6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

Тормош шарттарын яҡшыртыу - төп бурыс
21.09.10


       Йәшәү кимәле буйынса Башҡортостанды Африка илдәре менән генә сағыштырырға мөмкин. Был кисә БР Хөкүмәтендәге ултырышта асыҡланды. Ултырыш Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үтте. Һәм унда 2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән БР халҡының йәшәү кимәлен күтәреү программаһын бойомға ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары ҡаралды.
       Был программаның 12 пунктының ҡап яртыһы үтәлмәй ҡалған. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, һаман да йәшәү минимумынан түбән эш хаҡы алған кешеләр күп. Бөтә ойошмаларҙа ла коллектив килешеү төҙөлөп бөтмәгән. Эшһеҙҙәр күп. Эшкә һәләтлелеген производствола юғалтҡандар бихисап. Эш хаҡы, йән башына уртаса килем һәм халыҡтың һатып алыу һәләте планлаштырылғанса йылдам артмай.
       Компетентлы белгестәр оҙаҡ сығыш яһаны. Әммә иң мөһимен Башҡортостан Президенты әйтте.
       - Иң төп мәсьәлә бөгөн - ул йәшәү кимәле. Тормош шарттары күрһәткесе буйынса халыҡ Хөкүмәт эше, дәүләт учреждениелары эше, республиканың барлыҡ власть структуралары эше тураһында фекер йөрөтә, - тине Рөстәм Хәмитов. - Алдыбыҙҙа торған эштең иҫәбе-һаны юҡ. Һәм был эштә беҙ федераль үҙәккә йәки теге донъя көстәренә һылтана алмайбыҙ. Үҙебеҙ башҡарырға тейешле күп нәмәне эшләмәгәнбеҙ. Ойошҡанлыҡ күрһәтмәнек, төп маҡсатты билдәләмәнек. Дөйөм бюрократик алым менән беҙ төп проблемаларҙы бергә ҡушып хәл итергә тырыштыҡ. Ниндәйҙер эшебеҙ килеп сыҡты. Һәм бынан алдағы хөкүмәттең дә нимәһелер барып сыҡты. Әммә был йүнәлештә етди алға китеш юҡ, һәм артабан нисек эш итеребеҙ ҙә әлегә билдәле түгел. Беҙҙә эшһеҙлек кимәле юғары. Рәсми рәүештә 40-45 мең эшһеҙ булыуын билдәләйбеҙ, әммә был, асылда, пособие аҡсаһы еткән эшһеҙҙәр иҫәбе генә. Ысынында эшһеҙҙәр бер нисә тапҡырға күберәк. Рәсми статистика бар, әммә, халыҡ әйтмешләй, тормош хәҡиҡәте лә бар бит әле. Йәшерен эшһеҙлек хөкөм һөрә - тулы булмаған эш көнө, тулы булмаған эш аҙнаһы ҡулланыла. Беҙ халыҡты эш менән тәьмин итергә бурыслы. Һәм бында эре предприятиеларҙан алып бәләкәй бизнесҡа тиклем бар средстволар ҙа һәйбәт. Алға ынтылыш кәрәк! Халыҡты беҙ бындай хәлдә ҡалдыра алмайбыҙ. Эшҡыуарлыҡҡа административ кәртәләрҙе бар ысулдар менән кәметергә лә кәметергә кәрәк. Был иң төп бурыс - кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү.
       Икенсе нәмә - эш хаҡы, - тип дауам итте Башҡортостан Президенты. - Хатта эшләгән кешеләр ҙә йәшәү минимумынан түбән эш хаҡы ала. Ауыл хужалығында кешеләр өсәр-дүртәр мең һум ала. Был ниндәй эш ул, хеҙмәткәрҙәренә ундай суммалар түләгән был ниндәй эш биреүсе ул? Кисекмәҫтән быны асыҡларға кәрәк. Аңлап торам - тикшерә башлаһаҡ, өҫтәп яҙыуҙар башланасаҡ. Ҡағыҙҙа бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Ауыл эшсәндәренең уртаса эш хаҡы ҡағыҙҙа насар түгел, әммә улар уны он, һалам, иген менән ала. Ауыл халҡы ҡулаҡсаны тиҫтәләгән йылдар дауамында күргәне юҡ. Уларҙа натураль алмашыу ғына бар. Эш хаҡы буйынса индивидуаль рәүештә эшләргә кәрәк. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығына программа әҙерләп, уның буйынса эшкә күсергә тәҡдим итәм - предприятие директорҙарын, етәкселәрҙе һәм милекселәрҙе саҡырып, эш хаҡының ниңә түбән булыуын тикшерергә һәм халыҡҡа тейешле эш хаҡын түләргә мәжбүр итергә кәрәк. Һөҙөмтәһе күренергә тейеш.
       Республикала эш хаҡы Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда 20 процентҡа түбәнерәк. 15 мең эш хаҡы алған кеше өсөн 20 процент - ул өс мең һум, һәм был уның өсөн бәләкәй сумма түгел. Ошо фонда беҙ тыныс ҡына хаҡтар күтәрелеүен күҙәтәбеҙ. Беҙҙең халыҡ сабыр. Ул беҙҙән тейешле саралар күреүебеҙҙе көтә. Әммә халыҡтың түҙемлеге бөтөүе лә ихтимал.
       Республика Президенты булараҡ мин профсоюздарҙан был эш менән шөғөлләнә башлауҙы талап итәм. Профсоюз эшмәкәрлеген әүҙемләштерегеҙ, завод һәм предприятиеларҙа эшләгәндәрҙе яҡлағыҙ. Ризалашыусы позицияһын һаҡларға кәрәкмәй! Кешеләрҙе яҡлағыҙ!
       Әгәр эш бар икән, киләһе пункттар булып торлаҡ, мәғариф, сәләмәтлек, мәҙәниәт тора. Һәм быларҙы ла беҙ власть булараҡ тәьмин итергә тейешбеҙ. 70 мең ғаиләнең лайыҡлы торлаҡ шарттары юҡ. Мәғариф буйынса ла проблемалар бар. һаулыҡ һаҡлауҙа Өфөлә эш хаҡы 16 мең. Был һаулыҡ һаҡлау түгел. Шуға ла сифат та аҡһай, халыҡтың власҡа ҡарата мөнәсәбәте лә насарая. Ауыл ерендә поликлиникалар халыҡты кәрәгенән ике-өс-дүрт тапҡырға күберәк хеҙмәтләндерә. Беҙ, мөмкинлектәребеҙҙән сығып, поликлиникалар, дауаханалар, башҡа төрлө социаль объекттар төҙөлөшөн оптималләштерергә тейешбеҙ.
       Әлеге ваҡытта социаль өлкәгә сығымдар өлөшө йөҙ миллиардлыҡ республика ҡаҙнаһының 76 процентын тәшкил итте. Бер яҡтан, был бюджеттың социаль йүнәлешле булыуы тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, был өлкәлә принципиаль рәүештә нимәнелер үҙгәртер өсөн бюджет мөмкинлектәре ҡалмауын аңлата. Барыһына ла беҙҙең 24 миллиард ҡына ҡала. Был беҙҙә иҡтисадтың һөҙөмтәһеҙ эшләүе тураһында һөйләй. Ул бер нисә тапҡырға күберәк аҡса эшләргә, һалым йыйырға тейеш. Был бер көнлөк йәки бер йыллыҡ ҡына эш түгел, был глобаль мәсьәлә. Ләкин иҡтисадты үҫтереү - төп маҡсат.
       Беҙҙең ҡеүәтле республикабыҙ файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға, урман, тәбиғәт ресурстарына бай, беҙҙә бер нәмә - кешеләргә лайыҡлы тормош шарттары ғына юҡ. Беҙҙә кешеләр ҡыҫынҡы шарттарҙа йәшәргә күнеккән. Ә ихтыяждар арта. Шуға ла кешеләр Мәскәүгә, Себергә, сит илгә китә.
       Ултырыш һөҙөмтәләренән беҙ хәл ителмәгән проблемаларҙың күп булыуын күрҙек, - тине Рөстәм Хәмитов. - Мин алдағы дүрт йылда республика буйынса уртаса эш хаҡын кәм тигәндә 1,5 тапҡырға арттырырға тәҡдим итәм. Әле ул 15,7 мең һум. 2015 йылға 24 меңгә етергә тейеш.
       Эшһеҙлек кимәлен өстән бер өлөшкә кәметергә кәрәк. Һигеҙҙән биш процентҡа ҡәҙәр.
       Торлаҡ төҙөлөшөн 1,5 тапҡырға арттырыу мөһим.
       2015 йылға тиклем ярлылыҡ кимәлен 2,5 процентҡа кәметергә кәрәк. 11,5-тән туғыҙ процентҡа тиклем.
       Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарар проекты әҙерләнгән. Унда тейешле күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн кәрәкле бар саралар ҙа индереләсәк. Хөкүмәт Аппараты ҡарар проектын эшләп бөтөрәсәк. Һәм 1 октябргә тиклем проект ҡул ҡуйыуға БР Президентына тапшырыласаҡ.
       Фото www. grokdotcom.com сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал