6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һеҙ беҙҙең менән, Мостай һәм Салауат!
22.09.10


       Биш йыл элек, 2005 йылдың 21 сентябрендә, Мостай Кәрим вафат булды. Ә 26 сентябрҙә Салауат Юлаевтың фани донъянан китеүенең 210 йыллығы билдәләнә. Халыҡ шағиры, СССР һәм республиканың әҙәбиәт өлкәһендәге юғары дәүләт премиялары лауреаты, яугир һәм Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, Социалистик хеҙмәт геройы. Һәм легендар батыр, Емельян Пугачевтың көрәштәше, милли герой. Донъя күләмендәге шәхестәр, улар башҡорт халҡының тарихында, рухи тормошонда, уның күңелендә айырым урын биләй.
       Интервьюларҙың береһендә, үҙегеҙ ижад иткән әҫәрҙәрегеҙҙең ҡайһыһы айырыуса ҡәҙерле һәм ҡайһы герой яҡын, тигән һорауға яуап биреп, Мостафа Сафа улы "Салауат. Өн аралаш ете төш" трагедияһын һәм уның төп персонажын атаны. Был пьесаны ул 1971 йылда яҙа, әҫәрҙе беренсе булып сәхнәгә Башҡорт академия драма театры сығара. Миңә был пьесаның премьераһында булырға тура килде. Ул драматургия материалының үҙенсәлеклеге, теманың тәрәнлеге, сәхнәлә артист Әхтәм Әбүшахманов менән ышандырырылыҡ итеп кәүҙәләндерелгән төп герой образының ҡатмарлылығы менән хайран итте. Автор 22 йәшлек баш күтәреүселәр юлбашсыһының полководец таланты асылған, хөкүмәт ғәскәрҙәрен ҡырған, ҡәлғәләр һәм ҡалалар алған еңеүҙәр осорон тикшермәй. Юҡ, ул үҙенең геройын ихтилал баҫтырылғандан һуң күрһәтә. Һорау алыуҙар, язалауҙар, аяуһыҙ тән яралары - "енәйәт эшләгән урындарҙа" уға һәм атаһына 175 тапҡыр сыбыртҡы менән һуғыу, бығауҙар һәм Балтика Порты ҡала-ҡәлғәһендә тиҫтә йылдар дауамында таш сығарыу - быларҙың береһе лә уның рухын һындыра алмай. Уның күңелен башлыса еңелгән халыҡтың михнәттәре өсөн ғәйеп тойғоһо игәй, ғазаплай. Ул үҙенә ҡабат-ҡабат, халыҡ күтәрелгән эш ғәҙел булғас, ниңә еңеп булманы, тигән һорау бирә.
       "...Ике быуат дауамында Салауаттың милләт символына әйләнеп, беренсе башҡорт булып ҡалыуын нимә менән аңлатырға һуң? - тигән һорау ҡуя Мостай Кәрим үҙенең Салауат Юлаевҡа арналған статьяһында һәм үҙе үк уға былай тип яуап бирә. - Күрәһең, ул шәхес булараҡ шул замандың һәм ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың талаптарына яуап биргән. Унда ике төп сифаттың - яугир һәм шағирҙың берләшеүе халыҡтың үҙенең рухи йөҙөн тулыраҡ сағылдырған... Уның уй-ниәттәре замандан күпкә алдынғыраҡ булған. Бихисап башҡорт ихтилалдары башлыҡтарынан ни бары ул ғына азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡто яңғыҙ яулап булмауын аңлаған, шуға күрә рус казагы Емельян Пугачевҡа ҡушылған һәм үҙенең байрағы аҫтына бер башҡорттарҙы ғына түгел, башҡорттар илендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙы ла туплаған.
       Ваҡиғаларҙың асылына үҙе төшөнгәс, бөтә халыҡтар яҙмышының уртаҡлығын, бер халыҡтың да башҡаларҙан өҫтөн булмауын аңлауҙан сығып, ул һүҙе һәм эштәре менән башҡорт халҡында ысын мәғәнәһендә милли үҙаңды уята".
       Салауатты тыуған иленән һәм халҡынан айырғас, һөргөнгә ебәрелгән сит ерҙә уға ҡала-ҡәлғәлә йәшәгән ирекле эстон халҡының йылы ҡарашта булырын, уға һөйөү һәм дуҫлыҡ бүләк итерен көтмәй йәлләттәр. Ә быны аңлағас, төрмә етәкселеге урындағы халыҡты Салауат менән уның атаһы тотолған казематтан алыҫҡараҡ күсереп, хәүефле каторжанды кешеләрҙән айырыу өсөн бөтә сараһын күрә.
       Бындай рухи изоляция Салауат өсөн түҙеп торғоһоҙға әйләнә, ул тереклек итеүгә ҡарағанда үлемде өҫтөн күрә. Спектаклдең финалы тетрәндерә - ҡулдарын баш өҫтөнә күтәреп, Салауат диңгеҙгә инә.
       Мостай Кәрим трагедияһын ижад иткәндә герой үлеменең шарттары тураһында үҙенең версияһынан сығып эш итә, сөнки был турала тарихи документтар булмай. Герой үҙенең хәле менән килешә алмай, тигән фекерҙән сығып, шағир Салауат ғүмеренең ахырын ошолай күрергә хоҡуҡлы ине. Әммә һуңынан тейешле документ Эстон тарихи архивы фондтарында табыла. Был штаттағы инвалид командаһы командиры, майор Карл Дитмарҙың рапорты. Һөргөн әсирҙәре, шул иҫәптән "дәүләт енәйәтсеһе Пугачев эше" буйынса мәңгелек каторгаға хөкөм ителгәндәр ҙә тап ошо команда күҙәтеүе аҫтында тотола. 1800 йылдың 28 сентябрендә Эстляндия губерния идараһына ебәрелгән был документ, "сего месяца 26-го числа помре каторжной невольник Салават Юлаев", тип хәбәр итә. Был рапорттағы мәғлүмәт үҙ-үҙен үлтереү тураһындағы версияны кире ҡаға.
       1999 йылда билдәле шағир, прозаик һәм драматург Ғәзим Шафиҡов "Шағир тауышы" тигән шиғырын яҙа һәм уны 80 йәшлек Мостай Кәримгә арнай. Унда ул 40 йыл элек мэтрҙың уға, ул ваҡытта 20 йәшлек егеткә, үҙенең шиғырҙар китабын бүләк итеүен иҫкә төшөрә. Шиғыр рус телендә:
       Досель храню, как амулет,
       Ту книжку вашу,
       Которой нынче 40 лет -
       Подумать страшно!
       "С надеждой светлою дарю:
       Поэт - поэту!"
       ...Я до сих пор благодарю
       За надпись эту.
       Она мне распахнула путь
       В стихию слова,
       Неугомонную, как ртуть,
       Как скрипка соло,
       Еще благодарю я Вас
       За то, что есть вы,
       За то, что Ваш певучий глас
       Жив повсеместно,
       И верю: будет жив, пока
       Есть голос Божий,
       И, значит, это - на века,
       И даже - дольше!
       Бына биш йыл беҙҙең менән - Мостай Кәрим, 210 йыл Салауат Юлаев юҡ. Ләкин рус шағиры һүҙҙәрен бар донъяға ишеттерерлек итеп әйтке килә:
       Не говори с тоской: их нет,
       Но с благодарностию: были!
       Фото www. bvi.rusf.ru сайтынан.

Александр Зиновьев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал