6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Дәүләт Йыйылышы халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш
24.09.10


       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһы БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышы менән башланды. Ул депутаттарҙы яңы сессия һәм яңы сәйәси миҙгел башланыуы менән ҡотланы. Һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүселәрҙе ябай булмаған йыл көтөүе, донъяуи финанс көрсөгө эҙемтәләренең һаман да бөтмәүе, һалым керемдәренең тулы кимәлдә тергеҙелмәүе, бюджет дефициты булыуы хаҡында әйтеп үтте.
       - Әммә беҙҙең алда халыҡҡа хеҙмәт итеү, халыҡ тормошоноң кимәлен күтәреү өсөн эшләү бурысы тора, - тине республика башлығы. - Беҙҙә граждандар етеш йәшәй, әммә был етешлек минималь кимәлдә. Кешеләрҙең йәшәү кимәле даими күтәрелә барһын ине. Әлегә эш хаҡы ҙур түгел, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр күп, торлаҡ бик аҙ төҙөлә. Мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары етмәй. Транспорт ярайһы ҡиммәт.
       Алдыбыҙҙа торған бурыстар киң күләмле. Һуңғы йылдарҙа аҙ эшләнмәгән, әммә тормош бер урында тормай. Беҙ конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ, шуға күрә тағы ла күберәк һәм йылдамыраҡ эшләргә кәрәк. Традицион сеймал иҡтисады үҫеш векторын үҙгәртергә тейеш. Ул бер көндә тулыһынса инновационға әйләнә алмай, әлбиттә. Ләкин был эште башларға кәрәк. Социаль өлкәгә лә ҡағыла был. Ысынлап мохтаж булғандарға ярҙам итеү, һис шикһеҙ, эшебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ. Ярҙам ысын мәғәнәһендә адреслыға әйләнергә тейеш.
       Яҡын арала һеҙҙең ҡарауға 2011 йылға республика бюджеты проекты сығарыласаҡ. Бюджет халыҡ ихтыяждарына йүнәлтелгән булырға тейеш. Һеҙгә инициативаларҙы иғтибарлап анализларға, билдәләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәргә уларҙың ни ҡәҙәр тура килеүен тикшерергә кәрәк. Атап әйткәндә, инновациялар - иҡтисадҡа, адреслыҡ һәм ярлылыҡ менән көрәш социаль өлкәгә хас булырға тейеш. Бынан тыш, алдыбыҙҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләһе тора. Был айырыуса мөһим тема. Уның менән шөғөлләнмәйенсә, халыҡ именлеге үҫеше өлкәһендә, эш хаҡын арттырыу өлкәһендә алға китеш булмаясаҡ.
       Рөстәм Хәмитов йәнә быйыл көҙ федераль үҙәк инициативаларын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле бер нисә закон проектын да ҡарарға тура киләсәген хәтергә төшөрҙө. Ә йыл аҙағында, Конституциялағы үҙгәрештәргә ярашлы, Дәүләт Йыйылышы депутаттарының оптималь иҫәбен билдәләргә кәрәк буласаҡ. Былар барыһы ла үтә мөһим һәм кәрәкле эш. Кешеләрҙең көндәлек тормошона ҡағылышлы өлкәләрҙәге закондар сығарыу эшенә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу - дәүләт кимәлендәге бурыс.
       - Башҡортостан парламенты практикаһында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә конструктив һәм уйлап эш итеү традициялары барлыҡҡа килгән. Әммә бер конструктивлыҡ ҡына аҙ. Халыҡ фекерен иҫәпкә алырға кәрәк. Улар менән диалог алып барыу мөһим. Тап ошондай ҡараш ҡына власть абруйы күтәрелеүен һәм уның ҡарарҙарына ышаныс артыуын тәьмин итергә һәләтле. Ә беҙ ышаныс дефициты кисерәбеҙ. Һуңғы һорау алыуҙарҙың барыһы ла халыҡтың власть менән диалогҡа мохтажлығын күрһәтә.
       Парламент мөһим закон проекттарын тәнҡит күҙлегенән тикшереү майҙансығы булырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы эшендә депутаттар һәм республика Хөкүмәте ағзалары ғына ҡатнашырға тейеш түгел. Беҙгә Йәмәғәт палатаһының фекерҙәре лә, киң мәғлүмәт саралары позицияһы ла, эксперт-академия берләшмәһенең ҡарашы ла мөһим. Асыҡлыҡ, һәр кемгә аңлайышлы булыу, үтә күренмәлелек - былар уңышыбыҙҙың нигеҙе. Власть халыҡҡа яҡыныраҡ булырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы - ул корпоратив мәнфәғәттәрҙе түгел, ә халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау урыны.
       Бөгөнгө ултырышта депутаттар тормоштоң төрлө өлкәһенә ҡағылышлы закон проекттарын ҡабул итте. Уларҙың барыһы ла тиерлек бер тауыштан ҡабул ителде. Ултырыш тамамланғандан һуң "БАШвестЪ", комментарийҙар һорап, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцовҡа мөрәжәғәт итте.
       - Башҡортостан Президенты өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙе билдәләне. Һеҙ быны эшегеҙҙә нисек иҫәпкә аласаҡһығыҙ?
       - Республика Президенты төп бурысты билдәләне. Һәм беҙ уны хәл итер өсөн хәҙер нимә эшләргә кәрәклеге тураһында уйлайбыҙ. Кисә иҡтисадты йәнләндерергә тейешле закондарҙың береһенең проекты буйынса ултырыш үтте, һәм беҙ закон проекттарын ғына түгел, бер юлы уларға башҡарыу документацияһын да ҡабул итергә кәрәк булыуын аңланыҡ. Сөнки бик йыш шундай хәл күҙәтелә - закон ҡабул ителгән, әммә эшләмәй. Мәҫәлән, шартлы рәүештә әйткәндә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тигән закон ҡабул ителгән, ти. Ә уны нисек бойомға ашырырға - яҙылмаған. Һәм яҡшы булһын өсөн нимә эшләргә, нисек, кемгә һәм ни ҡәҙәр яҡшы булырға тейеш - быларҙың барыһын да аңлатырға тейешле бөтә ҡарарҙарҙы беҙ хәҙер алдан әҙерләйбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, закондар сығарыу методологияһына күберәк иғтибар итәбеҙ.
       "БАШвестЪ" БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры Хәмит Баймырҙиндан һораны:
       - Рөстәм Хәмитов мәғариф яҙмышына ҡарата борсолоу белдерә. Һеҙҙең академияла эштәр нисек тора?
       - Башҡортостан Президентының хеҙмәт кешеләренең - табиптар, уҡытыусылар, эшселәрҙең именлеген яҡшыртырға ынтылыуы яҡын беҙгә. Академия ректоры булараҡ шуны әйткем килә, яҡшы уҡытыусыларһыҙ белемле кешеләр алып булмаясаҡ. Уҡытыусылар кадрын запас менән әҙерләргә кәрәк. Беҙҙең сығарылыш студенттарыбыҙҙың бер ҡасан да эшкә урынлашыу менән проблемалары булманы. Академияны тамамлаған белгестәрҙең 87-90 проценты эшкә урынлаша, сөнки уҡытыусылар һәр ваҡыт етешмәй. Әммә беҙҙә бюджет урындар кәмене. Һәм юғары квалификациялы профессорҙарҙың эш урындары менән проблемалар тыуҙы. Шулай ҙа киләсәккә оптимизм менән ҡарайым - көрсөк бөтһә, иҡтисад торошо яҡшырасаҡ, уҡытыусылар менән бәйле хәлдәр ҙә тотороҡланасаҡ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал