаналар Ҡасим ауылында (Шакша биҫтәһе) - Сергей Аксаковтың ҡартатаһының элекке имениеһында, Бәләбәйҙә, республиканың Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында ойошторола. Аксаков байрамы Башҡортостандың баш ҡалаһында ла күләмле итеп билдәләнә, бында бер нисә майҙанда төрлө саралар үтә. Юбилейлы, XX Халыҡ-ара Аксаков байрамы быйыл өс көн дауам итте һәм кисә кисен генә тамамланды.
       Өфөлә үткән саралар иҫәбендәге Аксаков балы мәҙәни форумдың сағыу ваҡиғаһына әйләнде, унда традиция буйынса өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты. Бал Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элек Аксаков халыҡ йорто урынлашҡан залында үтте. Театрға килгәндәрҙең барыһы ла үҙен күптән үткән дәүергә килеп эләккәндәй хис итте, һәм был саҡырылғандарҙың күптәренең тарихи костюмдарҙа булыуына ғына бәйле түгел. Киң баҫҡыс янында байрам ҡунаҡтарын Өфө һәм Һамар губернаторҙары, Батша Рәсәйенең чиновнигы (действительный статский советник), ҡатыны менән бергә яҙыусының улы Григорий Аксаков ҡаршыланы һәм барыһын да үргә күтәрелергә саҡырҙы.
       Ә колонналар менән уратылған антик стилдәге майҙанда йәш парҙар бейене. Балға бер кискә мәктәп формаларын фракка һәм байрам күлдәктәренә алмаштырған баш ҡаланың төрлө уҡыу йорттары уҡыусылары йыйылды. Опера театрында улар, модалы бейеү йүнәлештәрен бер аҙға онотоп, вальс, кадриль һәм полькаға төштө. Иғтибарлы кавалерҙар гүзәл заттарҙы етеҙ әйләндерҙе, әммә бынан берәү ҙә башын да, туфлиләрен дә юғалтманы, ҡойолһа, күлдәктән - ҡаурыйҙар, матур прическанан сәс кенә ысҡынғандыр. Музыкаға, бейеүгә бирелгән йәштәр кәйефен һәм энергетикаһын тамашасыға ла мул өләште, һуңғылары үҙҙәре лә бейеүгә төшөргә әҙер ине. Уларҙың хыялы тормошҡа ашты, кисә аҙағында ҡунаҡтарҙың барыһы ла бейеүгә саҡырылды.
       - Йөҙ йыл вальс бейегәнем юҡ, һәм хыялымдың бөгөн тормошҡа ашыуы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар уята! - тип "БАШвестЪ" менән хистәрен уртаҡлаша Пермдән килгән ҡунаҡ - Оҫталар йорто етәксеһе Вера Зелезнева.
       Аксаков байрамына Башҡортостанға ул тәүге тапҡыр килгән. Бындай сараларҙа йәштәрҙең шул тиклем күп ҡатнашыуын бер ҡасан да күргәнем юҡ, ти ул.
       - Милли-мәҙәни традицияларҙың онотолмауы, быуындан быуынға һаҡлап тапшырылыуы, билдәле шәхестәр араһындағы кеүек, балалар һәм йәштәр араһында ла Аксаков байрамын ололаусыларҙың күп булыуы яҡшы күренеш, - -тип билдәләй Вера Зелезнева.
       Шуға ла XX Халыҡ-ара Аксаков байрамында лайыҡлы наградаларҙы тәүгеләрҙән булып иң йәш ҡатнашыусыларҙың алыуы осраҡлы түгел. Күләмле форум сиктәрендә "Ал сәскә" икенсе төбәк-ара асыҡ әҙәбиәт-сәнғәт конкурсына шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, сценарийҙар, йәнә һүрәттәр, компьютер графикаһы, анимация эштәрен тәҡдим иткән балалар билдәләнде Еңеүселәр һәм бүләкләнеүселәр араһында Ырымбур, Серпухов, Ишембай, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Рәсәйҙең тағы бер нисә ҡалаларынан вәкилдәр бар ине.
       Һуңыраҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залында айырым ҡаҙаныштар өсөн наградлау тантанаһы үтте, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Республика башлығы иң тәүҙә Михаил Чвановҡа Почет орденын тапшырҙы. Михаил Чванов - бер республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле яҙыусы, Аксаков фонды рәйесе, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының вице-президенты. Уның әҙәби әҫәрҙәре һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев указына ярашлы, Михаил Чванов ватан мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Почет орденына лайыҡ булды. Был награданы Михаил Чванов Аксаковтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индергән һәм оҙаҡ йылдар дауамында Аксаков фонды попечителлек советының ҡушма рәйесе булған Башҡортостан Президенты ҡулынан алды.
       Рөстәм Хәмитов тағы бер хаҡлы награданы шағир һәм драматург Константин Скворцовҡа тапшырҙы. Быйыл билдәле эшмәкәр Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты булды. Үҙенең наградаһын Константин Скворцов хәҙерге поэтик драматургия үҫешенә ҙур өлөш индергәне, гуманизм һәм ватансылыҡ традицияларын һаҡлағаны, әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге алып барғаны өсөн алған. Ул Рәсәй Яҙыусылар союзының ҡушма рәйесе, Өфө ҡалаһының Аксаков гимназияһында попечителдәр советы ағзаһы булып тора. Константин Скворцов шиғырҙарына күп йырҙар яҙылған. Уларҙы Иосиф Кобзон, Вәхит Хызыров, Татьяна Петрова кеүек күренекле сәхнә оҫталары башҡара.
       Рәсәйҙең халыҡ йырсыһы Татьяна Петрова - Халыҡ-ара Аксаков байрамының даими почетлы ҡунағы. Юбилейлы фестивалдә лә ҡағиҙәнән ситләшеү булманы, бында ла рус йырҙарын башҡарыусы тамашасыларҙы үҙенең ижады менән ҡыуандырҙы. Байрам концертында Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәте оҫталары ла ҡатнашты, уларҙың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
       XX Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды дипломдарын тапшырыу һәм хоҡуҡ өлкәһендә Аксаков исемендәге премия лауреаты исеменә конкурс менән "Сергей Аксаковтың донъя мәҙәниәтендәге мираҫы" халыҡ-ара интернет-конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы үтте. Сергей Аксаков исемендәге премия алыусылар араһында баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттары Людмила Дятлова, Регина Сәфәрғәлиева һәм Маргарита Хисмәтуллина ла бар. Кураторҙары, халыҡ артисының тулы аҙашы, музей хеҙмәткәре Татьяна Петрова етәкселегендә ҡыҙҙар яҙыусының ейәнсәре Ольга Аксакованың ҡунаҡ бүлмәһен булдырыу менән шөғөлләнгән. Был яңы экспозицияны, шулай уҡ Өфө губернияһына нигеҙ һалыныуҙың 145 йыллығына арналған "Аксаковтар заманындағы Өфө" күргәҙмәһен асыу тантанаһы байрам көндәрендә Сергей Аксаковтың йорт-музейында үтте.
       - Сергей Аксаковтың исеме киң билдәле һәм был исем үҙе тирәләй уның шәхесе менән ҡыҙыҡһынған, ижады менән мауыҡҡан инициативалы кешеләрҙе туплай. Йыл һайын уларҙың күбәйә барыуы шатландыра, һәм уларҙың барыһын да Аксаков мемориаль йорто ҡунаҡсыл ҡаршылай, - ти музей хеҙмәткәре Татьяна Петрова.
       Ольга Аксакованың ҡунаҡ бүлмәһен ойоштороуға ике йыл ваҡыт кәрәк булған. Татаьяна Петрова етәкселек иткән ижади төркөмдән тыш, үҙ теләге менән был эштә башҡа өфөлөләр ҙә ҡатнашҡан. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, улар музей стилендә биҙәүҙән аңлы рәүештә баш тартып, ысынбарлыҡта нисек булырға тейеш, бүлмәне шулай эшләгәндәр. Бүлмә буйлап теҙелгән өҫтәлдәр, креслолар, этажеркалар араһынан тамашасылар иркен үтеп йөрөй ала, ә китаптар, статуэткалар, яҙыу кәрәк-ярағы, сәй сервизы һәм башҡа әйберҙәр - барыһы ла үҙенең урынында, быяла витриналар эсенә йәшерелмәгән. Проект кураторы билдәләүенсә, интерьер әйберҙәренең барыһы ла бер нисә йыл дауамында йыйылған, уларҙың бер өлөшө антиквариат магазиндарынан һатып алынған, ҡайһылары музейға бүләк ителгән һәм һуңынан музей хеҙмәткәрҙәре менән реставрацияланған.
       "Аксаковтар заманындағы Өфө" күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уның яҙыусының улы Григорий Аксаковҡа бағышланыуы ла осраҡлы түгел. Губернатор булараҡ ул Өфөнө провинциаль ҡаланан оло мәҙәни үҙәккә әйләндерер өсөн күп нәмә эшләгән. Ул эшмәкәрлек иткән йылдарҙа Өфөлә байтаҡ биналар төҙөлә, уларҙың күбеһе бөгөнгө көндә тарихи ҡиммәткә эйә булыуҙан тыш, ҡала халҡына һаман да хеҙмәт итеүен дауам итә. Миҫал өсөн, Губернатор йортонда әле - Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ә Дворян йыйылышы бинаһында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы урынлашҡан. Был һәм башҡа биналарҙың XIX быуатта ниндәй булғанын фотоһүрәттәрҙән күрергә мөмкин. Экспозицияның авторы - билдәле фоторәссам һәм коллекционер Борис Конюхов. Ул Дәүләт Эрмитажы тупланмаһында булған фотоһүрәттәрҙе ҙурайтырға рөхсәт алыуға ирешкән һәм яҡташтарына тыуған ҡалаларын бар матурлығында күрергә мөмкинлек биргән.
       XX Халыҡ-ара Аксаков байрамы "Сергей Аксаковта ҡунаҡта" тематик кисәһе менән тамамланды. Йола буйынса ул Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында үтте.
       Андрей Старостин һәм Олег Яровиков фотолары.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал