6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Йәштәр тауышы" яңы үрҙәргә саҡырһын
21.04.04


       Ошо көндәрҙә башҡаланың "Белем" магазинында изге йолағ а әйләнгән "Автограф көндәре" сиктәрендә "Йәштәр тауышы" ки таптар серияһының презентацияһы булып үтте. Сараны "Белем" к итап магазины, "Белая река" нәшриәте, БР ҡарамағындағы Матбу ғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ менән бе рлектә ойошторҙо.
       Байрамды асып, "Белая река" нәшриәте директоры Олег Лищ енко, БР ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эшт әре буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов һәм "Китап" шәшриәте директоры Азамат Урманшин сығыш яһаны. Азамат Урман шин үҙенең сығышында быйыл яңы серия аҫтында туғыҙ йәш автор ҙың китабы донья күрергә тейешлег тураһында белдерҙе.
       Прозаик Гөлсирә Ғиззатуллинаның әҫәрҙәрен уҡыусы яратып уҡ ый. Был байрамда ул "Арҡайым" роман -гәзитендә сыҡҡан "Күңел
       утрауы" йыйынтығы хаҡында һөйләне. Авторҙы һәр ваҡыттағыса ҡатын -ҡыҙҙың тормоштағы роле, асылы, психологияһы ҡыҙыҡһынд ыра. Прозаиктың геройҙары ҙур һынауҙар аша үтеп тә, үҙҙәре нең кешелек сифаттарын юғалтмай. Михнәттәр артында ла ҡояш барлығына инанған автор исем туйында ла ошо хаҡта һөйләне.
       Шағирә Зөлфиә Ханнанова уҡыусыларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы "Ки лен тәңкәһе" китабы менән таныштырҙы. Халҡының үткәне, бөгөн гөһө тураһында уйланған шиғырҙары тетрәнеүҙән яралған.
       Шәйехзада Бабаич исемендәге республика йәштәр премияһы л ауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙенең "Ҡояшлы йыр" китабы тур аһында һөйләгәндә, йәш быуын, уның киләсәге хаҡында уйланыу ҙарын еткерҙе.
       Прозаик Фәниҙә Исхаҡованың әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан
       ғына түгел, әҙәбиәт белгестәре яғынан да йылы ҡабул ителде.
       Автор сығышында ижадҡа ҡарашы, яңы китабы хаҡында һөйләне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал