6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Пандустар ҡайҙа һуң?
27.09.10


       Шундай һорауға яуап биреп ҡарағыҙ әле: һеҙ магазин, дарыухана, кинотеатр йәки башҡа төрлө бинаға ингәндә пандустарҙың булыу-булмауына иғтибар итәһегеҙме? Был махсус ҡыя конструкциялар коляскала хәрәкәт иткән инвалидтар бинаға инә алһын өсөн эшләнгән. Шәхсән үҙем бер нисә тапҡыр кешеләрҙең инвалидты коляскаһы менән бергә баҫҡыстан күтәреп мендергәненә шаһит булдым. Сөнки ул бер нисек тә үҙ аллы күтәрелә алмай ине.
       "Башинформ" агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиевтың күршеһе лә коляскала йөрөй. Уның өсөн урамға ял итергә сығыу торғаны бер ыҙа. Баҫҡыстан менергә йәки төшөргә ярҙам көтөп, һәр ваҡыт үтеп барыусыларҙы йә күршеләрҙе көтөргә тура килә, - торлаҡ йорт пандустар менән йыһазландырылмаған. Ярай әле лифт бар. Уныһы ла булмаһа, инвалид өйөнән дә сыға алмаҫ ине. Ул сама баҫҡыстарҙы коляскала үтеп булмай бит.
       - Йорттар төҙөгәндә төҙөүселәр инвалидтар ихтыяждарын бөтөнләй иҫәпкә алмай булып сыға, - тип билдәләй Шамил Вәлиев.
       Беҙҙең илдә инвалидтар юҡ кеүек. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған торлаҡ йорттар, магазиндар, мәҙәниәт учреждениелары, дарыуханалар, башҡа төрлө объекттарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Рәсәйҙә уҙған йылда ғына биналар проектлағанда инвалидтар ихтыяжын иҫәпкә алырға кәрәклеген билдәләгән яңы төҙөлөш нормативтары индерелде. Ә башҡа юғары мәҙәниәтле илдәрҙә барыһы ла икенсерәк бит. Унда инвалидтарҙың сәләмәт кешеләрҙеке менән тиң хоҡуҡтары һәм мөмкинлектәре бар. Янында коляскалағы инвалидты күрһә, берәү ҙә ҡарашын йәшермәй һәм ситкә боролорға тырышмай.
       Был проблеманы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ситләп үтмәне. Ошо арала ул хакимиәтенең бинаһын һәм эргә-тирәһендәге биләмәне пандустар менән йыһазландырырға ҡушты. Шул уҡ мәлдә ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновҡа һәм республика район һәм ҡалаларының хакимиәт башлыҡтарына республиканың барлыҡ тораҡ пункттарында мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн тейешле шарттар булдырыу бурысын йөкмәтте.
       - Рөстәм Хәмитовтың инвалидтар проблемаһын ситтә ҡалдырмағанына шатбыҙ, - тине "БАШвест"ҡа Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Ринат Мануров. - Ә пандустар ҡуйыу - был проблемаларҙы хәл итеүҙәге тәүге аҙым. Бөгөнгө көндә республикала коляскала йөрөгән ете мең самаһы инвалид йәшәй. Һәм уларға, үкенескә күрә, ҡала буйлап ҡаршылыҡһыҙ йөрөргә мөмкинлек юҡ. Президент Хакимиәте бинаһынан тыш, пандустарҙы барлыҡ дәүләт учреждениеларында ла урынлаштырырға кәрәк. Республиканың күп кенә район һәм ҡалалары хакимиәте биналары коляскалағы инвалидтарҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнмәгән. Мәҫәлән, Өфөлө мин Орджоникидзе районы хакимиәте бинаһында ғына пандустар барлығын күрҙем. Шулай уҡ пандустарҙы мәҙәниәт учреждениелары биналарында ла урынлаштырырға кәрәк. Юғиһә, коляскалағы инвалидтар концерт һәм спектаклдәргә йөрөмәҫкә тейеш, кеүек килеп сыға түгелме? Пандустар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла, Дәүләт академия рус драма театрында ла, башҡаларында ла ҡуйылмаған.
       - Коляскалы инвалидтар йәшәгән йорттар пандустар менән йыһазландырылғанмы?
       - Яңы йорттарҙа пандустар бар. Ә бына иҫке биналар улар менән йыһазландырылмаған. Айырыуса был лифты булмаған "хрущевкалар"ға ҡағыла. Әле күп инвалидтар портатив тартыу ҡоролмаһы менән йыһазландырылған алынмалы күсмә пандустар ҡуллана. Уларҙы Өфөнән коляскалы инвалид, БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы Виктор Лаврентьев эшләгән. Был ҡулайлама еңел монтажлана һәм йыйыла. Хәйер, инвалид уның менән үҙе яңғыҙ ҡуллана алмаясаҡ. Пандустарҙы урынлаштырып, инвалидҡа күтәрелергә ярҙам итәсәк оҙатыусы кәрәк. Күп йорттарҙа баҫҡыстар шул тиклем текә, инвалидтар уларҙан үҙ аллы ғына йөрөй алмай.
       Өфөнөң Орджоникидзе районы инвалидтары йәмғиәте белгесе Ренальд Сәхибгәрәев әйтеүенсә, коляскалағы инвалидтар урамдар буйлап иркен хәрәкәт итә алһын өсөн республикала тағы күп нәмә эшләргә кәрәк:
       - Беҙ Өфөлә биш-алты йыл элек үк был проблеманы күтәрергә тырышҡайныҡ. Дәүләт учреждениеларының, поликлиникаларҙың, китапханалар, мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла пандустар менән йыһазландырылмауы хаҡында киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр иттек. Әммә беҙҙең мөрәжәғәткә бик аҙҙар ғына иғтибар итте. Хәлдәрҙең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе ҡыуандыра. Инвалидтарға ҡаланың бөтә учреждениеларына ла юл асылһын ине.
       Әйткәндәй, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте - республикала урындағы хакимиәттәрҙең пандустар менән йыһазландырылған берҙән-бер бинаһылыр әле.
       - Күптән түгел беҙҙең инвалидтар йәмғиәте район хакимиәте бинаһында пандустар урынлаштырыуға иреште, - тип дауам итә Ренальд Сәхибгәрәев. - Әммә уларҙы яңынан эшләтергә тура килде. Сөнки тейешле 12 градус урынына 45 градуслыҡ мөйөш яһаған ҡыялыҡта эшләгәндәр ине. Бындай пандустар буйлап һәр инвалид менә алмай. Коляска артҡа тәгәрәйәсәк. Өҫтәүенә, тағы бер проблема хәл ителмәй. Пандустар ҡуйылған байтаҡ биналарҙа ҡул менән тотонорлоҡ таянғыстар юҡ. Әммә проблемаларҙың иң ҙуры - инвалидтар йәшәгән йорттарҙа пандустарҙың булмауы. Әгәр коляскалы инвалид беренсе ҡатта йәшәһә йәки йортта лифт булһа, һәйбәт тә бит. Әммә иҫке йорттарҙа, ә улар беҙҙең районда күпселекте тәшкил итә, пандустар ҡаралмаған һәм инвалидтар икенсе-өсөнсө ҡатҡа ла ҙур ҡыйынлыҡ менән күтәрелә.
       Ләкин баҫҡыстар буйлап менеп, төшөп йөрөү - инвалидтарға көн һайын осраған берҙән-бер ҡаршылыҡ түгел. Икенсе кешенең ярҙамынан башҡа улар ҡала урамдары буйлап йөрөй алмай. Һәр йөҙ метр һайын уларҙың юлында урап үтеп булмаған бейек бордюрҙар осрай. Ә йәмәғәт транспортына нисек инергә? һеҙ инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән бер бөртөк булһа ла автобус, трамвай йәки троллейбусты күргәнегеҙ бармы? Республика Хөкүмәтенә был проблемаларҙың барыһын да хәл итергә тура киләсәк. Һәм был йүнәлештәге эштәр бихисап.
       - Рәсәйҙә һәр ваҡыт ошондай тенденция күҙәтелә: проблеманы киң йәмәғәтселеккә еткерәләр һәм ниндәйҙер ваҡыттан һуң уның турала оноталар, - тип "БАШвест"ҡа килеп тыуған хәлдәргә аңлатма бирә БР-ҙың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Геннадий Родионов. - Пандустар менән дә шулай булып ҡуймаһа ярар ине. Инвалидтар проблемалары менән даими шөғөлләнергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Был турала һөйләргә кәрәк! Европала, Америкала бындай проблема бөтөнләй юҡ. Уларҙа бар биналар ҙа пандустар менән йыһазландырылған, транспорт инвалидтарҙы йөрөтөр өсөн тәғәйенләнгән. Беҙҙә иһә былар юҡ... Был кешеләр бөтөнләй онотолған йәки беҙҙә ундайҙар юҡ, тип күҙ йомоп ҡарайҙар, тигән тойғо ҡала. Президенттың был проблеманы күтәреүе яҡшы. Әммә исем өсөн бер нисә урында ғына пандустар ҡуйып, был турала Президентҡа рапорт биреп, ошоноң менән тынысландылар, тигән кеүек килеп сыҡмаһын ине. Бөтәһе лә был проблема менән шөғөлләнгән кешеләрҙән тора. Был мәсьәләне даими контролдә тоторға кәрәк, тигән фекерҙәмен.
       Фото www.knowledge.allianz.com сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал