6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Куинджи картиналарын күреп ҡалырға ашығығыҙ
23.09.10


       Архип Куинджи картиналарын күрер өсөн хәҙер өфөлөләргә Санкт-Петербургҡа юлланырға кәрәкмәй. Бөйөк рәссам эштәрен бөгөн Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында күрергә мөмкин. Дөйөм страховка хаҡы 12 миллион евро тәшкил иткән төп нөсхәләге картиналарҙы экспозицияға Архип Куинджи мираҫының ҙур өлөшөнә эйә булған Дәүләт Рус музейы сығарған.
       Билдәле рәссамдың 77 картинаһынан торған ҡиммәтле йөк Өфөгә Дәүләт Рус музейы директорының иҫәп алып барыу, һаҡлау һәм реставрация буйынса урынбаҫары Иван Карлов һәм сәнғәт белгесе Галина Кречина, йәнә реставратор һәм экспозицияны монтажлау һәм төрөү буйынса ике белгес оҙатыуында килгән. Нестеров музейында ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы - Санкт-Петербургтан хеҙмәттәштәрен һәм картиналарҙы йылы ҡабул иттеләр. Һуңғыларына, сигнализация системаһы һәм видеокамералар ҡуйып, уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырылды.
       - Рус музейының күп яҡлы эшмәкәрлеге араһында күргәҙмә эше мөһим, хатта төп йүнәлештәрҙән һанала. Музей илдең 260 художество музейы эшмәкәрлегенә куратор булараҡ ярҙам итә, йыл һайын Рәсәй ҡалаларында һәм сит илдә унға яҡын күсмә күргәҙмәләр үткәрә, - ти Иван Карлов.
       Ул Рус музейы фондында 400 меңдән ашыу экспонат иҫәпләнеүен билдәләне. Санкт-Петербургтағы төп филиалында ғына уның ете һарайы, шулай уҡ дөйөм майҙаны 36 гектарҙан ашыу баҡсалар һәм парктары бар. Уның күләмен күҙ алдына килтерер өсөн Иван Карлов сағыштырып ҡарарға тәҡдим итте: Ватикандың майҙаны үрҙә әйтелгән күрһәткестән бер аҙға ғына ҙурыраҡ.
       - Икенсе ҡалаларҙа күргәҙмәләр ойоштороу - ҙур шатлыҡ, - тип дауам итә күргәҙмәнең кураторы, сәнғәт белгесе Галина Кречина - Бүтән ҡалаларҙа эшләгән хеҙмәттәштәрең менән эшләүҙән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәһең. Музейҙа эшләгәндәр картиналарҙы яҡшы белә, һәм сәнғәт әҫәрҙәре урынлаштырылған йәшниктәрҙе бергәләп асҡанда кисергән тойғоларыбыҙҙы һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел.
       Галина Кречина Архип Куинджиның таныштырыуға мохтаж булмауын билдәләне. Был Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтендәге киң билдәле исем. Риүәйәт буйынса, Куинджи фамилияһы уға ҡартатаһының ҡушаматы буйынса бирелгән, татарса ул "алтын эше оҫтаһы" тигәнде аңлата.
       - Бөйөк, шәп, үҙенсәлекле, - шундай эпитеттар менән билдәләй рәссамды Рус музейы хеҙмәткәре һәм был һүҙҙәренә аргумент килтерә.
       Куинджи ижади эшмәкәрлеге дауамында даими үҫешкән. Был сифат бик һирәк рәссамдарға ғына хас, - тип дауам итә Галина Кречина. - Экспозицияла тәүге эштәре, мәҫәлән, "Өҙәрем юл" ("Распутица") картинаһы, ә ҡаршы яҡ стенала уның билдәле "Ҡырым"ы эленгән. Уларға ҡарап, һеҙ рәссамдың нисек үҫешкәнен, тәү башлағандан алып ниндәй бейеклеккә еткәнен күрәһегеҙ. Куинджи XIX-XX быуаттар араһының бөтә тенденцияларын, шул иҫәптән модерн стилен дә үҙләштергән, ә бит ул ваҡытта рәссам 70-се йәше менән барған. Рәссам үҙе лә бик ҡыҙыҡ кеше булған. Куинджиның системалы рәүештә алған белеме булмай, әммә ул Санкт-Петербургтағы художество академияһының профессоры дәрәжәһенә етә. Пейзаж класын алып бара, Рылов, Рерих, Богаевский һәм башҡалар унан оҫталыҡҡа өйрәнә. Уның уҡыусыларын оҙаҡ һанарға була. Уҡыусыларының барыһы ла остаздарын ныҡ ярата һәм ғүмер буйы уға ихтирамлы ҡараш һаҡлай. Куинджи уҡымышлы кеше булһа ла, яҙма мираҫы күп түгел. Ул хат яҙышмаған, көндәлектәр алып бармаған, картиналарының күбеһендә ҡултамғаһы ла юҡ.
       Галина Кречина Архип Куинджиның тормошонан тағы бер ҡыҙыҡлы факт килтерә. Рәсәйҙә капиталлаштырыу башланған йылдарҙа рәссам Санкт-Петербургта ҡуртымға биреү өсөн тотолған йорттарҙы һатып ала һәм шуның өсөн хеҙмәттәштәренән тәнҡит һүҙҙәре ишетә. Әммә Куинджи быға иғтибар итмәй: бер аҙҙан йорттарҙы һата һәм унан килгән аҡсаға рәссамдар өсөн хәйриә фондын аса. Фонд картиналар ижад итеүселәргә матди яҡтан ярҙам итеп кенә ҡалмай, уларҙың эштәренән күргәҙмәләр ойоштороуға ла булышлыҡ итә. Куинджиның вафатынан һуң уҡыусылары уның әйберҙәрен Дәүләт Рус музейына тапшыра. Тәүге эштәренең бер өлөшөн Рәсәй эшҡыуары, меценат Павел Третьяков һатып ала һәм һуңынан был картиналарҙы үҙе нигеҙләгән галереяға бирә. Галина Кречина әйтеүенсә, Рус музейында уның һуңғы йылдарҙағы эштәре һаҡлана.
       Өфө тамашасылары Архип Куинджиның "Ладога күле" (1871), "Украинала кис" (1878, өлөшләтә 1901 йылда яңынан яҙылған), "Көҙ" (1890-1895) кеүек шедеврҙарын күрәсәк.
       Өфөлә Архип Куинджи ижадының һуңғы осоронан "Төнгө" ("Ночное") (1905-1908) картинаһы ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Был күләмле картина Рус музейынан бик һирәк сығарыла, һәм айырым осраҡтарҙа ғына Японияла күрһәтелә. Музей хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Япония халҡы Куинджи ижадын ярата. Һәм уның тәбиғәт пейзаждары менән Айвазовскийҙың диңгеҙ күренештәренән кәм һоҡланмай.
       - Куинджиның ҙур булмаған әҫәрҙәре лә ҡыҙыҡлы, - ти Галина Кречина.- Беҙ хатта картиналарҙы ҡаплаған быялаларҙы алдыҡ. Хәҙер картиналар менән һоҡланыр өсөн бер ниндәй кәртә лә юҡ.
       Күргәҙмәне ойоштороусылар "Диңгеҙҙәге кәмә", "Тау битләүе. Ҡырым" һәм башҡа төрлө ваҡ эштәр ҙә үҙенең тамашасыһын табыр, тип өмөтләнә.
       - Архип Куинджи картиналары битараф ҡалдырмаҫ һәм күргәҙмә һеҙгә ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәтләнеү алып килер, тип ышанабыҙ, - тип мөрәжәғәт итә Өфөнөң сәнғәт һөйөүселәренә Рус музейы хеҙмәткәрҙәре.
       Архип Куинджи картиналары Өфөлә ноябрь аҙағына тиклем буласаҡ, билеттарға хаҡтар артыҡ ҡимммәт түгел.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал